Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы
Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы (20 сентябрь 1935 йыл — 3 ғинуар 2007 йыл) — режиссёр. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966)[1].
Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1935 |
Тыуған урыны |
Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Үрге Бишенде, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 2007 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | режиссёр |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВәлиуллин Рифғәт Абдулла улы 1935 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Үрге Бишенде ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Вәлиуллиндарҙың бөтә өс ир-ат һәм ике ҡыҙ туғандары лайыҡлы белем ала һәм билдәле кешеләр булып китә. Рәссам һәм педагог Ренат Вәлиуллин, профессор Рим Вәлиуллиндың ағаһы[2].
Рифғәт тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Һуңынан ғаилә Октябрьский ҡалаһына күсенеп килә. Бында урта мәктәпте тамамлай һәм нефть техникумына (хәҙер С. И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжы) уҡырға инә. Мәктәптә үк театр менән ҡыҙыҡһына башлай, драма түңәрәктәрендә ҡатнаша, үҙешмәкәр сәнғәттә йырлай. 1955 йылда Рифғәт Вәлиуллин Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре декадаһында йырсы булараҡ ҡатнаша[2].
Декаданан һуң Вәлиуллин Рифғәт П. И. Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһына уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хор артисы булып эшләй башлай. Тиҙҙән Рифғәтте Мәскәүгә ГИТИС-тың режиссер бүлегенә уҡырға ебәрәләр, уны 1966 йылда уңышлы тамамлай (Л.Баратов һәм И.Туманов класы). Дүртенсе курста уҡыған сағында уҡуны М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет академия театрына режиссер итеп эшкә саҡыралар[2]. 1966 йылда Татар опера һәм балет театры сәхнәһендә Дж. Пуччиниҙың «Тоска» операһы менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1966 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында режиссер булып эшләй[1]. Ул күберәк монументаль‑эпик жанрҙа ижад иткән универсаль режиссёр. Вәлиуллин сәнғәтенә реализм, әҫәрҙең идея йөкмәткеһен тулыһынса асыу, композитор тексының үҙенсәлеген һаҡлауға ынтылыш хас. 40‑тан ашыу постановка, шул иҫәптән «Ағиҙел тулҡындары», «Аҡмулла», М. Т. Түлебаевтың «Бирйән менән Сара», М. П. Мусоргскийҙың «Борис Годунов», Дж. Вердиҙың «Дон Карлос», Г.Доницеттиҙың «Дон Паскуале», С.Ә.Низаметдиновтың «Ҡара һыуҙар», «Ҡаһым түрә», П. И. Чайковскийҙың «Мазепа», Х. Ф.Әхмәтовтың «Нәркәс» операларын сәхнәләштерә. СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Ю. С. Мейтустың «Бер туған Ульяновтар» («Братья Ульяновы»), А. Н. Холминовтың «Оптимистик трагедия» («Оптимистическая трагедия»; икеһе лә — 1967), В. А. Успенскийҙың «Саламандраларға ҡаршы һуғыш» («Война с саламандрами»; 1968) спектаклдәрен ҡуя. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Башҡортостан көндәрендә (1997) ҡатнаша[1].
Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы 2007 йылдың 3 ғинуарында вафат була.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).