Волошина Мария Ермолаевна

Мария Ермолаевна Волошина (19261979) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Чита өлкәһе Улетовский районының «Берекмә» колхозы һауынсыһы , Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Волошина Мария Ермолаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1926
Тыуған урыны Рәсәй, Байкал аръяғы крайы
СССР
Вафат булған көнө 1979
Вафат булған урыны Рәсәй, Байкал аръяғы крайы
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Мария Ермолаевна Волошина 1926 йылда Байкал аръяғы крайының Улетовский районы Николаев ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1942 йылда "Берекмә" колхозының трактор бригадаһында учетчик-заправкасы булып эшләй. 1945 йылдан тракторсы булып эшләй. 1948 йылда малсылыҡ фермаһына һауынсы булып эшкә килә. Ул эште бик тиҙ үҙләштерә һәм тиҙҙән производство алдынғыһы булып китә.

Етенсе биш йыллыҡ һөҙөмтәһе буйынса планлы күрһәткестәрен ул ваҡытынан алда үтәй һәм социалистик ярыш еңеүсеһе була[1].

СССР Юғары Совет Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн Мария Ермолаевна Волошинаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә

Артабан тыуған колхозында эшләүен дауам итә.

Тыуған ауылында йәшәй. 1979 йылда вафат була.

НаградаларыҮҙгәртергә

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Энциклопедия Забайкалья. encycl.chita.ru. 9 март 2020 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә