Гаврюшина Зоя Фёдоровна

Гаврюшина Зоя Федоровна (3 сентябрь 1925 йыл — мәғлүмәт юҡ) — СССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, РСФСР Аҙыҡ сәнәғәте министрлығының «Ленкондпром» производство берекмәһенең 1-се Ленинград кондитер фабрикаһында карамель яһаусылар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Гаврюшина Зоя Фёдоровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 3 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө кондитер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы

БиографияһыҮҙгәртергә

Зоя Федоровна Гаврюшина 1925 йылдың 3 сентябрендә Ленинград ҡалаһында йәшәүсе эшселәр ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптән һуң 1-се кондитер фабрикаһы ҡарамағындағы фабрика-завод мәктәбенә уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Ленинград блокадала саҡта, фронт өсөн продукция сығарыусы станоксы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Зоя Федоровна карамелдар сығарыусы булып эшләй. Башта уларҙы ҡағыҙ төргәктәргә төрөүсе ике машинаны хеҙмәтләндерһә, артабан ул бер үк ваҡытта өс машинаны, карамелдар төрөп, хеҙмәтләндереп өлгөрә. Утыҙҙан ашыу йәш белгесте үҙ һөнәренә өйрәтеп эшсе яһап сығара. 1958 йылдан КПСС ағзаһы була. 1961 йылда карамелдар сығарыусылар бригадаһының бригадиры итеп тәғәйенләнә. Ул етәкләгән бригада коллективы бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән коллективы уны ҡыҫҡа ваҡытта һалып.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 21 июлдәге Указына ярашлы Зоя Федоровна Гаврюшинаға аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге юғары производство күрһәткестәре һәм һәм айырым ҡаҙаныштары өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.

Зоя Федоровна Гаврюшина 1-се Ленинград кондитер фабрикаһында эшләүен хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем дауам итә.

Ленинградтың КПСС ҡала комитеты ағзаһы, КПСС-тың XXIII съезы делегаты итеп һайлана.

Зоя Федоровна Гаврюшина Санкт-Петербургта йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (21.07.1966)
  • Ленин ордены (21.07.1966)
  • башҡа миҙалдар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Хәтер китабы. Дан Йондоҙҙары. Ленинград өлкәһе. 1 том. СПб, 2009.
  • Энциклопедия эш: 1921—1985. Л., 1986.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә