Викидатала элемент юҡ

Вәлиулла — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология үҙгәртергә

Вәлиулла башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән исем. Вәли (туған, яҡлаусы, изге) + улла (Алла) һүҙҙәре ҡушып яһалған. Алланың изге кешеһе, динсел, диндар, тәҡүәле, уҡымышлы кеше тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Вәлиулла Мортазин-Иманский (5 ғинуар 1885 йыл — 10 июль 1938 йыл) — актёр, режиссёр, драматург Һәм театр белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм администратор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы (20 август 1881 йыл — 1964 йыл) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.

Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы (1883 йыл — 1941 йыл) — мәғрифәтсе.

Зекрин Вәлиулла Зекерей улы (1907 йыл — 1954 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы

Фамилияла үҙгәртергә

Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24 октябрь 1930 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник. 2000—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20 сентябрь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).

Вәлиуллин Рим Абдулла улы (15 октябрь 1950 йыл) — ғалим-геофизик, техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, [1] Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2012), Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы мөдире.

Вәлиуллин Булат Риф улы (10 ғинуар 1987 йыл) — спортсы, Рәсәй шорт-трексыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—2006). Рәсәй чемпионатының (2005) көмөш (1000 м, 1500 м) һәм бронза (500 м, 3000 м, эстафетала) призеры. Күпалышта Рәсәй кубогының бронза призеры (2005). 2006 йылда Рәсәй кубогын яулай, Донъя чемпионаты һәм кубогы ҡатнашыусыһы.

Вәлиуллин Ринат Риф улы (29 ноябрь 1969 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы, шағир, филолог, рәссам. Юғары мәктәп уҡытыусыһы.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ