Гаджимагомедов Нурмагомед Энгельсович

Гаджимагомедов Нурмагомед Энгельсович (29 сентябрь 1996 йыл — 24 февраль 2022 йыл[1]) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре. Гвардия өлкән лейтенанты. 247-се гвардия һауа-десант штурмы Кавказ казак полкының рота командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң, 2022). 2022 йылда Украиналағы махсус операцияла ҡатнашып, «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә лайыҡ булған беренсе хәрби.

Гаджимагомедов Нурмагомед Энгельсович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 29 сентябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Южно-Сухокумск[d], Дағстан, Рәсәй
Вафат булған көнө 24 февраль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны Украина
Ерләнгән урыны Кани[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһы[d] һәм Военная операция России в Сирии[d]
Ғәскәр төрө Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «Участнику военной операции в Сирии» медаль «За участие в военном параде в День Победы» Рәсәйҙең спорт мастеры знак «Гвардия»

Биографияһы үҙгәртергә

Нурмагомед Энгельсович Гаджимагомедов 1996 йылдың 29 сентябрендә Дағстандың Южно-Сухокумск ҡалаһында лак (лацы) ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Ғәджимагомедов Энгельс Магомедович (14.05.1966 йыл, Кани, Дағстан АССР-ы), Ингушетия эске эштәр министры урынбаҫары, полиция полковнигы, өс Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[2][1][3]. миҙалдары менән бүләкләнә. Әсәһе — Сапиджат Исаевна Мазаева, Махачҡала биҫтәһендәге 54-се мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусыһы. Нурмагомед 2021 йылдың мартында өйләнә, 2022 йылдың 20 февралендә тыуған Теймия исемле ҡыҙы бар.[2]

Бала сағынан спорт менән мауыға, карате менән шөғөлләнә. 2012 йылда Махачкалала 42-се урта мәктәпте тамамлай. 2015 йылдың майында Пермь ҡалаһында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулай.[4] Шағир Рәсүл Ғамзатов ижадын ярата һәм үҙе лә шиғырҙар ижад итә[1]

Бала саҡта Иингушетия Республикаһы башлығы Евкуров Юнус-Бек Баматгиреевич өлгөһөндә десантник булырға теләй. 2017 йылда Рязань юғары һауа-десант училищеһы тамамлай[2]. 1-полкының взвод командиры курсы була. Уҡыған сағында армия ҡул һуғышы менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Рәсәй спорт мастеры исемен ала. Ставрополдә урынлашҡан Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәренең 247-се гвардия һауа-десант штурмы Кавказ казак полкында рота командиры булып хеҙмәт итә.[2] Рәсәйҙең Сүриәләге хәрби операцияһы барышында ике тапҡыр оҙайлы командировкаларҙа була.[2][1]

2022 йылдың февралендә Рәсәйҙең Украиналағы махсус операцияһында ҡатнаша. Рәсми версия буйынса, Ғаджимагомедов яралана, ҡамауға эләгә һәм дошман менән бергә үҙен шартлата.[5] 2022 йылдың 3 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң).[6][7][1]


Кани ауылында ерләнгән. Үлгәндән һуң Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты «Әл-'Иззат» ордены («Дан, почёт һәм намыҫ») менән бүләкләнә.

Хәтер үҙгәртергә

  • Ғаджимагомедовтың тыуған ауылында — Дағстандың Кулин районы Кани ауылында бронза бюст ҡуйыла.
  • Ғаджимагомедов исемен 247-се гвардия һауа-десант штурмлау полкының шәхси составы исемлегенә мәңгегә индереү планлаштырыла.[8].
  • Махачкала ҡалаһындағы урам (элекке Джигит урамы) — Рәсәй Геройы Нурмагомед Ғаджимагомедов урамы. 2022 йылдың 6 майында тантаналы исем биреү тантанаһы үтә.[9].
  • Ғәджимагомедов иҫтәлегенә 21 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ирекле көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты (2022 йылдың 24-27 мартында Алиев исемендәге Каспий спорт һарайында) арнала.[10].
  • «Z» Рәсәй Геройҙары аллеяһында «Рәсәй — минең тарихым» тарихи паркы территорияһындағы иҫтәлекле композиция, Махачкала ҡалаһы.
  • Ғаджимагомедов исеме Махачкала ҡалаһының «42-се урта мәктәбенә» (26.04.2022) бирелгән. Мәктәп бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Мәктәптә музей бар. Ғаджимагомедовтың туғандары музейға Рәсәй Федерацияһы Геройы йондоҙо күсермәһен бирә.
  • Донецкта Кальмиус йылғаһы эргәһендәге майҙан (элекке Конституция майҙаны) Рәсәй Геройы Нурмагомед Ғаджимагомедов исемендәге майҙан. 2022 йылдың 11 майында ДХР башлығы Денис Пушилин һәм Ғаджимагомедов атаһы асҡан.[11]
  • Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында Ғаджимагомедов портреты менән байраҡтар ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Алиев Т., Петров И. Улица героев // Российская газета — Столичный выпуск. № 48(8696). 04.03.2022
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Берг Е. Командир не мог поступить иначе: родители рассказали о жизни и подвиге Героя России Нурмагомеда Гаджимагомедова Архивная копия на Wayback Machine // Комсомольская правда-Северный Кавказ, 04.03.2032
  3. Энгельс Магомедович Гаджимагомедов // Лакский национальный портал
  4. Чемпионат и Первенство России по кикбоксингу в разделе К1 (г. Пермь с 18-22.05.2015 г.)
  5. «Вам, русским, не о чем беспокоиться. Кавказцы все сделают» Дагестан — рекордсмен по количеству солдатских гробов из Украины. Вот что думают об этом в самой республике. Репортаж Владимира Севриновского. Дата обращения: 10 апрель 2022.
  6. Полякова В. Путин посмертно присвоил звание Героя России офицеру из Дагестана // РБК, 03.03.2022
  7. Путин присвоил звание Героя России погибшему на Украине офицеру // Лента.ру, 03.02.2022
  8. Храбрых сердец отвагою гордимся в сражении со Злом 2022 йыл 23 апрель архивланған.
  9. В Махачкале улице Джигитской присвоили имя Героя России Нурмагомеда Гаджимагомедова
  10. В Дагестане пройдет борцовский турнир памяти Героя России Нурмагомеда Гаджимагомедова(недоступная ссылка)
  11. Донецкую площадь Конституции переименовали в честь Дагестанца Героя России 2022 йыл 12 май архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә