Гатчина һарайы (Фаберже йомортҡаһы)
Гатчина һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Урын | Уолтерс художество музейы[d] |
Хужаһы | Мария Фёдоровна[d], Henry Walters[d] һәм Уолтерс художество музейы[d] |
Төп тема | Ҙур Гатчина Һарайы |
Булдырыусы | Перхин, Михаил Евлампиевич[d] |
Әҫәр заказсыһы | Николай II |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | алтын, көмөш, эмаль[d], оникс[d], жемчуг[d], хрусталь[d], Бәрхәт һәм алмас |
Стоимость | 5000 золотой рубль[1] |
Һүрәтләнгән объект | Ҙур Гатчина Һарайы һәм Памятник Павлу I работы Витали[d] |
Коллекцияләре | Уолтерс художество музейы[d] |
Етештереүсе | Фаберже[d] |
Киңлек | 91 миллиметр |
Бейеклеге/буйы | 127 миллиметр |
Баһа | 5000 ₽ |
Гатчина һарайы Викимилектә |
«Гатчина һарайы» йомортҡаһы — ювелир йомортҡа, илле дана император пасха йомортҡаларының береһе, Карл Фаберже фирмаһы тарафынан рус император ғаиләһе өсөн эшләнелгән. Ул 1901 йылда Николай II-нең әсәһенә, тол император ҡатын Мария Федоровнаға яһаған бүләге[2]. Уолтерс Художество музейында (АҠШ һаҡлана[3].
Дизайн
үҙгәртергәИке бүлекле асылмалы алтын йомортҡаның өҫтө һөт төҫөндәге эмаль менән ҡапланған һәм ун ике буй ынйы менән һыҙатланған, улары гирляндаларҙың, банттарҙың һәм сәскәле кәрзиндәрҙең һәм башҡа төр биҙәүестәрҙең күркәм биҙәктәре менән биҙәлгән. Ике яҫы бриллиант йомортҡаның ике башына ҡуйылған. Моғайын, уларҙың аҫтында император ҡатыны Мария Федоровнаның йәше һәм монограммаһы яҙылған булған, һуңынан улар юйылған[4].
Эске биҙәлеше — аҡ бәрхәт.
1903 йылда ювелир эше оҫтаһы Михаил Перхин урыҫ эшҡыуары Александр Фердинандович Кельхтың заказы буйынса «Бонбоньерка» пасха йомортҡаһын эшләй, уның тышҡы күренешенә «Гатчина һарайы»ның күсермәһен яһап ҡуйған була. Был күсермәне Перхин 1901 йылда уҡ эшләгән булған[5], әммә был юлы оҫта сюрприз итеп йомортҡаға кескәй генә кулонлы агат футляр ҙа эшләгән.
Сюрприз
үҙгәртергәЮвелир пасха йомортҡаһының ҡапҡасын бороп асҡандан һуң, беҙҙең алға кескәй генә Гатчина һарайының (Мария Федоровнаның Санкт-Петербург ҡалаһынан ситтәге резиденцияһының) моделе килеп баҫа. Моделдең күсермәһе бар ваҡ нескәлектәре менән эшләнгән: унда пушкаларҙы, Беренсе Павел статуяһын һәм пейзаждың башҡа элементтарын, хатта үҫемлек һәм ағастарына тиклем күрергә мөмкин.
Был сюрприз йомортҡа эсенән алынмаған бик аҙ ғына сюрприздарҙың береһе.
Хужалары
үҙгәртергә«Гатчина һарайы» Пасха йомортҡаһы 1901 йылдың 1 апрелендә ювелир-оҫта Михаил Перхин тарафынан батша Икенсе Николайҙың әсәһе өсөн эшләнә һәм 1901 йылдың 1 апрелендә әсәгә бүләк ителә. Шул ваҡытта уның хаҡы 5000 һумға баһалана[6]. Йомортҡа Аничков һарайында һаҡлана һәм Октябрь революцияһынан һуң, 1920 йылда Парижда рус эмигранттарының береһе булған Александр Половцов тарафынан һатып алына. 1930 йылда йомортҡаны Балтиморҙан (АҠШ) Генри Уолтерс (инг.)баш. һатып ала, һуңынан йомортҡа хужаһының васыяты буйынса Уолтерс Художество музейына күсә. 1952 йылдан алып йомортҡа — был музейҙың даими экспозицияһында тора.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ http://faberge.gatchina3000.ru/00/index.htm
- ↑ Mieks: Faberge Eggs (ингл.). Gatchina Palace Egg, 1901. mieks.com. Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 25 март 2014 года. 2014 йыл 25 март архивланған.
- ↑ Коллекция яиц Фаберже . «Гатчинский дворец», 1901. equal.lv. Дата обращения: 5 июль 2014.
- ↑ Яйцо «Гатчинский дворец»(недоступная ссылка)
- ↑ Mieks: Fabergé (ингл.). Fabergé "Look-Alike" Eggs. mieks.com. Дата обращения: 12 июль 2014. Архивировано 24 март 2014 года. 2014 йыл 24 март архивланған.
- ↑ История приобретения Императорского яйца «Гатчинский дворец»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Музейҙың сайты
- Пасха йомортҡалары император Фаберже(недоступная ссылка)