Вуди Аллен

Америка кинорежиссеры, актер-комикЮ продюсер

Хейвуд «Вуди» Аллен (ингл. Heywood "Woody" Allen; тыуғандағы исеме — Аллан Стюарт Конигсберг ингл. Allan Stewart Konigsberg)[14][15]; 1 декабрь 1935 йыл, Нью-Йорк) — Америка кинорежиссёры, актёр-комик, продюсер, дүрт тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы; яҙыусы, күп һанлы хикәйә һәм пьесалар авторы. Вуди Аллен әҙәбиәт һәм кинематограф, музыка, шулай уҡ джаз кларнетисы булараҡ билдәле.

Вуди Аллен
ингл. Heywood Allen
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Allan Stewart Konigsberg
Ҡушамат Woody
Ҡыҫҡаса атамаһы Woody Allen
Тыуған көнө 30 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[4] (88 йәш)
Тыуған урыны Бронкс[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[5][6]
Атаһы Martin[d][7]
Әсәһе Nettie Königsberg[d][7]
Бер туғандары Летти Аронсон[d]
Хәләл ефете Сун-И Превин[d]
Внебрачный партнёр Дайан Китон[d][6] һәм Миа Фэрроу[d]
Балалары Ронан Фэрроу[d][8], Мозес Фэрроу[d], Дилан О'Салливан Фэрроу[d], Manzie Tio Allen[d] һәм Bechet Dumaine Allen[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө кинорежиссёр, комик, кино актёры, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, кларнетист, драматург, йырсы, характерный актёр, журналист, яҙыусы, композитор, режиссёр, актёр, автор, продюсер
Эш урыны Новая школа[d]
Уҡыу йорто Тишская школа искусств[d]
Мидвудская старшая школа[d]
Нью-Йоркский университет[d]
Эшмәкәрлек йылдары 2020[9]
Музыка ҡоралы кларнет[d]
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Вуди Аллена[d]
Фильмография Фильмография Вуди Аллена[d]
Кем хөрмәтенә аталған Вуди Герман[d]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Гильдия писателей Америки, Восток[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Capitol Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

премия Гильдии сценаристов США[d]

премия «Доностия»[d] (2004)

Премия Гильдии режиссёров Америки[d]

премия принцессы Астурийской за достижения в искусстве премия «Оскар» за лучшую режиссёрскую работу Премия «Оскар» за лучший оригинальный сценарий Премия «Оскар» за лучший оригинальный сценарий Премия «Оскар» за лучший оригинальный сценарий премия «Золотой глобус» за лучший сценарий

премия О. Генри[d] (1978)

Америка фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы[d]

командор ордена Искусств и литературы

почётный доктор Университета имени Помпеу Фабры[d] (2007)

премия BAFTA за лучшую режиссуру[d] (1978)

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1978)

премия «Золотой глобус» за лучший сценарий премия «Золотой глобус» за лучший фильм — комедия или мюзикл

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1980)

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1985)

премия BAFTA за лучший фильм[d] (1986)

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1986)

премия BAFTA за лучшую режиссуру[d] (1987)

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1987)

премия BAFTA за лучший оригинальный сценарий[d] (1993)

BAFTA Academy Fellowship Award[d] (1997)

Серебряный медведь[d] (1975)

премия Фипресси[d] (1985)

Золотой лев за карьеру[d] (1995)

премия «Бодиль»[d] (1978)

премия «Бодиль»[d] (1980)

премия «Бодиль»[d] (1984)

премия «Бодиль»[d] (1986)

премия «Бодиль»[d] (1987)

премия «Бутака»[d] (1996)

премия «Бутака»[d] (1997)

Сезар[d] (1980)

Сезар[d] (1986)

Премия «Давид ди Донателло» лучшему иностранному актёру[d] (1984)

Давид ди Донателло[d] (1985)

Давид ди Донателло[d] (1987)

Давид ди Донателло[d] (1990)

премия «Давид ди Донателло» за лучший фильм[d] (2006)

премия «Гойя» за лучший европейский фильм[d] (2006)

премия «Fotogramas de Plata» лучшему зарубежному исполнителю[d] (1974)

премия «Fotogramas de Plata» за лучший зарубежный фильм[d] (1986)

премия «Независимый дух» за лучший сценарий[d] (2009)

премия Святого Георгия[d] (1979)

премия Святого Георгия[d] (2006)

Q20970213? (2009)

премия Национального совета кинокритиков США за лучший фильм[d]

премия Хьюго за лучшую постановку[d] (1974)

Бейеклеге/буйы 163 сантиметр
Рәсми сайт woodyallen.com
Учётная запись в социальных медиа Substack[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[10] һәм Harvard Film Archive[d][11]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Библиография Библиография Вуди Аллена[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][12]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 17 900 ± 99[13]
 Вуди Аллен Викимилектә

Аллен абсурд һәм сатира элементтары булған йор һүҙле комедиялары, шулай уҡ ниндәйҙер дәрәжәлә Ингмар Бергман ижады йоғонтоһонда яҙылған психологик драмалары менән тамашасы һөйөүен яулай. Ошо ике жанр сигендә Аллен яңы жанр — «интеллектуаль комедия» ижад иткән, тип иҫәпләнә. Бынан тыш, уның кинола ғәйәт ҙур күләмдә башҡарған эше һәм фильмдарҙы уғата юғары тиҙлектә етештереү оҫталығы уға ҡарата оло хөрмәт тойғоһо уята.

Ҡағиҙә булараҡ, Аллен үҙ картиналарының режиссёры һәм сценарисы булып ҡына ҡалмай, ә уларҙа төшә лә. Фильмдарының һәм күп һанлы мәҙәктәренең темалары — психоанализ һәм психоаналитика, секс һәм үҙенең йәһүд тамырҙары. Уның ижадында үҙе ғүмере буйы йәшәгән һәм иң яҡшы картиналарында («Нью-Йорк трилогияһы» — «Энни Холл», «Интерьер», «Манхэттен» һ. б.) уның тураһында һөйләгән Нью Йорк ҡалаһы айырым бер урын биләй.

Вуди Аллендың хәҙерге замандың иң бөйөк һәм иң йоғонтоло кинорежиссёрҙарының береһе булыуы күп тапҡырҙар таныла[16][16].

Биографияһы

үҙгәртергә

Аллен Нью-Йорк ҡалаһында (Бруклиндың Мидвуд кварталында) йәһүд ғаиләһендә тыуып үҫә. Буласаҡ режиссёр тыуғанда Аллен Стюарт Конигсберг исемен ала. Аллендың олатайҙары һәм өләсәйҙәре Литванан (Исаак Кенигсберг[17] һәм Дженни Коплин) һәм Австриянан (Леон Шерри һәм Сара Хофф) килгән эмигранттар була, уларҙың туған теле — иҙиш[18]. Уның әсәһе Нетти (1906—2002) ғаилә кондитер магазинында бухгалтер булып эшләй, ә атаһы — Мартин Конигсберг (1900—2001) — официант һәм гравер-ювелир һөнәрҙәрен белә. Атаһы менән әсәһе икеһе лә Манхэттенда Түбәнге Ист-Сайдта үҫә.

Аллендың һеңлеһе Летти (1943 йылда тыуа) була. 1990 йылдар уртаһында Летти Аронсон ағаһы фильмдарының продюсеры була. Аллен тураһындағы документаль фильмда төшә (2012).

Мәктәп йылдары

үҙгәртергә
 
1953 йылда Аллен.

Аллен бала сағында иҙиш телендә һөйләшә һәм тәүге һигеҙ йылда йәһүд мәктәбендә уҡый, артабан Мидвудтағы өлкәндәр мәктәбенә бара. Сәсе бер аҙ ерәнерәк төҫтә булғаны өсөн мәктәптә уға «Ерән» (ингл. Red; рус. Рыжий) ҡушаматы тағыла.

Һуңынан сәхнәлә һәм төшөргән фильмдарында үҙен физик яҡтан көсһөҙ һәм кеше менән бик аралашмаған кеше итеп күрһәтһә лә, ул мәктәптә бейсболда һәм баскетболда бик яҡшы уйнай, башҡаларға төрлө фокустар күрһәтергә әүәҫ була, шуға ла һәр саҡ иптәштәре араһында була.

Аҡса эшләү маҡсатында, ул гәзит өсөн көләмәстәр яҙа башлай. Ошо осорҙа ул үҙенә Вуди Аллен псевдонимын ала. Үҙе раҫлауынса, беренсе көләмәсе ғәйбәттәр бүлегендә баҫыла. Алленға ун алты йәш тулғас, комик Милт Кэмен уны талант булараҡ аса, ул башлап яҙыусы юмористы Сид Сизарҙың популяр шоуына эшкә урынлаштыра.

Ун ете йәшендә исемен Хейвуд Алленға алмаштыра.

Мәктәптән һуң

үҙгәртергә

Өлкән кластарҙы тамамлағандан һуң Аллен Нью-Йорк университетына уҡырға инә, унда коммуникациялар һәм кинематография курстарында белем ала. Аллен әллә ни тырышып уҡымай, шуға ла кинематография буйынса имтиханын тапшыра алмай, бер аҙҙан университеттан ҡыуыла. Аҙаҡ бер аҙ ваҡыт Нью-Йорктың ҡала колледжында уҡып ала.

Шул мәлдә Аллен әүҙем рәүештә әҙәбиәт, кино менән шөғөлләнә һәм сәхнәлә сығыш яһай башлай. Был турала тулыраҡ — «Ижады» бүлегендә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Буласаҡ беренсе ҡатыны Харлин Розен менән Аллен һәүәҫкәр джаз концертында таныша, унда ул саксофонда, ә Розен фортепианола уйнаған була. Улар 1956 йылдың 15 мартында Голливудта өйләнешә. Шунан Аллен Нью-Йоркҡа күсеп килә. Аллен төрлө шоуҙар өсөн көләмәстәр ижад итеү менән шөғөлләнә, ә ҡатыны философияны өйрәнә. Был никах биш йыл дауам итә; Аллен аҙаҡ был никахын әсе көлөү менән иҫкә төшөрөр була. Шуға ла Розен айырылышҡандан һуң әйтелгән зәһәр әсе һүҙҙәре өсөн Алленға ҡарата суд эшен ҡуҙғата, үҙ дәғүәһен 1 миллион долларға баһалай.

Икенсе ҡатыны актриса Луиза Лассер менән Вуди Аллен никахта өс йыл, 1966 йылдан 1969 йылға тиклем йәшәй. Лассер уның дүрт фильмында уйнай («Аҡса ал да ҡас» (1969), «Банандар» (1971), «Секс тураһында һеҙ белергә теләгән, әммә һорарға ҡурҡҡан мәғлүмәт» (1972), «Йондоҙҙар туҙаны тураһында хәтирәләр» (1980)). Лассерҙан айырылғас, Вуди Аллен 1997 йылға тиклем никахҡа инмәй.

Вуди Аллендың Дайан Китон менән мөнәсәбәте «Быны ҡайтанан уйна, Сэм» спектаклендә Дайан ҡатнашырға килгән көндән башлана һәм режиссёрҙың ижадына ҙур йоғонто яһай. Аллен менән Китон араһында барлыҡҡа килгән был ҡыҫҡа ғына романтик мөнәсәбәт әллә ни оҙаҡ дауам итмәй, әммә уларҙың дуҫлығы һәм әүҙем хеҙмәттәшлеге оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Дайан Китон Вуди Аллендың «Йоҡлап ятҡан кеше» (1973), «Мөхәббәт һәм үлем» (1975), «Интерьер» (1979), ә һуңғараҡ — «Радио көнө» (1987) һәм «Манхеттендағы серле үлтереү» (1993) фильмдарында төшә.

Китон йоғонтоһо аҫтында Вуди Аллен үҙ ижадына хас булмаған яңы «Энни Холл» (1977) фильмын төшөрә, ул үҙе был фильмды авторлыҡ стиле үҫешендәге «боролош нөктәһе» тип атай. Дайан Китондың ысын исеме менән — Холл Энни — аталған һәм иронияға ҡоролған был комедияға Дайан Китон менән Вуди Аллендың биографияларынан байтаҡ эпизодтар ингән. «Энни Холл» тәнҡитселәрҙең һоҡланыулы фекерҙәренә лайыҡ була, тамашасы ла был фильмды бик йылы ҡабул итә һәм рекордлы һанда премиялар яулай.

 
Вуди Аллен ҡатыны Сун-и Превен менән (2009 йыл)

Вуди Аллендың актриса Мий Фэрроу менән 1980 йылда башлаған мөнәсәбәте 12 йылға һуҙыла, Фэрроу уның 13 фильмында төп ролдәрҙе башҡара. Улар араһында түбәндәгеләрҙе бик уңышлы тип билдәләргә мөмкин: «Зелиг» (1983), «Ҡаһирәнең ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге раузаһы» (1985), «Ханна һәм уның апай-һеңлеләре» (1986). Аллен менән Фэрроу бер ҡасан да рәсми рәүештә никахҡа инмәй, әммә улар фактик никахта йәшәй. Ронан Фэрроу исемле уртаҡ улдары, шулай уҡ тәрбиәгә алған ике — Мэлоун (Дилан) һәм Миша (Мозес) Фэрроу исемле балалары була. Вуди Аллен менән Фэрроу Мийҙың 1992 йылда «айырылышыуы» ғауға һәм суд процестарын барлыҡҡа килтерә, һөҙөмтәлә Аллен тәрбиәгә алынған балалар менән күрешеүҙән мәхрүм ҡала, ә улы Ронан менән осрашыу сикләнә. 15 йәшлек улы Мозес Аллен менән хатта күрешергә теләмәй, әммә 36 йәшендә ул әсәһенән ситләшә һәм атаһы һәм һеңлеһе менән аралаша башлай[19]. Фэрроу уллыҡҡа алыу тураһындағы документты ғәмәлдән сығарырға тырышып ҡарай, ләкин суд ҡарары Аллен файҙаһына була[16].

Фэрроуҙың элекке ире, танылған музыкант һәм элек Лос-Анджелес филармонияһы оркестрының баш дирижеры булып эшләгән Андре Превендың[20] ҡыҙы 22 йәшлек Сун-и Превен менән Аллендың бәйләнеше Фэрроу менән айырылышыу сәбәбе була. 1997 йылда Сун-Превен һәм Вуди Аллен өйләнешә. Артабан улар ике ҡыҙ баланы тәрбиәгә ала һәм уларға джаз музыканттары Сидней Беше менән Мэнзи Джонсондың исемдәрен бирә.

Мий Фэрроу менән Вуди Аллендың улы — Ронан Шеймус Фэрроу (тыуған йылы: 1987)[21] — 2011 йылда Forbes журналы 30 йәшкә тиклемгеләр араһында асыҡлаған иң уңышлы кешеләр исемлегенә инә (ул саҡта АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтондың йәштәр эштәре буйынса махсус кәңәшсеһе вазифаһын биләй). 2011 йылдың ноябрендә Оксфорд университетында уҡыу өсөн Родс стипендияһына лайыҡ була[22].

Вуди Аллен атеист була, быны күп һанлы интервьюлары, шулай уҡ 2013 йылда сыҡҡан «Ҡафыр» документаль картинаһы ла раҫлай.

Әҙәбиәт һәм театрҙағы эше

үҙгәртергә

Нью-Йорк университеты һәм Колледждағы уңышһыҙлыҡтарынан һуң Аллен һәләте буйынса эш һайлай, юморист Герберт Шрайнерға сценарийҙар ижад итеү менән шөғөллөнә. 1954 йылдан «Эд Салливан шоуы», «Киске шоу», «Сизар сәғәте» һәм башҡа бик күп популяр ТВ-программалары өсөн сценарийҙар яҙа.

1961 йылда яңы эш даирәһе барлыҡҡа килә: ул, Гринвич Вилледж районында «Дуплекс» клубындағы дебюты менән, «юмористик импровизациялар» (ингл.  Stand-up comedy) жанрында сығыш яһай. Ошо ваҡытта Аллен «Йәшерен Камера» популяр телевизион шоуы өсөн яҙа башлай һәм программаның бер нисә эпизодында үҙе лә күренеп ҡала.

Бродвейҙа

үҙгәртергә

1966 йылда «Был һыуҙы эсмәгеҙ» пьесаһының 1966 йылдың 17 ноябрендә ҡуйылған премьераһы уны Бродвейҙағы иң уңышлы драматургтарҙың береһе иҫәбенә индерә. Был пьеса 598 тапҡыр ҡуйыла. Постановкала Лу Якоби, Кэй Медфорд, Анита Джиллетт һәм артабан күп тапҡырҙар Аллен фильмдарында уйнаған Энтони Робертс ҡатнаша. Пьесаның режиссёр Говард Моррис ҡуйған киноверсияһында Джеки Глисон ҡатнаша, фильм 1969 йылда прокатҡа сығарыла. 1994 йылда Аллен үҙе телевидениела Майкл Джей Фокс һәм Майим Бьялик ҡатнашлығында пьесаның өсөнсө версияһын ҡуя.

1970-се йылдарҙа Аллен бер актлы бер нисә пьеса яҙа (иң күренеклеләре — «Ҡауырһындарһыҙ» йыйынтығына ингән «Алла» һәм «Үлем»).

1981 йылда Бродвейҙа Аллендың «Йөҙөп барған маяҡ яҡтыһы» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыла, ул тәнҡитселәр тарафынан бик йылы ҡабул ителһә лә тамашасылар һөйөүен яулай алмай. Ике тапҡыр «Тони» номинацияһына лайыҡ булһа ла һәм «Иң яҡшы ирҙәр роле» категорияһында еңеү яулаһа ла, барлығы 62 тапҡыр ғына сәхнәләштерелә.

Оҙайлы тәнәфестән һуң 1995 йылда Аллен бер актлы «Вест Парк Централы» пьесаһы менән театрға ҡабат ҡайта.

Вуди Аллен — классик һәм джаз музыкаһын ярата, быны фильмдарына яҙылған музыкаһы ла раҫлай. Псевдонимы ла музыкаға бәйле: америка джаз кларнетисы һәм саксофонсыһы Вуди Херман хөрмәтенә алына.

Кинолағы эше

үҙгәртергә

Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Аллендың ижадын «автор киноһы» өлгөһө тип ҡарарға кәрәк[23]. Ҡағиҙә булараҡ, ул үҙе сценарийҙар яҙа, үҙе фильмдарының режиссёры һәм төп ролде лә башҡара. Аллен «интеллектуаль комедия» жанрына нигеҙ һалыусы тип һанала, ғәҙәттә уның фильмдарында етдилек янында көлөү һәм ирония урын алған була. Аллен шулай уҡ тәрән психологик драмалар авторы булараҡ та билдәле. Уның әҙәбиәтте, музыканы һәм киноны төплө белеүе ижадында асыҡ сағыла. Һәр фильмында бөйөк замандаштары киноларына һәм бынан бик күп алдағы картиналарға, классик һәм хәҙерге заман әҙәбиәте әҫәрҙәренә йәшерен һәм асыҡтан-асыҡ һылтанмалар ярылып ята.

Ижадының төрлө дәүерендә Вуди Аллен ижадында төрлө кәйеф өҫтөнлөк итә. Кинематограф юлының башында Аллен бер туған Маркстарҙың традицияларын, абсурд комедияларын дауам итеүсе була. Тәнҡитсе М. Брашинский әйтеүенсә, 1970-се йылдар аҙағында, «Аллен донъяға Бергман күҙҙәре менән ҡарай»[24].Ошо осорҙа Аллен фильмдарында Бергман һәм Стриндберг, шулай уҡ Чеховтың йоғонтоһо ныҡ һиҙелә.

Аллендың һуңғы фильмдарын тамашасы, уңышҡа өлгәшеү-өлгәшмәүенә ҡарамайынса, донъя классикаһы булараҡ ҡабул итә.

«Яңылыҡтар бармы, бесәйем?» (1965) фильмы — Аллендың кинолағы беренсе эше. Алленды был картинаға продюсер Чарльз Фельдман йәлеп итә, уның алдына булған сценарийҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләү һәм фильмдың Уоррен Биттиға тәғәйенләнгән төп ир-егет ролен ҡайтанан яҙыу бурысы ҡуйыла. Бынан тыш Алленға бәләкәй генә роль дә бирелә. Әммә сценарий өҫтөндә эшләгәндә Аллен үҙенең ролен байтаҡҡа ҙурайта, ә Битти ролен бәләкәсәйтә.

Икенсе пландағы ролде башҡарырға тура киләсәген аңлағас, Битти менән студия араһында бәхәс тыуа. Әммә низағ Аллен файҙаһына хәл ителә. Студия, Аллен яҙған сценарий тәүге версияға ҡарағанда күпкә отошлораҡ, тигән һығымтаға килә.

Шунан һуң Уоррен Битти проекттан сыға, ә уның урынына ролгә Питер Тула О' саҡырыла: элек әллә ни билдәле булмаған Вуди Аллен үҙен фильмдан хатта «йондоҙҙо» ҡыуып сығарырға һәләтле фигура булараҡ таныта.

1967 йылда Аллен тағы ла Фельдман менән «„Рояль“ казиноһы» фильмын төшөргәндә хеҙмәттәшлек итә, Аллен үҙе бер нисә эпизодта уйнай.

Әгәр берәү көнө-төнө үлем тураһында уйлай икән, тимәк ул —Вуди Аллен.

1969 йылдан башлап Вуди Аллен фильмдарына Jack Rollins & Charles H. Joffe Productions кинокомпанияһы продюсерлыҡ итә. Иң тәүге фильмдары «Аҡса ал да ҡас» (1969), артабан «Банандар», «Секс тураһында һеҙ белергә теләгән, әммә ҡурҡып һорамаған мәғлүмәт», «Йоҡола», «Мөхәббәт һәм үлем» фильмдары төшөрөлә. «Аҡса ал да ҡас» һәм «Банандар» фильмдарын Аллен бала саҡтан дуҫ булған Микки Роуз менән авторҙашлыҡта ижад итә.

1972 йылда Вуди Аллен «Тағы бер тапҡыр уйна, Сэм» киноверсияһында төп ролде уйнай, фильмдың режиссёры — Росс Герберт. Вуди Аллендың йәш сағындағы ижадына Боб Хоул, ағалы-ҡустылы Маркстар һәм Хамфри Богарт йоғонто яһай. 1976 йылда ул Мартин Риттың «Ялған битлек» сатирик фильмында төп ролде башҡара, фильм 50-се йылдарҙа Голливудта булған ҡара исемлек тураһында һөйләй.

1980-се йылдар

үҙгәртергә

Аллендың 80-се йылдарҙағы фильмдары, шул иҫәптән комедиялары, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән тулы. «Сентябрь» һәм «Йондоҙҙар туҙаны тураһында хәтирәләр» кеүек фильмдарында Ингмар Бергман һәм Федерико Феллини кеүек Европа режиссёрҙары эштәренең йоғонтоһо һиҙелә.

1990-сы йылдар

үҙгәртергә

Был осорҙа Аллен төрлө стилдәрҙе ҡулланып эшләй, шул уҡ ваҡытта үҙенең әҙәби һәм кинематография буйынса эрудицияһын күрһәтә. Уның эштәрендә 1920-се йылдарҙа ижад иткән Фриц Ланг, Орсон Уэллс, Чарльз Чаплин һәм башҡа оҫталарҙың ижадтарының йоғонтоһо тойола.

2000-се йылдар

үҙгәртергә

«Ваҡ-төйәк алдаҡсылар» (2000), DreamWorks студияһында төшөрөлгән тәүге фильмы ярайһы уҡ ҙур ғына уңышҡа өлгөшө, АҠШ-та был фильм 17$ миллион йыя, әммә Аллендың артабанғы 4 фильмы бындай уңышҡа өлгәшә алмай, хатта бюджеты 33$ млн булған «Нефрит саяны ҡәһәре» Аллендың өмөттәрен аҡламай. «Голливуд финалы» һәм «Мелинда һәм Мелинда» (һәр береһе ни бары 5$ млн ғына йыя). Күптәр, Вуди Аллендың «йондоҙло сәғәте» үткән, тип белдерергә ашыға.

 
Вуди Аллен. 2006 йыл фотоһы

2010-се йылдар

үҙгәртергә

2010 йылда төшөрөлгән «Серле сит кешене осратырһың» фильмында Антонио Бандерас, Джош Бролин һәм Энтони Хопкинс уйнай. Фильм 34 миллион доллар килем китерә.

2014 йылда Аллен донъя кино сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн «Алтын глобус» почетлы премияһына лайыҡ була[27].

Халыҡ-ара танылыуы

үҙгәртергә
 
Овьедо ҡалаһында Вуди Алленға ҡуйылған статуя
 
Астурияла Аллен статуяһының башы

Ален «Оскар» премияһы менән бүләкләү тантанаһына бөтөнләй йөрөмәй, хатта уның фильмдары премияға дәғүә итһә лә. Тапшырылған статуэткаларҙы ул ата-әсәһенә ебәреп тора[28]. Шуға ҡарамаҫтан, Вуди Аллен актёрлыҡ һәм режиссёрлыҡ эштәре, сценарийҙары өсөн бихисап халыҡ-ара наградаларға лайыҡ. Уның һәр фильмы бер юлы бер нисә категория буйынса «Оскар» премияһына һәм башҡа премияларға тәҡдим ителә. Уның фильмдарында уйнаған актёрҙар ҙа күп тапҡырҙар премияларға лайыҡ була.

Голливуд йондоҙҙары Аллен фильмдарында төшөүҙе уларға хөрмәт күрһәтеү тип таный. Мәҫәлән, Майкл Китон «Ҡаһирәнең ҡуйы ҡыҙыл раузаһы» фильмында символик хаҡҡа ғына уйнарға ризалаша (әммә режиссёр башҡа актёрға өҫтөнлөк бирә)[28].

Вуди Аллендың танылыуы һәм наградалары тураһында ҡайһы бер факттар:

  • 1960-сы йылдар аҙағында Аллен Америка экранының алдынғы комедиографы тип таныла, уның фотоһы абруйлы «Лайф» журналының тышлығына ҡуйыла (1969).
  • 1977 йылда Аллен «Энни Холл» картинаһы өсөн дүрт «Оскар»ға лайыҡ була.
  • 1978 йылда бер йыл элек «Нью-Йоркер» журналында баҫылған «Кугельмас менән булған хәл» хикәйәһе өсөн О. Генри премияһын ала.
  • Бельгия документалисы Андре Дельво 1980 йылда «Вуди Алленға — Европанан һөйөү менән» картинаһын төшөрә.
  • Алленға иң яҡшы сит ил фильмы өсөн «Сезар» премияһы ике тапҡыр тапшырыла: 1980 йылда «Манхэттен» өсөн, 1986 йылда «Ҡаһирәнең ҡуйы ҡыҙыл раузаһы» өсөн. Уның тағы ете картинаһы ошо премия номинанты була.
  • «Ҡаһирәнең ҡуйы ҡыҙыл раузаһы» яҡшы сценарий өсөн шулай уҡ «Алтын глобус» премияһын ала. Аллен был премияға өс номинация буйынса 10 тапҡыр тәҡдим ителә.
  • Венеция фестивалендә (1995) Вуди Алленға кинематография сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн «Алтын арыҫлан» тапшырыла.
  • Бер йылдан һуң АҠШ-тың Режессерҙар гильдияһынан ошондай уҡ премияны ала.
  • Алленға 2002 йылда Астурия принцы премияһы бирелә, оҙаҡламай Астурияның баш ҡалаһы Овьедола режиссёрҙың статуяһы ҡуйыла[29].
  • Шул уҡ йылда Аллен кинематография индергән дөйөм өлөш өсөн тағы ла бер премия ала: был юлы ул Каннылағы кинофестивалдә тапшырыла торған «Пальма ботағына» лайыҡ була. Унан башҡа был премия 1997 йылда тик Ингмар Бергманға ғына тапшырылған була.
  • 2005 йылда комедия жанрында эшләгән профессионалдар тауыш биреү юлы менән Алленға иң яҡшы комиктар араһында өсөнсө урын бирә (Питер Кук һәм Джон Клиздан һуң)[30].
  • 2007 йылдың июнендә Барселонаның Помпеу Фабр исемендәге университеты Вуди Алленды causa honoris философия докторы итеп һайлай.
  • Америка философия йәмғиәте ағзаһы (2010). 2014 йылда сит ил матбуғаты Голливуд ассоциацияһының Сесиль Б. Де Милля премияһына лайыҡ була.
  • Калининград ҡалаһында (РФ) Вуди Алленға һәйкәл асылған. Скульптура «Заря» кинотеатры холына режиссёрҙың күҙлектәре рәүешендә ҡуйылған[31].

Фильмографияһы

үҙгәртергә
Год Русское название Оригинальное название Роль
1965 ф Что нового, киска? What’s New Pussycat? сценарист, актёр
1966 ф Что случилось, тигровая лилия? What’s Up, Tiger Lily? сценарист, режиссёр
1969 ф Хватай деньги и беги Take the Money and Run сценарист, режиссёр, актёр
1971 ф Бананы Bananas сценарист, режиссёр, актёр
1972 ф Сыграй это снова, Сэм Play It Again, Sam сценарист, актёр
1972 ф Всё, что вы всегда хотели знать о сексе, но боялись спросить Everything You Always Wanted to Know About Sex * But Were Afraid to Ask сценарист, режиссёр, актёр
1973 ф Спящий Sleeper сценарист, режиссёр, актёр
1975 ф Любовь и смерть Love and Death сценарист, режиссёр, актёр
1977 ф Энни Холл Annie Hall сценарист, режиссёр, актёр
1978 ф Интерьеры Interiors сценарист, режиссёр
1979 ф Манхэттен Manhattan сценарист, режиссёр, актёр
1980 ф Воспоминания о звёздной пыли Stardust Memories сценарист, режиссёр, актёр
1982 ф Комедия секса в летнюю ночь A Midsummer Night’s Sex Comedy сценарист, режиссёр, актёр
1983 ф Зелиг Zelig сценарист, режиссёр, актёр
1984 ф Бродвей Дэнни Роуз Broadway Danny Rose сценарист, режиссёр, актёр
1985 ф Пурпурная роза Каира The Purple Rose of Cairo сценарист, режиссёр
1986 ф Ханна и её сестры Hannah and Her Sisters сценарист, режиссёр, актёр
1987 ф Дни радио Radio Days сценарист, режиссёр
1987 ф Сентябрь September сценарист, режиссёр
1988 ф Другая женщина Another Woman сценарист, режиссёр
1989 ф Нью-йоркские истории, новелла «Новый Эдип» New York Stories: Oedipus Wrecks сценарист, режиссёр, актёр
1989 ф Преступления и проступки Crimes and Misdemeanors сценарист, режиссёр, актёр
1990 ф Элис Alice сценарист, режиссёр
1991 ф Сцены в магазине Scenes From A Mall актёр
1992 ф Мужья и жёны Husbands and Wives сценарист, режиссёр, актёр
1992 ф Тени и туман Shadows and Fog сценарист, режиссёр, актёр
1993 ф Загадочное убийство в Манхэттене Manhattan Murder Mystery сценарист, режиссёр, актёр
1994 ф Пули над Бродвеем Bullets Over Broadway сценарист, режиссёр
1995 ф Великая Афродита Mighty Aphrodite сценарист, режиссёр, актёр
1996 ф Все говорят, что я люблю тебя Everyone Says I Love You сценарист, режиссёр, актёр
1997 ф Разбирая Гарри Deconstructing Harry сценарист, режиссёр, актёр
1998 ф Знаменитость Celebrity сценарист, режиссёр
1999 ф Сладкий и гадкий Sweet and Lowdown сценарист, режиссёр
2000 ф Мелкие мошенники Small Time Crooks сценарист, режиссёр, актёр
2001 ф Проклятие нефритового скорпиона The Curse of the Jade Scorpion сценарист, режиссёр, актёр
2002 ф Голливудский финал Hollywood Ending сценарист, режиссёр, актёр
2003 ф Кое-что ещё Anything Else сценарист, режиссёр, актёр
2004 ф Мелинда и Мелинда Melinda and Melinda сценарист, режиссёр
2005 ф Матч-пойнт Match Point сценарист, режиссёр
2006 ф Сенсация Scoop сценарист, режиссёр, актёр
2007 ф Мечта Кассандры Cassandra’s Dream сценарист, режиссёр
2008 ф Вики Кристина Барселона Vicky Cristina Barcelona сценарист, режиссёр
2009 ф Будь что будет Whatever Works сценарист, режиссёр
2010 ф Ты встретишь таинственного незнакомца You Will Meet a Tall Dark Stranger сценарист, режиссёр
2011 ф Полночь в Париже Midnight in Paris сценарист, режиссёр
2012 ф Римские приключения[32] To Rome with Love сценарист, режиссёр, актёр
2012 ф Париж-Манхэттен Paris Manhattan актёр
2013 ф Жасмин Blue Jasmine режиссёр, сценарист
2013 ф Неверующие The Unbelievers актёр
2014 ф Под маской жиголо Fading Gigolo актёр
2014 ф Магия лунного света Magic in the Moonlight режиссёр, сценарист
2015 ф Иррациональный человек Irrational Man режиссёр, сценарист
2016 ф Светская жизнь Café Society режиссёр, сценарист
2016 с Кризис в шести сценах Crisis in Six Scenes режиссёр, сценарист, актёр
2017 ф Колесо Чудес Wonder Wheel режиссёр, сценарист

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 https://www.moma.org/artists/32175 (ингл.)
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118502077 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. https://movies2.nytimes.com/books/first/m/meade-woody.html
  6. 6,0 6,1 https://biography.yourdictionary.com/woody-allen
  7. 7,0 7,1 Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  8. Lundy D. R. Woody Allen // The Peerage (ингл.)
  9. https://www.trouw.nl/cultuur-media/autobiografie-woody-allen-slaat-terug~bc05bb44/
  10. http://www.moma.org/collection/works/107281
  11. https://id.lib.harvard.edu/alma/99157880266103941/catalog (ингл.)Harvard University.
  12. https://data.performing-arts.ch/a/9bbb4628-d558-4437-8049-a2592f7dabfd / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  13. Интерфейс программирования приложения YouTube
  14. Энциклопедия «Британника». Вуди Аллен
  15. In depth: essayists for our time
  16. 16,0 16,1 16,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  17. Семья Исаака Кенигсберга (1874—1939) происходила из Поневежа Ковенской губернии.
  18. The Unruly Life of Woody Allen
  19. Marks, Peter. Allen Loses to Farrow in Bitter Custody Battle, The New York Times. 5 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  20. Приемная дочь Вуди Аллена раскрыла подробности романа с режиссёром 2018 йыл 18 сентябрь архивланған. // Vesti.lv, 17 сентября, 2018
  21. Сын Вуди Аллена поздравил режиссёра. RU NY web (20 июнь 2012). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  22. Самые успешные люди в возрасте до 30 лет по версии журнала Forbes. ИТАР-ТАСС (20 декабрь 2011). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 12 июль архивланған.
  23. Н. А. Цыркун. Вуди Аллен (статья в энциклопедии)(недоступная ссылка)
  24. М. Брашинский. Тема клоуна и Другого // Сеанс. № 13, июль 1996
  25. Правила жизни Рэя Брэдбери — Журнал Esquire 2015 йыл 21 март архивланған.
  26. Максим Лоран. "VERTIGO" D’HITCHCOCK, NOUVEAU SOMMET DU SEPTIÈME ART (фр.). ParisMatch (3 август 2012). Дата обращения: 2012-8-3.
  27. Woody Allen To Receive Cecil B. DeMille Award At Golden Globes (ингл.). Deadline (13 сентябрь 2013). Дата обращения: 2013-9-13.
  28. 28,0 28,1 The Purple Rose of Cairo / tcm.com  (Тикшерелеү көнө: 11 март 2010)
  29. Neatorama
  30. The Comedian`s Comedian(недоступная ссылка)
  31. Вуди Аллен обратился к жителям Калининграда
  32. Кичин В. На экраны выходят «Римские приключения» Вуди Аллена. Российская газета (06.07.12). Дата обращения 6 июля 2012.

Әҙәби әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә