Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы

Социалистик Хеҙмәт Геройы, токарь-рационализатор
(Газимулла Хайбуллин битенән йүнәлтелде)

Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы (12 август 1927 йыл — 16 сентябрь 1995 йыл) — сәнәғәт тармағы алдынғыһы. 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Гидравлика» заводында токарь. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971) Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 август 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Иҙрис, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәзимулла Ғәйнулла улы Хәйбуллин 1927 йылдың 12 авгусында ауыл Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған. Урта белемле.

1942 йылда Ҡыйғы районындағы «Мырҙаҡай» колхозында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1944—1951 йй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң токарь булып эшләй, 1968 й. — алмаш мастер, 1969 й. — Өфө «Гидравлика» заводында токарь булып эшләй. Оборона предприятиеһында эшләгән осоронда производство заданиеһын даими рәүештә 130—140 %-ҡа үтәй. Ете йыллыҡ план заданиеһын (1959—1965) ваҡытынан алда үтәй — биш йыл эсендә, һигеҙенсе биш йыллыҡтың биш йыллыҡ планын (1966—1970) — 1970 йылдың ғинуарында ваҡытынан алда үтәй. Пландан тыш 2318 һумлыҡ продукция әҙерләй.

Предприятиела уға авиация двигателдәре һәм самолёттары агрегаттарының ҡатмарлы деталдәрен әҙерләү буйынса айырыуса яуаплы заданиелар ышанып тапшырылған. Әҙерләнгән деталдәр техник контроль бүлегендә тәүге күрһәтеүенән үк ҡабул ителгән.

Ғ. Ғ. Хәйбуллин һауа-эшләтеп ебәрә торған механизм турбинаһының корпус деталдәрен, һауа һәм гидравлик фильтрҙарҙы, йоҡа таҙартыу фильтр-элементтарын һәм биш микронлы фильтрҙарҙы эшкәртеүҙе үҙләштерә.

Үҙен һәләтле рационализатор итеп күрһәтә. Уның рационализаторлыҡ тәҡдимдәренән шартлы рәүештә йылына 2500 һумдан ашыу файҙа алынған. Уның тәҡдиме буйынса гидравлик фильтрҙар өсөн корпустарҙы эшкәртеү ысулы хеҙмәт етештереүсәнлеген 45 %-ҡа күтәрергә ярҙам итте. Ғ. Ғ. Хәйбуллин, авиация двигателдәре өсөн һауа агрегаттары деталдәрен әҙерләү өҫтөндә эшләп, металл-керамик иретмәлә 0,13—0,01 миллиметр аҙымлы һәм 0,01-0,13 миллиметр бейеклектәге лабиринт алыу техник проблемаһын хәл итеүҙе тәҡдим итә. Был тәжрибә илдең башҡа предприятиеларҙа ла тарала. Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында Ғ. Ғ. Хәйбуллин 6 квалификациялы эшсе әҙерләй.

1966—1970 йылдарҙағы биш йыллыҡ планды үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Бойороғо менән Ғ. Ғ. Хәйбуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1992 йылда хаҡлы ялға киткәнсе, хеҙмәт батыры «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһында эшләй.

Ғәзимулла Ғәйнулла улы Хәйбуллин — Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).

Наградалары

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с., науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Знаменитые кигинцы