Добро.РУ үҙгәртергә

Dobro.ru — это платформа для содействия развития волонтерского движения в России. Я изучил и адаптировал его под нас, википедистов. Теперь волонтеры международных проектов Викимедиа смогут конвертировать свои правки в часы активности в электронных книжках волонтера в Добро.ру. Для этого необходимо создать аккаунт в Добро.ру и заполнить вакансии в мероприятиях от НП «Викимедиа РУ». Я создал две вакансии «Волонтер международного проекта» (без ограничения вакантных мест) в мероприятиях «Я волонтер Русской Википедии» и «Я волонтер Башкирской Википедии» с учетным периодом до 31 марта 2022 года. По завершению периода в книжку волонтера заполню часы активности из портала Викискан (РуВики, БашВики). КАКАЯ ПОЛЬЗА ОТ ЭТОЙ ЗАТЕИ ВОЛОНТЕРАМ ВИКИМЕДИА? — спросите вы. В настоящее время наиболее реальная польза — выпускники школ смогут получить дополнительные баллы при поступлении в вузы. Взрослым коллегам пока не могу предложить какую-либо конкретную пользу или льготу от государства. Вероятно в будущем они могут быть — а пока рекомендую копить часы активности в электронной книжке волонтера, их нельзя учесть за предыдущие периоды задним числом. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:06, 11 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Топик-бан үҙгәртергә

Ilnur efende тәжрибәле ҡатнашыусы булыуына ҡарамаҫтан, бер нисә биттәрҙәрҙә (Себер татар теле, Себер татарҙары) төҙәтеүҙәр һуғышы алып бара, шул иҫәптән башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшмәйенсә мәҡәләләрҙең исемдәрен үҙгәртеү (мәҫәлән, Себер татарлары - абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнмәгән) менән шөғөлләнә. Шунлыҡтан ҡатнашыусыға башҡа ҡатнашыусыларҙың индергән өлөшөн юйырға/үҙгәртергә тыйыла. Мәҡәләнең исемен үҙгәртеү ҙә тыйыла, әммә ҡатнашыусы Википедия:Исемен үҙгәртеүгә битендә үҙ тәҡдимен ҡалдыра ала. Топик-банды 1-се тапҡыр боҙған өсөн — 1 ай, 2-сегә — 6 ай, 3-сөгә — сикләнмәгән ваҡытҡа блоклау ҡарала. --Ryanag (әңгәмә) 20:42, 16 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Ryanag, «бер нисә биттәрҙәрҙә төҙөтеүҙәр» тигән яҙыуға конкрет биттәрҙе һәм конкрет төҙөтеүҙәрҙе күрһәтеү урынлы. Хаким ғәмәлен үтәгәндә шартына килтереп еткермәүең өсөн ғәмәлеңде кире алыуҙары ихтимал. Беҙҙең бер хакимға шелтә лә биргәйнеләр бер ваҡыт. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:55, 18 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Новости Стратегии движения и управления – Выпуск 5 үҙгәртергә

Новости Стратегии движения и управления
Выпуск 5 — Январь 2022Прочитайте полный текст информационного бюллетеня


Добро пожаловать в пятый выпуск Новостей о Стратегии движения и управления (ранее именуемый как Новости Универсального кодекса поведения)! Этот обновлённый бюллетень содержит актуальные новости и события, касающиеся Устава Движения, Универсального кодекса поведения, грантов на реализацию Стратегии движения, выборов в Совет попечителей и других соответствующих тем по Стратегии движения и управлению.

Этот информационный бюллетень будет выпускаться ежеквартально. Дополнительные новости будут рассылаться подписчикам еженедельно или раз в две недели. Пожалуйста, не забудьте подписаться здесь, чтобы получать эти обновления.

  • Приглашение к обратной связи по поводу выборов в Совет попечителей - Мы приглашаем вас поделиться своим мнением о предстоящих выборах в Совет попечителей Фонда Викимедиа. Приём ваших отзывов по поводу этих выборов был объявлен 10 января 2022 года и завершится 7 февраля 2022 года. (продолжить чтение)
  • Ратификация Универсального кодекса поведения - В 2021 году Фонд Викимедиа обратился к сообществам с вопросом о том, как обеспечить соблюдение текста политики Универсального кодекса поведения. Пересмотренный проект руководства по обеспечению соблюдения будет готов для голосования сообществ в марте. (продолжить чтение)
  • Гранты на реализацию Стратегии движения - Продолжая рассматривать ряд интересных проектных предложений, мы поощряем и приветствуем новые предложения и идеи, направленные на конкретную инициативу из рекомендаций Стратегии движения. (продолжить чтение)
  • Преобразование информационного бюллетеня - В связи с преобразованием Информационного бюллетеня УКП в Информационный бюллетень Стратегии движения и управления, мы приглашаем вас присоединиться к команде фасилитаторов для разработки и определения новых направлений этого информационного бюллетеня. (продолжить чтение)
  • Блог «Diff» - Ознакомьтесь с самыми последними публикациями по Стратегии движения и управлению Фонда на Викимедиа Diff. (продолжить чтение)

2022 йылға яҡынса эш планы / Башҡортостан Башлығы грантына март айында заявкалар ҡабул итәсәктәр үҙгәртергә

Һаумыһығыҙ, арҡадаштар! Һеҙ ҙә уҡығанһығыҙҙыр. Метала Викимедиа хәрәкәтенең Стратегияһы яңылыҡтары, Стратегияның өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тоторолоҡло үҫтереү өсөн грант ярҙамы, гранттар системаһының яңы положенияларын уҡыным. Заманында Берлин, Варшава, Кейптан, Оттавалағы конференцияларға барыусы вәкилдәр аша әйтеп ебәргән тәҡдимдәр Стартегияла иҫәпкә алыныуына шатмын. Дөйөм «күлдә» беҙҙең дә «тамсылар» бар. Шулай уҡ грант комитетында беҙҙең дә заявкалар ([1], [2], [3]) булыуы яҡшы. Хуплауҙарын теләйек. Артабан үҙебеҙҙең эшмәкәрлекте Стартегия тәғлимәттәренә, тәҡдимдәренә тап килһен, ярҙам һораған мөрәжәғәттәр тотороҡһоҙ хупланһын өсөн рәсми план нигеҙендә эшләргә кәрәк. Элегерәк Стратегия планы һәм ағымдағы йыллыҡ план төҙөүҙе башлап ҡарағайныҡ. Тик 2017 йылда грант биреү туҡталыу менән эшмәкәрлекте рәсмиләштереү ҙә «үлеп ҡалды». Әле Башҡорт телендә Викимедиа проекттарын тотороҡло үҫтереү планын (йыллыҡ план) төҙөй башланым. Һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ. Һеҙҙе лә шул эшкә ҡушылырға саҡырам. Тәҡдимдәрегеҙҙе Зөфәргә, Раянға йәки миңә әйтегеҙ. Тәҡдимегеҙ таблицалағы һәр пункт буйынса тулы булһын ине. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:23, 23 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Бер аҙна үтте. Ихтибар итеүсе юҡ. Ә бит Викимедиа гранттары өсөн генә түгел, Башҡортостан башлығы гранты өсөн дә кәрәк буласаҡ бындай план. Көнө килеп еткәс кемдең ниндәй уйы, ниндәй тәҡдиме булғанын кем белә лә, кем күрә? Ҡайҙан, нисек белергә? 2020 йылда грантҡа заявка тапшырырға аҙна-ункөн ҡалғас тажзәхмәт менән ауырып ятҡан еремдән заявканы минән таптырҙылар. Ә һуңынан Бадрановҡа, Айытҡоловаға ялыу яҙып ятыусылар табылды. Башҡорт Википедияһында мыҫҡылдай ғына өлөш индереп, үҙ мәнфәғәтен алға һөргән «тауарищҡа» «сәскә» лә ялау яҙҙы бит. Үткән йылда ике тапҡыр больниста ятып сыҡһам да, көсөргәнешле эш йылы булһа ла, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Быйыл грант менән шөғөлләнергә, шартына еткереп грант яҙырға, үтәлешен тәьмин итергә, яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алыусылар булһа, рәхим итегеҙ. План төҙөгөҙ, ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәрен йыйығыҙ. «Викимедиа РУ» оҡшамаһа, башҡа НКО табығыҙ. Грант «ашарға» теләгәндәр булһа, мин башҡа йоғанмайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:27, 29 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт википедиясыларының 4-се форумы. «Мәғариф һәм Википедия» үҙгәртергә

Рәсми иғлан.

Башҡорт википедиясыларының 4-се форумы. «Мәғариф һәм Википедия»

Көнө һәм ваҡыты: 19 февраль, 10:00

Уҙғарыу урыны: Онлайн

Ойоштороусылар:

  • «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы
  • Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды
  • «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы (килешеү буйынса)

Эш теле: башҡорт һәм урыҫ теле

Форумдың йүнәлеше: Викимедиа ирекмәндәр хәрәкәтенә уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеү, дөйөм белем биреү учреждениеларында ғилми эҙләнеү һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге тематикаһын киңәйтеү.

Башҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре, дөйөм белем биреү учреждениеларының кластан тыш һәм мәктәптән тыш эшен ойоштороусылары, уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ теләге булған һәр кем саҡырыла.

Ҡатнашыу өсөн БЫНДА теркәлергә кәрәк. Форум һылтанмаһы электрон почта аша ебәрелә.

Форум программаһы, сығыштар темалары өҫтәмә рәүештә иғлан ителәсәк.

Бәйләнеш өсөн: bash.wiki2017@yandex.ru , +7 925 588 10 28

Форумға теркәлеүселәр бик аҙ. Википедистарҙан да әлегә (10 февраль) 8 кеше генә. Тыныш-белештәрегеҙгә еткерегеҙ, үҙегеҙ теркәлегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:23, 10 февраль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Президент гранттары фонды 2022 йылдың икенсе конкурсын иғлан иткән үҙгәртергә

Президент гранттары фонды 2022 йылдың икенсе конкурсын иғлан иткән. Заявкалар 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Рәхим итегеҙ. Нисек яҙырға ла өйрәтәләр: Обучение.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:29, 4 февраль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Ukraine's Cultural Diplomacy Month: We are back in 2022! үҙгәртергә

 

Үҙ телегеҙгә тәржемә итергә ярҙамлашығыҙ

Hello, dear Wikipedians!

Wikimedia Ukraine, in cooperation with the Ministry of Foreign Affairs of Ukraine and Ukrainian Institute, has launched the second edition of writing challenge "Ukraine's Cultural Diplomacy Month", which lasts from 17 February to 17 March 2022. The campaign is dedicated to famous Ukrainian artists of cinema, music, literature, architecture, design and cultural phenomena of Ukraine that made a contribution to world culture. The most active contesters will receive prizes.

We invite you to take part and help us improve the coverage of Ukrainian culture on Wikipedia! Also, we plan to set up a banner to notify users of the possibility to participate in such a challenge!--ValentynNefedov (WMUA) (әңгәмә) 11:03, 18 февраль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле Википедиясылар!

Украина Викимедиаһы, Украина Сит ил эштәре министрлығы һәм Украина институты менән берлектә 2022 йылдың 17 февраленән 17 мартына тиклем «Украина мәҙәни дипломатияһы айлығы» үткәрә. Кампания донъя мәҙәниәтенә өлөш индергән билдәле украин кино, музыка, әҙәбиәт, архитектура, дизайн һәм мәҙәни күренештәренә арналған. Иң әүҙем ҡатнашыусылар приздар аласаҡ.

Һеҙҙе ҡатнашырға саҡырабыҙ һәм украин мәҙәниәтен Википедияла булдырыуҙа ярҙам итергә саҡырабыҙ! Шулай уҡ ҡулланыусыларға хәбәр итеү өсөн баннер эшләргә ниәтләйбеҙ!

Wikimedia Summit 2022: Башҡортостан викимедиасылары төркөмө исеменән ҡатнашыу үҙгәртергә

Иҫкәрмә: Кирил әлифбаһы менән яҙғанымда хата булһа, ғәфү итегеҙ. Өлөшләтә транслитератор менән ҡулланылды.

Йәмәғәт, 2022 йылдың һарысайҙың 9-11 көндәрендә Викимедиа Фонды һәм Wikimedia Deutschland (WMDE) ойошмаһы cираттағы Викимедиа саммитын ойоштора. Викимедиа Фонды менән килешеүе булған, йыл һайын отчёттарын ебәрә торған һәр бер юзер-төркөм һәм ойошма, шул иҫәптән Башҡортостан Викимедиасылары төркөмө лә, үҙ исеменән берешәр вәкилде ебәрә ала. Ҡатнашырға теләүселәр 2022 йылдың алағарайҙың 17-һенә хәтлем теркәлә ала.

Быйыл саммит Берлин ҡалаһында уҙғарыла. Рәсәй менән Европа Берләшмәһе араһындағы сәйәси ҡыйынлыҡтарҙы иҫәпкә алып, Европа Берләшмәһендә йәшәп ятҡан ирекмәнде был саммитҡа ебәреү еңелерәк булалыр. Шуға күрә, ошо саммитта Башҡортостан викимедиасылары төркөмө исеменән үҙем ҡатнашырға, унда ҡатнашыуыма башҡорт викимедиасыларының ризалығын алырға теләр инем.

Википедия һәм Викиһүҙлектең башҡорт өлөштәрендә әүҙем булыуыма ҡарамаҫтан, викимедиасыларҙың ижтимағи тормошонда ҡатнашыуым бығаса сикле ине. Шуға ла, Башҡортостан һәм башҡорт проекттары менән бәйләнеш өҙөлмәүен белдереп, башҡорт ҡоро исеменән ошондай сарала сығыш яһай алһам, ҡорға ла, үҙемә лә яҡшы булыр ине.

Үҙ сиратымда, башҡорт вики-ҡороноң һорауҙарын, тәҡдимдәрен, теләктәрен саммиттың башҡа ҡатнашыусыларына еткерер инем. Конгрестың электрон формаһында булмаған материалдарына килгәндә, уларҙы йә Берлин федераль еренең почтаһы аша, йә (Европа Берләшмәһенән почта ебәреүҙә ҡыйынлыҡтар булған хәлдә) башҡа илдән килгән вәкил аша ебәрергә мөмкин булыр ине.

Әлбиттә, кандидатурамды лайыҡ тип тапмаған хәлдә, башҡа ҡатнашыусыны тәҡдим итә алаһығыҙ. Теләк, һорау һәм тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам, Башҡортостан викимедиасылары исеменән саммитта ҡатнашыуыма ҡаршы килмәҫһегеҙ, тип өмөт итәм.

Оло ихтирам менән, --Comp1089 (әңгәмә) 07:41, 6 апрель 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Варшавала VI Халыҡ-ара Төркиәт конгресы үҙгәртергә

Йәмәғәт,

2022 йылдың һарысайҙың 19-21 көндәрендә Варшава ҡалаһында VI Халыҡ-ара Төркиәт конгресы уҙғарыла. Быйылғы тема: Төрки донъяның өйрәнеүҙә дисциплина-ара перспективалар.

Конгресты Варшава университетының шәрҡиәт факультеты ойоштора, оффлайн өлөшө Халыҡ-ара монәсәбәттәр һәм сәйәсәт белеме факультеты бинаһында уҙа. Үткән конгрестарҙан айырмалы рәүештә, быйыл онлайн ҡатнашыу мөмкинлеге лә күҙаллана.

Төрки телле Вики-проекттар хаҡында махсус секция ойошторолһа, минеңсә, бик шәп булыр ине. Бының өсөн ошо темаға арналған кәм тигәндә 4 сығыш тәҡдим ителергә тейеш.

Ойоштороу түләме — 30 евро, йәш ғалимдар өсөн 20 евро тәшкил итә. Конгресс һөҙөмтәһендә аннотациялар китабы һәм мәҡәләләр йыйынтығы сығарылырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн Конгрестын ойоштороу комитетына (электрон адресы конгресс битендә бар) йә миңә өндәшергә була. Ихтирам менән, --Comp1089 (әңгәмә) 10:03, 6 апрель 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡортостан ауылдары конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына үҙгәртергә

Конкурс тамамланырға бер нисә көн ҡалды. Эшләгән мәҡәләләрҙе ҡарап сығығыҙ, башҡорт грамматикаһы һәм вики-ҡағиҙәләр тәртибенә килтерегеҙ. Башҡортса аңлашылмаған текст, абзацта эске һылтанмалар ҡуйылмаған мәҡәләләр ҡабул ителмәйәсәк. Мин бер үк төҙәтеүҙәр эшләйем, шуға иғтибар итегеҙ. Урамдар исемлеген тәртипкә килтерегеҙ. Уңыштар! --ZUFAr (әңгәмә) 16:37, 4 май 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡортостан Башлығы грантына конкурс иғлан ителгән үҙгәртергә

Башҡортостан Башлығы грантына конкурс иғлан ителгән. Конкурс на предоставление грантов Главы Республики Башкортостан некоммерческим неправительственным организациям. Гранты предоставляются организациям, чьи проекты направлены на сохранение и развитие государственных языков Республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан. Срок подачи с 28 апреля по 30 мая 2022 года. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:15, 10 май 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Остаздар конкурсы үҙгәртергә

Һуңғы мәҡәләләрҙе ҡарап сыҡтым. Һәр икенсе мәҡәләлә тел нормалары боҙола, үҙегеҙ күрмәһәгеҙ, бер-берегеҙҙекен өҫтән генә булһа ла байҡап сығығыҙ. Сифатлы википедия эшләйек тиһәк, конкурс өсөн генә тип эшләргә ярамай. Шәхестең әһәмиәтен дә ҡарағыҙ — кәрәкме ул башҡорт википедияһында?

Akkashka Вәхит Юлдашева Луиза совет хәрби етәксе ( Светляков), СССР һәм Рәсәй ғалимы-сейсмолог (СССР һәм Рәсәй сейсмолог-ғалимы булмаймы?) (Тараканов), мордва совет музыкант: пианист һәм композитор ( Воробьёв), совет ғалим-юрисы (шулай буламы?) (Стремовский), 1934 йыл Мәскәүҙә малайҙар араһында теннис буйынса чемпионы була (теннис чемпионы була, теннис буйынса чемпион була) ( Озеров)--ZUFAr (әңгәмә) 05:55, 28 май 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Ғалим-сейсмологы була. Ғалим һүҙе алда килә Юлдашева Луиза (әңгәмә) 05:40, 21 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Invitation to participate in the #WPWPCampaign 2022 үҙгәртергә

Dear Wikimedians,

We are glad to inform you that the 2022 edition of Wikipedia Pages Wanting Photos campaign is coming up in July.

This is a formal invitation to invite individuals and communities to join the campaign to help improve Wikipedia articles with photos and contextual images.

The campaign will run from July 1 to August 31, 2022 and several communities and Wikimedia Affiliates have already indicated interest to organize the campaign in their localities. Please find your community or community closer to you to participate: WPWP2022 Campaign: Participating Communities.

The campaign primarily aims to promote using images from Wikimedia Commons to enrich Wikipedia articles that are lacking them. Participants will choose among Wikipedia pages without photos, then add a suitable file from among the many thousands of photos in the Wikimedia Commons, especially those uploaded from thematic contests (Wiki Loves Africa, Wiki Loves Earth, Wiki Loves Folklore, etc.) over the years. In this third edition of the campaign, eligibility criteria have been revised based on feedback and campaign Evaluation Reports of the previous editions. Please find more details about these changes and our FAQ here on Meta-Wiki

For more information, please visit the campaign page on Meta-Wiki.

Best,
Ammar A.
Global Coordinator
Wikipedia Pages Wanting Photos Campaign 2022.
17:38, 31 май 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Граждандар форумы үҙгәртергә

17 июндә Өфө ҡалаһында Граждандар форумы була. Теләгәндәр ҡатнаша ала. Алдан теркәлергә кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:20, 6 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Гражданский форум Республики Башкортостан 2022 – открытая площадка для диалога между представителями сферы НКО, гражданскими активистами, республиканскими и местными органами власти, бизнес-сообществом в целях обсуждения вопросов грантовой и ресурсной поддержки НКО и совершенствования государственной поддержки некоммерческого сектора.

Тыңлаусы булараҡ Форумда ҡатнаштым. Программа буйынса 17 секция эшләне һәм пленар ултырыш булды. 4 секцияла һәм пленар ултырышта булдым. Сығыштарҙы тыңланым һәм файҙалы мәғлүмәт тупланым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
1) СЛЕТ ЛИДЕРОВ СООБЩЕСТВ И ОБЩЕСТВЕННЫХ АКТИВИСТОВ «Мастерская сообществ». Юридик теркәлгән һәм формаль булмаған ойошмаларҙы берләштереүсе, уларға ярҙам итеүсе махсус региональ фонд бар икән. Өфө ҡалаһының социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫеш фонды региональ оператор булып тора. Мөмкинлектәре тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин, сайтта ла таныша алаһығыҙ. Фонд сараларының береһе республика НКО-лы тураһында махсус белешмә китабына (йылда сыға) беҙҙең «Башҡортостан викимедиасылары» формаль булмаған ойошманы индергә кәрәк тигән уй тыуҙы. Фатиха бирһәгеҙ, эшләрмен. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
2) КРУГЛЫЙ СТОЛ: НКО и социальный бизнес: опыт развития негосударственного сектора в оказании социальных услуг. Задачи, проблемы, перспективы. Был секцияла ҡатнашыуым башлыса Мәскәү вәкилен тыңлыу һәм рәсми эшем менән бәйле булды.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
3) КРУГЛЫЙ СТОЛ: Язык – душа народа. Иң һүлпән секция. Барлығы 15-ләп ҡатнашыусы: НКО вәкилдәренән 3 кеше, ҡалғандары мәктәп уҡытыусылары, министерство вәкилдәре булды. Вәкилдәр сығыш яһаны, «достижениелары» тураһында һөйләне. Әлбиттә, уларҙыҡынса «бик яҡшы». НКО-лар иҫәбенә министерство бурыстарын үтәү яҡшы күрһәткес, әлбиттә. Тел проблемаларын шулай күтәрһәк, төрлө кимәлдәге фекер алышыуҙарҙа ҡатнашмаһаҡ алға китеш булмаҫ ул. Был өлкәлә граждандар йәмғите әле һаман бишектә имсәк һорап илаған бала кимәлендә. Йөрәк һыҡтап сыҡты. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
4) КРУГЛЫЙ СТОЛ: Добровольчество в Республике Башкортостан: содействие развитию и перспективы. Бик фәһемле һәм мәғлүмәтле секция. Көҙ көнө бер нисә НКО етәксеһе менән осрашып һөйләшергә килештек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
5) Пленар ултырыш. Башҡортостан Республикаһында Граждандар йәмғиәте төрлө йүнәлештәрҙә бик әүҙем эшләй. Рәсәй кимәлендә иң әүҙем региондар иҫәбендә. НКО-ларға, ирекмәндәргә ярҙам артабан да буласаҡ. Башҡортостанда махсус маҡтаулы исем индерәсәктәр. Тел ирекмәндәре, активистары «үҙ ҡаҙанында» ғына ҡайнамаһын ине тип теләргә ҡала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
«Башҡортостан викимедиасылары» формаль булмаған ойошмаһын НКО белешмә китабына индерергә фатиха бирәбеҙ. Ҡаршы булыусылар юҡтыр, булһа белдерегеҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 17:10, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән хеҙмәттәшлек үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәкселеге менән һөйләшеү булды. Сентябрь айынан башлап ай һайын (2023 йылдың июнь айына тиклем) бер көн китапхананың электрон уҡыу залында 2-3 сәғәтлек вики-сара үткәреү тураһында килештек. Уҡыу залы Интернетҡа сығыу мөмкинлеге булған компьютерҙар менән йыһазландырылған. Китапхананың эш ваҡыты иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем, шәмбе көн - киске 6-ға тиклем. Электрон уҡыу залы менән ҡулланыусыларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн беҙҙең сараларҙың көнөн-ваҡытын алдан билдәләргә кәрәк. Кемдәр ҡайһы айҙа сара ойошторорға, тема билдәләргә, ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә теләй. Тәҡдимдәргеҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. Саралар исемлеген төҙөй башлайыҡ. (осрашыуға һыуһағанһыҙҙыр, ивет). --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:43, 6 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

P.S. Китапханаға инеү өсөн, Уҡыусы билеты булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:03, 6 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һәйбәт тәҡдим! Беҙгә иҫке төрки яҙмаһын өйрәнеү курстарын ойоштормаҫтар микән? Көҙҙән бирле түләүле курс була тинеләр, әммә шөғөлләнергә теләүселәр аҙ булыу сәбәпле, тормошҡа ашырылмай ҡалды. Akkashka (әңгәмә) 06:31, 6 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Былтыр, 2021 йылдың июль-сентябрендә, Башҡорт Википедияһына мәктәп программаһында өйрәнелгән шағир һәм яҙыусылар ижады һәм әҫәрҙәре тураһында мәҡәләләр бер ни тиклем яҙылды. Беренсе башҡорт халыҡ шағиры, Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында Башҡорт Википедияһына яҙылған мәҡәләләрҙе Мәжит Ғафури йорт-музейы Республика конкурсы өсөн тәҡдим итте һәм 2-се урын яуланы. З. Вәлиди ис. Милли китапхана фондын ҡулланып, мәктәп программаһында өйрәнелгән яҙыусылар, уларҙың әҫәрҙәре тураһында (темалар бүлешеп) яҙырға мөмкин. Akkashka (әңгәмә) 10:11, 18 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Тренинги по Викиданным для Тюркских Викимедийцев 2022 үҙгәртергә

 
Wikidata 2022 Istanbul

Дорогие друзья,

Я рад сообщить вам, что заявки на получение стипендии для участия в Стамбульской конференции по Викиданным теперь открыты. Если вы представляете тюркское сообщество и активно участвуете в проектах Викимедиа на тюркских языках, то вы можете подать заявку на получение стипендии. Заявки принимаются до 30 июня 2022 года, 23:59 UTC.

Кандидаты смогут подать заявку на получение полной стипендии. Полная стипендия покроет расходы на путешествие, проживание и питание во время конференции, организованное Тюркским ЮГ Викимедиа.

Конференция пройдет с 21 по 23 октября 2022 года в Стамбуле, Турция.

  • Чтобы узнать больше о Тренингах по Викиданным для Тюркских Викимедийцев, пожалуйста, посетите: https://w.wiki/53dX
  • Чтобы узнать больше о стипендии, регистрации и форме заявки, пожалуйста, посетите: https://w.wiki/5FFv

Кроме того, мы рекомендуем вам подписаться на наш список рассылки (https://w.wiki/5FFw) для получения информации и новостей о проектах и мероприятиях Тюркским ЮГ Викимедиа.

Всего наилучшего, Mehman97 (әңгәмә) 21:46, 10 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡортостан ауылдары конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына үҙгәртергә

Нәтижәләр менән ҡәнәғәт булмаусыларҙы әлегә тикшерелмәгән мәҡәләләрҙе тикшерергә саҡырам. Вәхит, Яғалса, Юлдашева Луиза, Таңһылыу тикшерелеп бөтмәгән. Һәр мең байт өсөн 1 мәрәй, һәр һылтанма өсөн 1 мәрәй Ҡуйырға. 15 майға торошло, мәҡәләләр викиформатында биҙәлгән, башҡортса яҙылған булырға тейеш, иҫәпкә алырлыҡ мәҡәлә булмаһа, һуңыраҡ төҙәткәнен дә иҫәпләргә мөмкин. Шулай уҡ дәғүә белдереүселәрҙекен дә киренән ҡараға мөмкин.--ZUFAr (әңгәмә) 16:51, 13 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Wikimedia CEE Meeting 2022 — Македония, Охрид, 14-16 октябрь 2022 үҙгәртергә

Wikimedia CEE Meeting 2022 иғланы (Македония, Охрид, 14-16 октябрь 2022). Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:24, 20 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Wikimedia CEE Meeting 2022 (#WMCEE) will be the eleventh annual meeting of Wikimedians from Central and Eastern Europe centred on the Wikimedia projects (Wikipedia and similar projects) in countries and communities of Central and Eastern Europe. The meeting will be held in Ohrid, Macedonia from 14-16 October 2022. This is planned to be the first Wikimedia CEE Meeting to take place as an in-person event during the COVID-19 pandemic, which means that participants will have to abide by the local measures imposed to contain the pandemic. Those who are interested in participating in the conference but are reluctant to attend an in-person event due to health concerns will be allowed to follow it online.

Конференция тураһында дөйөм мәғлүмәт һәм тәҡдимдәрҙе теркәү буйынса аңлатмалар бите

Wikimedia CEE Meeting 2022 конференцияһында Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнән ике кеше делегат була ала. Юзер-төкөмдәр исемлеген бында ҡуйғандар. 15 авгутсҡа тиклем делегаттарға теркәлергә кәрәк.

Хаким Рөстәм Нурыевҡа — Салауат Юлаев ордены! Ҡотлайбыҙ! үҙгәртергә

«Барыһын да билдәләнек, ә бына Рөстәм ағай менән тотҡарлыҡ килеп сыҡты. Уның Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙәге өлөшө республика орденына лайыҡ, ә ул: „Кәрәкмәй“, — тине лә, документ тапшырманы. Бәлки, һеҙ инандырырһығыҙ», — тигәйне Башҡорт Википедияһының юбилей форумында БР-ҙың вице-премьеры Азат Бадранов 2021 йылдың февралендә. Ниһайәт, сәғәте һуҡты — 2022 йылдың 20 июнендә БашВики хакимы Рөстәм Нурыевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!!! Киләсәк тормошоғоҙҙа ла маҡтауҙар, наградалар, ҡыуанысығыҙҙы уртаҡлашыусы дуҫтарығыҙ күп булһын һәм иң мөһиме — һаулығығыҙ ныҡ булһын! Алға, БашВики! Алға, Рөстәм Нурыев! --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:24, 21 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Deployment of FLORES Machine Translation to Bashkir Wikipedia үҙгәртергә

Hello Friends!


The WMF Language team has added another machine translation (MT) support for the Content Translation in Bashkir Wikipedia called FLORES. This means that you can choose to use FLORES machine translation when translating Wikipedia articles to Bashkir using the Content Translation tool.


The FLORES Machine Translation service is provided by an AI research team at Meta through a free for use API key that allows the Content Translation to access the service on the FLORES server for an evaluation trial period. This MT is set as optional; in your Wikipedia, which means you can choose not to use it as your preferred initial translator. If you decide to use this service, you can select "FLORES" from the "Initial Translation" dropdown menu where you will find other existing machine translation services on the sidebar.


The Wikimedia Foundation has worked out an agreement that allows the use of FLORES without compromising Wikipedia’s policies about attribution of rights, your privacy as a user, and brand representation. You can find more information about the FLORES Machine translation on this page.


Please note that the use of the FLORES MT is optional. However, we would want your community to:

  • use it to improve the quality of the Machine Translation service; and
  • provide feedback about its quality and ask any questions you might have about this addition.

We trust that this addition is a good support to the Content Translations tool towards having better quality articles in Bashkir Wikipedia.

Thank you!

On behalf of the WMF Language team. UOzurumba (WMF) (әңгәмә) 22:42, 21 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Страницы Википедии ждут иллюстраций — 2022 үҙгәртергә

Металағы иғлан:

Страницы Википедии ждут иллюстраций — 2022 (англ. Wikipedia Pages Wanting Photos — WPWP) — ежегодная кампания Википедии, во время которой википедисты из всех её языковых разделов и проектов добавляют иллюстрации в те статьи Википедии, где их нет. Она проводится с целью найти применение в статьях Википедии тем медиафайлам, которые накапливаются в результате различных фотоконкурсов и вики-прогулок, организованных разными Сообществами Викимедиа. Фотографии помогают привлечь внимание читателя лучше, чем «стены текста», иллюстрируют содержание и делают статью более поучительной и привлекательной для читателей. Тысячи фотографий были добавлены на Викисклад во время различных кампаний, вики-прогулок и фотоконкурсов, в том числе таких международных конкурсов как Вики любит памятники, Вики любит Африку, Вики любит Землю, Вики любит фольклор и др. Лишь небольшая часть фотографий-конкурсантов нашла применение в статьях Википедии. Сейчас на Викискладе хранятся миллионы фотографий, но лишь малая их часть используется в статьях Википедии. Это большая проблема, устранить которую и призван этот проект.

Тулыраҡ мәғлүмәт БЫНДА. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:03, 7 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Публицистика & энциклопедистика үҙгәртергә

Ағымдағы ваҡиғалар тураһында Википедия мәҡәләһен яҙыу тураһында фекеремде еткерәм. Рәхим итеп уҡығыҙ. Теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе ФА битендә яҙығыҙ. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:01, 9 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Викиконференция 2022, Санкт-Петербург, 24-25 сентябрь үҙгәртергә

Рәсәй викимедиасыларның халыҡ-ара сараһы — Викиконференция 2022 быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында 24-25 сентябрҙә була. ВМРУ ағзалары ултырышында рәсми ҡарар ҡабул ителгән. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:43, 10 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Открыт прием заявок для сессий үҙгәртергә

 
Открыт прием заявок

Всем привет,

Команда организаторов Тренингов по Викиданных для Тюркских Викимедийцев рада сообщить вам, что открыт прием заявок (https://w.wiki/5TFZ) на участие в программе конференции, которая пройдет в Стамбуле, Турции, с 21 по 23 октября. Мы будем принимать заявки до 10 августа 2022 года.

Вы можете подать заявку и выступить на конференции на трех языках: английском, турецком и русском, а также онлайн или очно. Предложения по сессиям могут быть представлены в 5 различных типах со стандартизированной продолжительностью выступления. Основная тема сессии должна быть связана с Викиданными, интегрированными данными, импортом данных, SPARQL или другими связанными темами. Вы также можете представить свои достижения или темы, связанные с развитием проектов Викимедиа и движения Викимедиа. Более подробно – https://w.wiki/5TFZ.

Мы хотели бы узнать и предоставить сообществу больше информации о тюркских сообществах, и мы надеемся, что вы поможете нам достичь этой цели.

С уважением, – Mehman97 (әңгәмә) 15:55, 17 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

БашВикила кәрәк булған исемлектәр үҙгәртергә

Фамилиялаштар исемлеге ябай ғына төҙөлә. Әлеге ваҡытта БашВикила булмаған фамилиялар бында туплана, шунда уҡ мәҡәлә өсөн әҙерләмә лә бар. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:34, 25 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Төпәйев С.Х. «Башҡорт фамилиялары» белешмә-һүҙлеге бар. Фамилияның ниндә телдән кергәне, русса яҙылышы, аңлатмаһы бирелә. Ошо белешмәне лә ҡулланырға мөмкин [5].--ZUFAr (әңгәмә) 06:57, 26 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]
БашВикила_төҙөлмәгән_фамилиялаштар_исемлектәре исемлеген төҙөп бөттөм. 500-гә яҡын исемлек төҙөргә кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:03, 29 июль 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Хәйриә акцияһы үҙгәртергә

22 августа Башҡорт Википедияһының беренсе мәҡәләһен яҙыуға 2023 йылда 18 йыл тулыу айҡанлы китап баҫтырыуға ниәтләп хәйриә акцияһы иғлан ителде. Бәйләнештәге акция сәхифәһендә көндәлек килем буйынса мәғлүмәт ҡуйыла. БашВики мәнфәғәтендә киң күләмле хәйриә сараһы беренсе тапҡыр ойошторола. Беренсе биш көндә 50-ләп кеше ярҙам иғәнәһен күсерҙе, 29 мең 120 һум аҡса йыйылды. Тимәк, акция уңышлы булыуына өмөт ҙур. Был сараның әһәмиәте тәү сиратта йәмғиәттең Башҡорт Википедияһының башҡорт халҡына кәрәклеген дәлилләүесе күрһәткес булыуында. Шуға күрә матди ярҙам күләме мөһим түгел. Китап баҫтырыуға төп финанс сығанағы итеп грант булырға тейеш. Грант заявкаһында халыҡ ярҙамы: әүҙемлеге һәм аҡса күләме соофинансирование итеп күрһетеләсәк, грант яулау ихтималлығын арттырасаҡ. Грант заявкаһын Добро.РУ порталында 5 сентябрҙән ҡалмай тапшырам. Тапшырғандан һуң һылтанма ҡуйырмын, ҡараламаны күрһәтеп булмай. Викиарҡадаштар, хәйриә сараһын әүҙем дауам итеүҙә, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:43, 27 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Академик һүҙлек 9-сы һәм 10-сы том үҙгәртергә

Хәйерле көн, викиарҡадаштар. Академик һүҙлектең 9-сы һәм 10-сы томы эш кабинетына килеп керҙе. 16 дана етекләшеп алған, һеҙҙе эҙләп йөрөйҙәр. Кемгә кәрәк түбәндәге исемлеккә яҙылығыҙ. Тапшырыу ғәмәлен бергәләп хәл итербеҙ.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:02, 31 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  1. Рөстәм Нурыев. Мин үҙемә бер дана алдым.  
  2. Миңә лә кәрәк ине. Alfiya55 (әңгәмә) 07:19, 31 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  3. Миңә лә кәрәк.Баныу (әңгәмә) 12:24, 31 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  4. Миңә лә! --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:01, 31 август 2022 (UTC) *Рөстәм Нурыев, миңә тигән томдарҙы (9-10-сы), үҙенең бүләген уҡыусыларына таратып биреүе сәбәпле, Бөрйән вики-клубы ағзаһы Вәхит ағайға тапшырайыҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:29, 18 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  5. Миңә 1-әр дана--Һәҙиә (әңгәмә) 09:09, 31 август 2022 (UTC)Алдыҡ  [яуап бирергә]
  6. Миңә икеһе лә (9-сы һәм 10-сы томдары) кәрәк Akkashka (әңгәмә) 09:34, 31 август 2022 (UTC)   Тапшырылды.[яуап бирергә]
  7. Миңә лә 1-әр дана--Таңһылыу (әңгәмә) 15:00, 31 август 2022 (UTC)  Алдыҡ[яуап бирергә]
  8. Миңә лә 1-әр дана--Юлдашева Луиза (әңгәмә) 18:00, 31 август 2022 (UTC)Алдыҡ  [яуап бирергә]
  9. +--ZUFAr (әңгәмә) 13:34, 31 август 2022 (UTC)   Тапшырылды[яуап бирергә]
  10. Кәрәк! --Айсар (әңгәмә) 03:11, 1 сентябрь 2022 (UTC)   - Алдым! Рәхмәт![яуап бирергә]
  11. Кәрәк! Мөмкин булһа, икешәр дана, береһен уҡыусыларға тапшырырмын --Вәхит (әңгәмә) 03:11, 1 сентябрь 2022 (UTC)Алдыҡ [яуап бирергә]
  12. береһен уҡыусыларға тапшырырмын. --Вәхит (әңгәмә) 03:11, 1 сентябрь 2022 (UTC)Алдыҡ  [яуап бирергә]
  13. Миңә икеһе лә икешәр дана кәрәк - Белореттағы лицей-интернатҡа алып барыр инем. Бәлки башҡа томдары ла барҙыр?--Guram52 (әңгәмә) 20:32, 1 сентябрь 2022 (UTC) - 1-6-сы томдар бер комплект бар. 7-8-се томдар юҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:46, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  14. Белореттағы лицей-интернатҡа алып барыр инем. Guram52 (әңгәмә) 20:32, 1 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
    1. Мин мәктәбемдең 100 йыллығына Фәндәр академияһынан (ТТӘИ) тулы комплект алып ҡайтҡайным. Институт исеменән тапшырҙым. Уларҙа тулы комплект бар. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:26, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕНисә һум менән һатыла?--Guram52 (әңгәмә) 15:08, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Guram52 мәктәпкә бүләккә тигәс, бушлай бирҙеләр. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 17:22, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ, ниндәй бүлеккә мөрәжәғәт итергә? Мин барып алыр инем --Il-Gil (әңгәмә) 18:19, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Il-Gil мин бүлеккә түгел, шунда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеп, улар аша алдым. Псәнчин исеменә улар үҙҙәре ниндәй маҡсатта һорау сәбәбен аңлатып служебная записка яҙып, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ бирҙеләр. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:57, 12 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ, барып алдыҡ, рәхмәт--Il-Gil (әңгәмә) 18:04, 12 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт википедиясыларының 5-се форумы үҙгәртергә

Башҡорт википедиясыларының 5-се форумын Башҡорт дәүләт университетында 2023 йылдың апрель айында үткәрергә рөхсәт һораныҡ. Бөгөн ректор вазифаһын башҡарыусы В.П.Захаровтан ризалыҡ биргән яуап хаты килде. 5-се форумы Башҡорт Википедияһының 18 йәше тулыуға бағышлана. Бәйләнештә селтәрендә 2015 йылғы сара сәхифәһен тергеҙҙем. Инеп ҡарағыҙ, яҙылығыҙ. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:46, 5 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Китап өсөн мәғлүмәт
  • «Маҡсатлы саралар» бүлегенә башланғыс - [6]. Етмәгән ерен тәҡдим итегеҙ.
  • «Үҙебеҙ тураһында һүҙебеҙ» бүлегенә башланғыс өсөн — [7]. Етмәгән ерен тәҡдим итегеҙ. Элекке мәғлүмәтте, фекерегеҙҙе, фотоғыҙҙы яңыртыу яҡшы булыр. «Википедияға нисек килеп индем. Ул миңә, халҡыма, туған телемә ни өсөн кәрәк? Ниндәй иҫтәлекле ваҡиғаларҙа, сараларҙа ҡатнаштым», - тигән һорауҙарға үҙебеҙҙең фекерҙе еткерһен ине.
Мәғлүмәт ебәреү өсөн

Телеграмм үҙгәртергә

Телеграмда «Башкирская Википедия / Башҡорт Википедияһы» каналын астым, ҡушылығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:23, 21 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Постты админ ғына ҡуямы? --ZUFAr (әңгәмә) 14:50, 28 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Мириада 2022 тамамлана үҙгәртергә

Конкурс тамамланарға бер нисә көн ҡалды. Мәҡәләләрҙе ҡарап сығығыҙ, өлгөргән тиклем төҙәтә барҙым, категорияларын өҫтәнем. Ҡалған мәҡәләләрҙә категорияларҙы үҙегеҙ тәртипкә килтерегеҙ, категориялар башҡортса булырға тейеш: шәхес икән «Алфавит буйынса шәхестәр» тигән категория ҡуйырға, артабан рәссам, композитор һ.б., ярамутрау икән «Алфавит буйынса ярымутрауҙар» тигән категория булырға тейеш (әгәр категория автоматик ҡуйылмаған булһа). --ZUFAr (әңгәмә) 17:48, 27 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Универсаль карточка тураһында үҙгәртергә

Был фекер алышыуҙы Ҡалып_буйынса_фекерләшеү:Универсальная_карточка тигән ергә күсерергә кәрәк тип уйлайым. Был һөйләшеү конкрет ҡалыпҡа ҡағыла һәм шул ҡалып буйынса фекер алышыу битендә булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19
17, 3 ноябрь 2022 (UTC)

Универсаль карточканы һанау өсөн ҡабул иткәндә беҙ — был прогресс, алға китеү тип уйланыҡ. Беҙгә эйәреп барыһы ла ябырылып универсаль карточкаға күсәсәк тип уйланыҡ. Был турала мин дә, Зәйтүнә лә сығыш яһағаны бар. Хәҙер нәтижәләр эшләргә ваҡыт етте.

  • викила эшләргә өйрәнмәгәндәр өсөн һәм 3-5 актив ҡатнашыусыһы булған википедиялар өсөн был бик уңыйлы. Үҫешкән, эшсе ҡулдары етерлек булған википедиялар береһе лә әйләнеп тә ҡараманылар.
  • Беҙҙең википедияла эшләгән ҡалып-карточкалар урынына УК ҡуйыу осраҡтары булды, ҡалып-карточка ҡуйған бөтә категориялар юйылды. Был ысынында деградация, үҫешмәгән википедиялар кимәленә күсеү.
  • Ҡалып-карточка ҡулланыу викидатанан баш тартыу тигәнде аңлатмай, ҡалып-карточка ла мәғлүмәтте викидатанан ала, тик кәрәклеһен, үҙебеҙ һайлап күрһәтәбеҙ. УК ҡалыбы оҙон итеп бөтә мәғлүмәтте бирә, ҡарарға ла ҡурҡыныс (сәләмләү ҡалыбы ситтә торһон!). Рус википедияһында {{Персона}} формаһында ҡулланыла, өйрәнергә кәрәк, бәлки шул ҡыҫҡарталыр (шәхес өсөн тыуған/үлгән урыны, тыуған/үлгән көнө, эшмәкәрлеге, эшләгән урыны, наградалары карточкала булһа етә).
  • Ҡалып-карточка ҡуйылған Башҡортостан ауылдарында ауылдың картала географик урыны аңлашылып тора, УК ҡулланғанда ҡайҙа икәне аңлашылмай.
  • Ҡалып-карточка ҡулланыу ҡатмарлы түгел, рус викпедияһынан әҙер тултырылған ҡалып-карточканы күсереп кенә алырға кәрәк, күпселеге шулай яраҡлаштырылған. (Яҙыусы ҡалыбы ғына эшләмәй, уның параметрҙары тәржемә ителгән).
  • Ҡалып-карточка эшләмәгән осраҡта, яңы мәҡәлә яҙған УК ҡуллынарға була. Эшләгән ҡалып-карточканы УК-ға алыштырыуҙы вандализм тип ҡараясаҡмын.
  • Яҙылған мәҡәләләр уҡырға уңыйлы, рәсемдәре үҙ урынында булырға тейеш. Мәҡәләнең карточкаһы саманан тыш оҙон, кәрәкмәгән мәғлүмәт менән тулған булырға тейеш түгел.

Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. --ZUFAr (әңгәмә) 06:15, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  • УК талап ителгәйне бит, шуға УК ҡуйып киләм мин, мәҫәлән. Вандализм тип һанар алдынан иҫкәртергә кәрәк булғандыр. Ысынлап та УК ныҡ оҙон булып сыға. Мин ошо конкурста ла бик күп ваҡытымды сарыф иттем ундай УҠ-ларҙы тәржемәләүҙә. Дөрөҫ аңлаһам инде. Бер ҡасан да, УК ҡуймағыҙ тигәнде, ишетмәнем)) --Тутыйғош (әңгәмә) 11:15, 31 октябрь 2022 (UTC).[яуап бирергә]
    Ммин Тутыйғоштоң "Конкурс алдынан киҫәтергә кәрәк ине" тигән фекерен яҡлайым. Артабан әйҙә вандализм тип һанағыҙ, әгәр ҙә шулай кәрәк, тип тапһағыҙ, Әтеү был 31 октябрҙә киҫәтеүегеҙ ТУЙҘАН ҺУҢ ДУМБЫРА булып сыға түгелмени? Банат Валеева-Яубасарова (әңгәмә) 11:34, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Тәржемә итеү кәрәкмәй. Русса мәҡәләнән күсереп кенә ҡуйырға (скопировать и вставить), күренгән бер нисә һүҙҙе генә тәржемә итергә. Эшләп килгән ҡалып-карточкалыр урынына УК ҡуйыуҙы вандализм тип әйтәм. Бер википедия ла быға юл ҡуймай. Яңы мәҡәләгә УК ҡуйығыҙ, тик аңлашылмаған кәрәкмәгән мәғлүмәтте күрһәтмәһен (сараһын күрегеҙ). Мәҡәлә ябай, уҡырға уңыйлы һәм аңлайышлы булырға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 12:07, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Нисек тәржемә итеү кәрәкмәй булһын? Мәҫәлән, мин Сәлмән Рөщдигә УК ҡуйҙым, унда бит һыу буйы тәржемә итерлек юлдар сыға: ниндәйҙер ойошмалар. институттар, шәхестәр һб. Шуларҙың һәр береһен d-ға баҫып тәржемә итеп ултырҙым. Улары ла кәрәк ул, тик ысынлап та эште ҡатмарлыштыра. Конкурстың аҙаҡҡы көнөндә УК-лар вандализмға әйләнмәһен ине. Ярай, артабан һеҙ яҙғансы эшләрбеҙ, тик ҡапыл ғына шарттарҙы үҙгәртеп, ҡаты бәрелмәгеҙ. Вандализм тигән һүҙ бигерәк йәмһеҙ бит Тутыйғош (әңгәмә) 13:54, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Мәҡәлә яҙыусыға дәғүәм юҡ! Был юлы барлыҡ барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа намыҫ менән, еренә еткереп күңелен биреп эшләне. Ҡағиҙәләр менән ышыҡланып һан артынан ҡыуыусылар булманы. Эшләнгән ҡалып-карточканы УК-ға алыштырыусылар булды. Ҡалып-карточканың проблемаһы булһа — бер хәл, эшләгәнде алыштыралар. ZUFAr (әңгәмә) 14:54, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Беҙҙең күптән инде йыйылышып, йыйылып киткән проблемалар буйынса дәрестәр булып, һөйләшеп, кәңәшләшеп алғаныбыҙ юҡ.Сәбәбе, ана шул ковидҡа бәйле тыйыуҙар, сикләүҙәр булды бит инде.

-Төркөмдә бер генә лә семинарҙарҙа булмай, үҙ-аллы йәки хәбәрләшеү юлы мн заочно эшләп китеүселәребеҙ күбәйҙе. Шуға, проблемаларҙы барлап, бер йыйылышып алыу зарурлығы бар.

Ошо осраҡты файҙаланып, ҡайһы бер фекерҙәремде яҙам.Яңылышһам, төҙәтерһегеҙ:

-Ундай мөмкинлек тыуғансы, конкурс алдынан тәүҙә консультация үткәреп, тейешле талаптарҙы конкурстың талаптарына ҡушып яҙырға кәрәктер.

-Ниндәйҙер проблема күтәрелһә, айырым осраҡтары күрһәтеп, асыҡ һәм аңлайышлы итеп альгоритм төҙөү отошло булыр ине.

-Бер ҡайҙа ла булмаған өр-яңы мәҡәлә эшләгәндә Ук иң уңайлыһы.Сөнки, мәҡәлә өсөн өр-яңы викидата эшләргә кәрәк.Унан Ук аша карточка үҙе килеп ултыра.

-Тәржемәсе аша эшләгәндә мәҡәләнең ҡалып-карточкаһы булһа, әҙер генә килеп ултыра.Әммә ундай карточкалары булмаған мәҡәләләр ҙә бар. Мәҫ., математиканан айырым функцияларға арналғандарында булмаҫҡа мөмкин. Ук ҡуйғанда, Викимилектәге мәғлүмәтте күрһәтеп, ҡалып-ҡарточка ултыра.

-Иллюстрация етешмәгән мәҡәләләр ҙә бар. Мәҫ., Ҡайһы бер хайуандандарҙың йәшәү циклында енси һәм енси булмаған стадиялары бар. Ул стадиялар шундай ныҡ айырыла, белмәгән кеше ике төр тип уйларға, йәки стадияны күҙ алдына килтерә алмаҫҡа мөмкин (әүермән һымаҡ тип тә була). Шуға, викидатаға инеп, рәсем тигән функция аша һүрәттәрен эҙләп ҡуйырға кәрәк була. Йәиһә, файлды ҡулдан мәҡәләгә өҫтәү кәрәк.Сөнки, ошондай фиғыллы хайуанар ғына түгел, ә үҫемлектәр ҙә бар (споралы үҫемлектәр). Һәр зат енси стадияһында енес күҙәнәктәре аша яңы заттар һанын күбәйтә. Енси булмаған стадияһында клондар аша һан арттыра. Хайуандар араһында ла, үҫемлектәр араһында ла бындай төрҙәр һаны күп кенә.--Һәҙиә (әңгәмә) 13:27, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ҡалып-карточканы урыҫса мәҡәләнән күсереп ҡуймай, Ук ҡуйып китеү вандализмға кермәйҙер ул тип уйлайым. Бары урыҫса мәҡәләнән викитексты үҙгәртергә тигән функция аша ҡалыпты копировкалап өҫтәргә генә кәрәк. --Һәҙиә (әңгәмә) 13:55, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Көнһылыу Зәки ҡыҙының тәҡдимдәре менән килешәм. УҠ менән эшләүе еңел һәм аңлайышлы, викидатаға мәғлүмәтте өҫтәргә лә, артыҡ күп булһа, кире алырға ла була. Карточка ҡалыбының да бик уңышлы эшләнгәндәре бар. Тәржемә мәҡәләһендә икеһен дә һынап ҡарайым, ҡайһыһы уңышлы, биҙәлеше лә матур, тулы тип һанайым, шуны ҡуям. «Лабрадор (ярымутрау)‎» мәҡәләһен миҫал өсөн яҙам, карточка ҡалыбы оҡшаманы, УҠ ҡалыбы камил. Математика, химия мәҡәләләрендә карточка ҡалыбы бөтөнләй юҡ, УҠ ҡалыбын башҡортсаға тәржемә кәрәк урындарын тәржемәләп ҡуйҙым. «Хөрмә» мәҡәләһе буйынса карточка ҡалыбы оҡшаны, йыйнаҡ ҡына, биҙәлеше лә матур. Карточка ҡалыбының конкурс мәҡәләре өсөн файҙалы яғы бар, байт арта. Икеһен дә урынлы ҡулланыу яғындамын, зыяны юҡтыр? --Баныу (әңгәмә) 19:45, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
    Эйе, дөрөҫ, ҡайһы берҙә УК ҡалыбын ғына ҡуйып китһәң, һыу буйы оҙон яҙыу килеп сыға, мәҡәләнең йөҙөн йәмһеҙләй, мин шуларҙы русса карточка менән алмаштырҙым, тәржемә итә торған ерҙәрен тәржемәләп, сөнки категорияға мәғәнәһеҙ һөйләмдәр барып ултыра. Әммә УК ҡалыбы ыҡсым ғына икән, шул килеш ҡалдырҙым һайлап. Беҙгә шул УК ҡалыбы (карточка буйынса) буйынса семинар кәрәк ул барыбер. Юлдашева Луиза (әңгәмә) 16:08, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Әлбиттә ҡайһы ҡалыпты ҡулланыуҙы мәҡәләне тәү башлап яҙа башлаусы үҙе хәл итергә тейеш. Уға нисек уңайлы, ҡулай, "яҡшыраҡ тойола". Хәл итеү тигәндәй, был ҡалып мәҡәләлә "ғүмерлеккә" ҡалыуҙы аңлатмай, аҙаҡ мәҡәләнең башҡа авторҙары уны үҙгәртә ала. УК ҡалыбының актуаль мәғлүмәттәр биреүе яҡшы, мәҫәлән һайланған Токио мәҡәләһен алайыҡ, бында элекке ҡалып тора. Әммә 2022 йылға ҡарата уның майҙаны ла, халыҡ һаны ла үҙгәргән, губернаторы ла 2016 йылда алышынған икән — УК ҡалыбы был мәғлүмәттәрҙе яңыртыр ине. УК ҡалыбы килеп сыҡҡас та, шәхес һәм тораҡ пункт мәҡәләләрендә ҡулланыуға ҡаршы булғайным, сөнки уның күренеше төрлөсә - йә бихисап параметрҙары күп булып ҡалып мәҡәләнең структураһын боҙа, йә киреһенсә ҡайһы бер параметрҙар етмәй, шулай уҡ автоматик категоризациялау боҙола. Бәлки ниндәйҙер параметрҙарҙы Башҡорт Википедияһыда күрһәтмәҫкә булалыр - әммә быны нисек эшләргә? --Ryanag (әңгәмә) 17:39, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Википедия - иркеле энциклопедия! Википедияла бер кем дә бер кемдән дә бер нимә лә талап итмәй. Ҡалыптар буйынса ла талап булманы, ә тәҡдим булды. Талап итепме йәки тәҡдим итепме ҡабул итеү һәр кемдең үҙенән тора. Шулай уҡ, һәр кем тәләй икән УК, теләй икән мәҡәләнең темаһына тап килгән ҡалып-карточканы ҡуя ала. Кемгәлер мәҡәләгә ҡуйылған УК йәки тематик ҡалып-карточка оҡшамай икән, ул бер кемдән дә һорап тормай үҙенә оҡшағанына алыштырып ҡуйырға хоҡуҡлы. Бер кемдең дә уны тыйырға хоҡуғы юҡ. Әгәр кемдер булғанды алмаштырған менән риза булмаһа, бер-береһе менән конкрет осраҡ буйынса уртаҡ фекергә килергә тейештәр. Бөгөнгө көнгә ҡарата хәл-торош (ситуация) шулай. Сөнки БашВикила ҡалыптар буйынса уртаҡ фекерле аныҡ ҡына ҡағиҙә/тәртип ҡабул ителмәгән. Шуға күрә ҡырҡа аҙымдар яһамай ғына артабан фекерләшәйек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:03, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Айырым темаға ҡараған ҡалып-карточкалар булыуы ыңғай. Әгәр улар шартына килтереп эшләнеп бөтөлһә, Викидатанан мәғлүмәт күрһә һәм унан мәғлүмәт алып күрһәтә белһә ыңғай тип баһалайым. Әммә, уларҙың документацияһы булмауы, йәки рус теленән тәржемә ителмәгән килеш ҡулланылыуы бик үк ыңғай түгел. Тәржемә ителмәгән ҡалып-карточкалар Википедияның бер яғы, ябай уҡыусы күргән тышҡы күренеш өсөн ыңғай булып ҡала. Әммә, яһалма интеллект, йөкмәткене "машина күҙе" менән уҡыған компьютер техналогиялары өсөн был күренеш тотҡарлыҡ булып тора. Сөнки ул технологияларға башҡорт теленә тап килгән һүҙҙәрҙен һайлап алыуы, "иләк аша үткәреү" аҙымы оҙағыраҡҡа һуҙыла, һайлап алған һүҙҙәр күләме кәмей. Башҡорт теленең Башҡорт Википедияһы йөкмәткеһе аша дөйөм донъя "ҡаҙаны" булған ике ДатаСет технологияһына инеүе оло прогресс булып тора. Шуға күрә Башҡорт Википедияһына киңерәк күҙлектән ҡарарға кәрәклеген пропагадалайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тематик ҡалып ҡарточкалырҙы камиллаштырыу эшен дауам итергә, ҡулланыуға тәҡдим итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әммә, ҡәтғи рәүештә уларҙы ҡулланыуҙы талап итеү ыңғай күренеш түгел. Бигерәк был турала ниндәйҙер сара, конкурс менән бәйле итеп әйтеү бөтөнләй килешмәй. Конкурс шартына алдан яҙылған осраҡта килешер ине. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • УК карточкаһы аша Викидатала элементарҙы, лексемаларҙы башҡорт теленә тәржемә итеү ҙә бик кәрәк һәм ыңғай эш. Шикләнмәйсә дауам итергә, тәржемә яһарға тәҡдим итәм. Был да башҡорт теле өсөн оло прогресс. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • УК-ның категорияларҙы юғалтыуына килтереүе Викидаталағы элементтың категорияға көйләнмәүендә. Категорияларҙы һәр мәҡәлә өсөн түгел, ә дөйөм теманы берләштергән Викидата элементтары аша көйләргә була һәм көйләргә кәрәк. Викидата аша көйләп булмағандарын мәҡәләләргә өҫтәп сығырға була. Күләмле эш әлбиттә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Викидаталағы айырым лексемаларҙағы бер нисә мәғлүмәтенең берәһен гене УК карточкаһында күрһәтеү мөмкинлеге бар. Әйтәйек Өфө ҡалаһының барлыҡ башлыҡтары ла Викидатала яҙылған икән, УК карточкаһында һуңғы, әлеге ваҡытта вазифа башҡарған мэрҙы ғына күрһәтеү өсөн уның мәғлүмәтен приоритетлы итеп ҡуйырға кәрәк. УК карточкала ул ғына күренсәк, башҡалар күренмәйәсәк. Ә бына бер лексеманы күрһәтеп, бер нисәһен күрһәтмәү буйынса әлегә әйтә алмайым. Ундай фекер ҙә, тәҡдим дә быға тиклем минең күҙгә салынмағайны. Викидата форумында, йәки УК ҡалыбы авторы Лещинанан һорарға кәрәк булыр Ундай мөмкинлектәр булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Төрки телле викимедиасыларҙың Викидата буйынса тренингында яһаған сығышымды ҡуям. башҡртсаға тәржемә итмәгәнмен, ғәфү!
  "Универсальная карточка: плюсы и минусы

В 2017 году большая делегация волонтеров из БашВики участвовали на Вики-конференции в Москве. Там Викиданным посвятили отдельный круглый стол. Модератором и спикером был Сергей Лещина. Он выступил по двум темам: "Введение в Викиданные" и "Шаблоны-карточки: прошлое или будущее Википедии?" Нас на этом круглом столе было 4 человека и сразу договорились с модератором, чтоб он провел мастер-класс по Викиданным специально для представителей БашВики.
Чем же зацепил нас Сергей? Он сам программист, и чтоб облегчить работу, предлагал заменить все шаблоны-карточки, в т.ч. сокращенные, одним шаблоном – “УК” - универсальной карточкой. Т.е. при создании или написании статей не надо скопировать шаблон-карточку и заполнить от руки а просто все шаблоны заменить “УК”.
Так Башкирская Википедия была избрана экспериментальной площадкой для испытания универсальной карточки. И с тех пор наши википедисты охотно применяют этот шаблон и к нам примкнули еще татарстанские коллеги. И чтоб волонтеры сразу привыкли работать на двух проектах, мы сразу стараемся обучать их к заполнению викиданных. В прошлом году впервые был проведен конкурс, где статья оценивалась по 0,5 балла, и в основном оценивалась заполнение ВД. В итоге было написано более 500 статей и столько же заполнено ВД.
Думаю, за годы применения УК можем в какой-то степени делать выводы: первое – чтоб УК работала качественно и выдала все данные, нужно перевести все шаблоны и данные на свой язык, а у нас, к сожаленью, нет возможности все сделать сразу.
Второе – применение шаблона УК, во многом освобождает руки и время заполнения карточки, в итоге больше времени остается для написания или перевода статьи. Так же при скопировании шаблонов карточек и заполнении могут быть случайно удалены что-то, и карточка уже не рабочая. Опытные википедисты могут сразу найти ошибку, а новички могут долго мучиться, и на это уходит время.
Третье – при применении УК в карточке сразу видно не написанные и непереведенные данные.
Четвертое – при проведении различных конкурсов, использовании УК, так же и как специальных сокращенных шаблонов, видим разницу в количестве байтов, примерно в - 1500. Хотя в БашВики сразу можно смотреть количество слов. Так же в некоторых случаях при применении УК в карточке выходит больше данных, чем в шаблоне-карточке.
Пятое – при применении УК в статье, если Викиданные не заполнены а просто в текст поставлен шаблон-карточка, сразу видна недоработка, т.е., применяя УК нужно сразу работать в двух проектах – ВП и ВД.
В чем же минусы? В некоторых случаях при замене традиционных шаблонов на УК, не выходят некоторые данные и, википедисты предпочитают использовать традиционные шаблоны. В этом случае, думаю, просто надо работать над усовершенствованием УК, в идеале – внести изменения, которые привели бы к результату которую мы ожидаем. В настоящее время на башкирский язык не переведены более 2 тысяч элементов, которые должны быть переведены, чтоб УК работал более совершенно. Увы, для этого нужны человеческие ресурсы.
Второй минус обычно заметен во время различных конкурсов, которые проводит РуВП, где по-старому применяются шаблоны-карточки и иногда не заполняются Викиданные, и когда языковые разделы переводят статью на свой язык и ставят просто УК, то волонтерам приходится заполнять и ВД, что не учитывается при подведении итогов.
Прдводя итоги, можно сказать, что Универсальная карточка, с одной стороны, намного облегчает работу википедистов, с другой, дает возможность развивать одновременно два проекта."

 

Өҫтәп нимә әйтер инем: Википедияла рус теленән тәржемә итә башлағанда төрлө фекерҙәр булды - мәғәнәһе буйынса дөйөмләштереп тәржемә эшләргәме, әллә һәр һөйләмде анығыраҡ тәржемә итергәме? Икенсе вариант буйынса эшләү һөҙөмтәһендә яһалма интеллект бөгөн башҡортса апаруҡ "һуҡалай". Бөгөн УК ҡалыбы менән эшләү һәм уны яйлап камиллаштырыу ҙа бер нисә йылдан үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен күрһәтәсәк, Алла бойорһа! Хәҙер иһә Викидатала лексемалар тәржемә итеү мөмкинлеге лә булдырылған, был да киләсәкте күҙаллап эшләнгән эш. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:10, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

УК-нының күренешен ҡыҫҡартыу тураһында үҙгәртергә

З. ӘЙЛЕ Ян Вермеерҙа УК-ның күренешен ҡыҫҡартыу ваҡытлыса ғына, уны барыбер викидатала кире ҡайтарып ҡуялар. Бер заман УК карточкаһында «заты — ир-ат, заты — ҡатын-ҡыҙ» тип күрһәтеү мыҫҡыллыу кеүек тигән һүҙ булған ине. Бер нисә урында йәшереп ҡараным. бер нисә көндәнме, һуңыраҡмы — барыбер откат эшләнеләр. Рангын алыштырыу был мәсьәләне хәл итеү түгел. Бәлки башвикила йәки ҡалыптың үҙендә фильтр ҡуйып булалыр. Миҫал ошонда [8] [9] --ZUFAr (әңгәмә) 18:30, 1 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Универсаль карточканы яратыусылар өсөн. УК урынына {{Шәхес}}, {{Рәссам}} ҡуйырға була. Был осраҡта УК карточкаһы кеүек викидатала булған бөтөн мәғлүмәт сыҡмай, башҡорт википедияһындағы шәхес һәм рәссам ҡалып-карточкаһында күрһәтелгән үҙенсәлектәр (свойства) генә фильтрланып күренә, ҡиммәтен (значение) викидатанан ала. Ҡатмарлы ҡалыптар (ҡалып эсендә ҡалып, төрлө ҡушымталары булған ҡалыптар) эшләмәй, бик ҡыҫҡа сыға, артабан уйларға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 15:37, 2 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Тәҡдим ителгән {{Шәхес}}, {{Рәссам}} ҡалыптарының һәм тәңҡитләнгән {{УК}} ҡалыбының Викидатанан мәғлүмәт алып мәҡәләнең карточкаһына ҡуйыу һәләтен сағыштырып ҡарағыҙ һәм үҙегеҙ баһа бирегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:45, 3 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

1. {{Шәхес}} ҡалыбы менән мәҡәләнең ҡалып-карточка күренеше, мәғлүмәт Викидатанан алынған.  

2. {{Рәссам}} ҡалыбы менән мәҡәләнең ҡалып-карточка күренеше, мәғлүмәт Викидатанан алынған.  

3. {{УК}} ҡалыбы менән мәҡәләнең ҡалып-карточка күренеше, мәғлүмәт Викидатанан алынған.  

Универсаль карточканың етешһеҙлектәрен күрергә теләмәһәгеҙ, Башҡортостан шәхестәре (һәм башҡа ҡайһы берәүҙәр) өсөн «Беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ, беҙҙең ғорурлығыбыҙ ҡомартҡыһы — Универсаль карточка» булараҡ ҡалһын. Әгәр универсаль карточканы Репин Илья Ефимович, Пабло Пикассо ҡуйып ҡараһаҡ, мәҡәләлә карточка түгел, өҫтәлдән иҙәнгә тиклем һуҙылған таҫма килеп сыға, текста булған рәсемдәр тырым-тыраҡай килә. Бер скрин ғына етмәйәсәк.
{{Шәхес}}, {{Рәссам}} кеүек ҡалып-карточкалар шул уҡ универсаль карточка, тик һайланған мәғлүмәтте генә күрһәтеү өсөн «фильтр» ҡуйылған. Берәй параметрҙы күрһәтергә кәрәк булһа, үҙем дә өҫтәй алырмын, эшләй алмаһам ярҙам һорарбыҙ белгән кешенән.
Ҡағиҙә менән йәшәүселәр, ошо ҡағиҙәләр менән танышығыҙ һәм тормошҡа ашырығыҙ! (Универсаль карточка тураһында бер һүҙ ҙә юҡ). Ҡыҫҡаса: Карточкаларҙың маҡсаты — мәҡәләнең төп тексынан төп факттарҙы биреү, ә уны алмаштырыу түгел. Карточканы йәшергән осраҡта ла мәҡәлә тулылығын юғалтырға тейеш түгел. Төп факттар асыҡ күренеп торһон өсөн ундағы яландар күп булмаҫҡа һәм ҡыҫҡа, аныҡ итеп тултырылырға тейеш. <....> Карточкала, төп текстан айырмалы, үҙенән-үҙе яңырып торған мәғлүмәт тә була.--ZUFAr (әңгәмә) 11:17, 4 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Зәйтүнә Ян Вермеерҙа килеп ҡыҫылып УК-ны аҡларға тырышып ҡараған ине, викидатала ҡыҫартып була тип. Бына уның викидатала эшләгәне [10], һәм бер нисә көндән откат [11]. Кем икеләнә, УК беҙҙең ҡаҙанышыбыҙ, алға китеш тип уйлай, рәхим итегеҙ, ошо мәҡәләгә тағы ла УК ҡуйып ҡарағыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 01:51, 7 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Бына УК-ның күренеше һәм викидатала «ҡыҫҡартыу» тураһында Фекерләшеү:Жоан Миро. Тағы УК ҡуйылған, ҡасандыр нормальный булған мәҡәләләр бөгөн ни хәлдә икәнен ҡарағыҙ Европа, Мацуо Басё, Мэттью Перри. Джон Рональд Руэл Толкин.--ZUFAr (әңгәмә) 05:07, 11 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
Өҫтәрәк конкурс тураһында бар ине, яуап — мәҡәләнең тышҡы күренешен (биҙәлешен) тәртипкә килтерегеҙ, бындай мәҡәләне ҡабул итмәйем тип талап итә алам. --ZUFAr (әңгәмә) 05:20, 11 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Баш бит күренеше үҙгәртергә

Фекерләшеү:Баш_бит#Баш_бит_күренеше темаһы астым. Фекер-тәҡдимдәргеҙҙе яҙһағыҙ ине. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:42, 4 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Those two articles are probably about the same person. Please ping me once done so I can correct the Wikidata entry! --Emu (әңгәмә) 16:56, 28 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Emu Yes, they are same person. I deleted the last article. --ZUFAr (әңгәмә) 17:26, 28 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]