Гаврино күле — Рәсәйҙең Рязань өлкәһендәге күле, Клепиковский районының көнсығышында Колесниково ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Күл майҙаны — 28,5 гектар. Иң тәрән урыны — 17 метр.

Гаврино күле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Рязань өлкәһе
Майҙан 0,285 км²
Карта
 Гаврино күле Викимилектә

Физик-географик ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Күл карстан барлыҡҡа килә. Ул Нарма йылғаһы үҙәненә ҡойоусы бер уйпатлыҡта урынлашҡан.

Күл яры буйлап үлән үҫемлектәре үҫә. Рязань өлкәһе Ҡыҙыл китабына индерелгән сәсле япраҡлы лютик һаҡланылыусы үҫемлек төрө булып тора.

2003 йылдың 10 ғинуарындағы Рязань өлкәһе хакимиәтенең «Рязань өлкәһендә айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары системаһының үҫеше тураһында» № 5 ҡарары буйынса күл төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһытип таныла[1].

Күлдең көнбайыш ярында Воскресенье ауылы, ә көнсығышында — Гаврино ауылы урынлашҡан.

Тарих үҙгәртергә

1917 йылға тиклем күл Воскресенское күле исемен йөрөткән. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, күл сиркәү аҫтындағы тупраҡтың ишелеп төшөүе һөҙөмтәһендә яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә