Төп менюны асырға

Воловик Михаил Яковлевич (21 декабрь 1917 йыл — 7 март 1994 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, сатира һәм юмор оҫтаһы, тәржемәсе, 1961 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1949), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975) кавалеры.

Михаил Воловик
Исеме:

Воловик Михаил Яковлевич

Тыуған көнө:

21 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Украина ССР-ы Сумск өлкәһе Глухов ҡалаһы

Вафат булған көнө:

7 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

инженер-техник хеҙмәткәр, институт уҡытыусыһы, яҙыусы-сатирик, яҙыусы-юморист, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1993

Йүнәлеше:

шиғриәт

Жанр:

сатира һәм юмор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1966)

БиографияһыҮҙгәртергә

Михаил Яковлевич Воловик 1917 йылдың 21 декабрендә Украина ССР-ы Сумск өлкәһе Глухов ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 14 йәшендә заводта токарь ярҙамсыһы булып башлай, аҙаҡтан Запорожье моторҙар эшләү заводында токарь була, бер үк ваҡытта эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә белем ала.

1935 йылда Запорожье машиналар эшләү институтына уҡырға инә һәм, уны тамамлағас, инженер дипломы менән йүнәтмә буйынса Өфө моторҙар эшләү заводына ебәрелә. Был предприятиела ул 1940 йылдан 1987 йылға тиклем иң яуаплы участкаларҙа эшләй, мастерҙан заводтың баш инженеры урынбаҫарына тиклем оло хеҙмәт юлы үтә: инженер-инспектор, 1943—1954 йылдарҙа техник контроль бүлеге етәксеһе, 1954—1964 йылдарҙа баш контролер урынбаҫары, 1964—1983 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең баш инженер урынбаҫары була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1986 йылдан — бер бүлектә өлкән инженер вазифаһын башҡара.

Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бергә Михаил Воловик 25 йыл барышында Өфө авиация институтында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡыта, 1967 йылда «Машиналар эшләү технологияһы» кафедраһында «доцент» дәрәжәһе ала. Ул — Башҡортостан фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты.

114 тапҡыр теркәлгән уйлап табыуҙары һәм яңы тәҡдимдәре өсөн 1966 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы» тигән исемгә лайыҡ була. Бер предприятиела оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн ике тапҡыр (1969, 1975 йылдар) «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Михаил Воловик 1994 йылдың 7 мартында вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән. «Сельская Богородская» урамындағы ул йәшәгән 13-сө йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәби ижадыҮҙгәртергә

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Солнце и свинья: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1952. — 48 с.
  • Карикатуры с натуры: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1962. — 48 с.
  • Палки в колесах: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1964. — 48 с.
  • Баснословно: Басни. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1967. — 128 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975)
  • Өc «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Почётный моторостроитель» (1989)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1966)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)

Әҙип хаҡындаҮҙгәртергә

  • Инженер-писатель // Моторостроитель. — 1987. — 18 декабря. — С. 3. (рус.)
  • Поступкин С. К. Баснословный // Моторостроитель. — 1987. — 25 декабря. — С. 4. (рус.)
  • Салимов М. Посол дружбы // Вечерняя Уфа. — 1997. — 20 декабря. — С. 4. (рус.)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Башкортостан. Энциклопедия (рус.)