Свами Вивекананда (бенг. স্বামী বিবেকানন্দ [ʃami bibekanɔnd̪o] ; тыуған ваҡыттағы исеме — Нарендранатх Датта (бенг. নরেন্দ্রনাথ দত্ত [nɔrend̪ronat̪ʰ d̪ɔt̪o]); 12 ғинуар 1863 йыл, Британия Һиндостаны — 4 июль 1902 йыл, Белур, Британия Һиндостаны) — күренекле һинд йогы, Веданта һәм йога философы[1], йәмәғәт эшмәкәре, Рамакришна уҡыусыһы һәм Рамакришна Орденына (Рамакришна Матх) һәм Рамакришна миссияһына нигеҙ һалыусы.

Биографияһы үҙгәртергә

Тыуыуы һәм йәшлеге үҙгәртергә

Нарендранатх Даттаның ата-әсәһе Вишванатх Датта һәм Бхуванешвари Деви була. Хатта бала сағында ла ул ныҡ аҡыл һәм үткер хәтергә эйә була. Ул шулай уҡ иртә йәштән медитацияны ҡуллана. Мәктәптә уҡығанда, төрлө уйындарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ул һәүәҫкәр театр студияһын һәм гимнастика клубын ойоштора һәм фехтование, көрәш, ишеү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса дәрестәр ала. Шулай уҡ инструменталь һәм вокаль музыканы өйрәнә. Дуҫтары араһында лидер була. Хатта ул йәш сағында уҡ, каста айырмалыҡтарына һәм диненә нигеҙләнгән хөрәфәт йолаларының һәм дискриминацияларҙың нигеҙле булыуын шик аҫтына ҡуя.

1879 йылда Нарендра Калькутталағы Президент колледжына уҡырға инә (Presidency College). Бер йыл уҡығандан һуң, ул Шотланд сиркәү колледжына күсә һәм философияны өйрәнә. Курс дауамында ул логика, Көнбайыш фәлсәфәһен һәм Европа тарихын өйрәнә.

Яҡынса ошо ваҡытта йәш Нарендра аңында Аллаһы тәғәлә бармы һәм уны күреү мөмкинме тигән һорау килеп тыуа. Ошо сәбәпле ул Кешаб Чандра Сен етәкләгән шул ваҡытта абруйлы дини хәрәкәткә, Брахмо-самаджға инә. Әммә Самадждың мәхәллә доғалары һәм дини йырҙары Нарендраның Аллаһты аңлау теләген ҡәнәғәтләндерә алмай. Ул Брахмо-самадж лидерҙарынан Аллаһы тәғәләне күргәндәрме икәнлеген һорай. Бер ҡасан да уларҙан ҡәнәғәтләнерлек яуап ала алмай. Яҡынса ошо ваҡытта колледж профессоры У. Хасти уға Дакшинешварҙан Рамакришна тураһында һөйләй.

Рамакришна уҡыусыһы үҙгәртергә

Нарендра Рамакришнаны беренсе тапҡыр 1881 йылдың ноябрендә осрата. Ул Рамакришнаға башҡа дини лидерҙарға биргән һорауын бирә: ул Аллаһты күргәнме. Рамакришна кисекмәҫтән былай тип яуап бирә: «Эйе, Мин Аллаһты, һине күргән кеүек, күрҙем, тик асығыраҡ итеп». Нарендра таң ҡала. Ул был кешенең һүҙҙәре ғәҙел булғанын һәм үҙ тәжрибәһенең төпкөлөнән сығыуын тоя. Ул Рамакришнаға йыш йөрөй башлай.

Нарендра шунда уҡ Рамакришнаны һәм уның күреүҙәрен ҡабул итә алмаһа ла, уны һанға һуҡмай ҡалмай. Нарендраға быны ҡабул итер өсөн, һәр ваҡыт ентекләп тикшереү хас була. Ул Рамакришна нимә эшләгән һәм һөйләгән барыһын да тикшерә, әммә уҡытыусы түҙемле, йомшаҡ күңелле була. Ул бер ҡасан да Нарендранан айыҡ аҡылдан баш тартыуын һорамай, һәм ул Нарендраның бөтә дәлилдәрен һәм тикшеренеүҙәрен сикһеҙ түҙемһеҙлек менән ҡабул итә. Ваҡыт үтеү менән Нарендра Рамакришнаны ҡабул итә, һәм ҡабул итеүе лә ихлас була. Рамакришна башлыса бхакти һәм уның уҡыусыларын икелелек фәлсәфәһен һәм юлдарын уҡыта, Нарендраны адвайта-веданте, не-дуализм философияһына уҡыта.

Рамакришна етәкселегендә биш йыл дауамында Нарендра тынғыһыҙ, сабырһыҙ егеттән Аллаһы тәғәләне ғәмәлгә ашырыу өсөн бар нәмәнән ваз кисеү өсөн әҙер булған етлеккән кешегә әйләнә. Тиҙҙән Рамакришнаның тамаҡ яман шеше үҫешә, 1886 йылдың авгусында ул вафат була. Бынан һуң Нарендра һәм Рамакришнаның башлыса йәштәрҙән торған төп уҡыусылары төркөмө монах анттары ҡабул итә һәм бөтә донъялыҡтан баш тарта. Улар Калькуттаның Баранагор районында йәшәй башлай. Был йорт Рамакришна Орденының беренсе монастырь йорто була. Улар аслыҡты ҡәнәғәтләндереү өсөн хәйер һорай, ә уларҙың башҡа ихтыяждары тураһында Рамакришнаның хәлле уҡыусылары — йорт хужалары хәстәрлек күрә.

Һиндостан буйлап сәйәхәттәр үҙгәртергә

Тиҙҙән Баранагор монастырының йәш монахтары, ниндәйҙер кейем-һалым һәм хәйер һорау өсөн һауыттан (патра) башҡа бер нәмә лә булмайынса сәйәхәт итеүсе монахтарҙың тормошон алып барырға теләй. 1890 йылдың июлендә Вивекананда, юлдың ҡайҙа килтерергә тейешлеген дә белмәй, оҙон сәйәхәткә сыға. Был сәйәхәттә ул Һинд субконтинентын арҡыры һәм буй үтә. Был ваҡытта Вивекананда төрлө исемдәр ҡабул итә. Вивекананда исемен уға АҠШ-ҡа китер алдынан махараджа Кхети тәҡдим итә, ул санскрит телендә «айырымлыҡтың ләззәте» тигәнде аңлата.

Был сәйәхәттәр осоронда Вивекананда махараджалар һарайында ла, ярлылар аласығында ла туҡтай. Ул Һиндостандағы башҡа төбәктәр һәм төрлө синыфтар мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Вивекананда йәмғиәттә тигеҙлектең юҡлығын һәм түбән касталарға ҡарата юғары касталарҙың тиранлығын билдәләп үтә. Ул Һиндостан иҫән ҡалһын өсөн, милләтте йәшәртеү ихтыяжын аңлай. 1892 йылдың 24 декабренә Каньякумариға, Коморин моронона, Һинд субконтинентының иң көньяҡ нөктәһенә барып етә. Эйәрсендәре раҫлауынса, ул боғаҙ аша йөҙөп сыға һәм яңғыҙ торған ҡаяла медитациялай башлай. Шула итеп, ул өс көн дауамында уйлана, һәм үҙе һуңғараҡ әйтеүенсә, ул Һиндостандың үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында уйлай. Хәҙер Каньякумариҙағы был ҡаяла Свами Вивеканандаға арналған мемориал урынлашҡан.

Вивекананда Мадрасҡа юл тота һәм уның Һиндостан һәм Мадрас йәштәре индуизмы өсөн пландары тураһында һөйләй. Улар йәш монахтың шәхесе һәм идеялары менән хайран ҡала һәм Бөтә донъя диндәр парламентына АҠШ-ҡа барырға өгөтләй башлайҙар. Шулай итеп, Мадрастан дуҫтары, раджа Рамнад һәм махараджалар Майсур һәм Кхетри ярҙамында Вивекананда Америкаға сәйәхәткә юллана.

Көнбайышта үҙгәртергә

 
Һулдан уңға: Анагрика Дхармапала, Свами Вивекананда һәм Никола Тесла. 1893 йыл.

1893 йылда Вивекананда Чикагола Бөтә Донъя дин парламентында сығыш яһай, телмәр башында «Америка апайҙары-һеңлеләре һәм ағай-ҡустылары» тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткәс, уны алҡыштарға күмәләр. Вивекананданың АҠШ-ҡа килеүен күптәр Көнбайышта индуизмға ҡыҙыҡһыныуҙың башында тороусы нөктә тип иҫәпләй[1].

Парламенттан һуң бер нисә йыл дауамында ул Нью-Йоркта һәм Лондонда веданта үҙәктәре аса, төп университеттарҙа лециялар уҡый, ҡайҙа ғына килмәһен, индуизмға Көнбайыштың ҡыҙыҡһыныуын уята. Уның уңышы конфликтһыҙ үтмәй, уларҙың күпселеге христиан миссионерҙары менән бәйле була, улар уға ҡаты тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Дүрт йыл даими турненан һуң, Көнбайышта лециялар һәм ретриттар уҡығандан һуң, 1897 йылда ул Һиндостанға ҡайта.

Һиндостанға ҡайтыуы үҙгәртергә

Уның табыныусылары белдереүенсә, ҡайтҡас уны ҡабул итеүҙәренә ул шаҡ ҡата. Һиндостанда ул лециялар серияһын уҡый, һәм «Коломбонан Алмораға тиклем лекциялар» кеүек билдәле лециялар циклы, ул ваҡытта баҫтырылған һинд йәмғиәтенең әхлаҡи торошон күтәрә. 1897 йылда ул Рамакришна Миссияһына нигеҙ һала. Был ойошма хәҙер Һиндостанда индуистар берләшмәһенең иң ҙур ордендарының береһе, хәҙер ҙә күп һанлы дини-йәмәғәт һәм хәйриә ойошмалары араһында абруй һәм ихтирам менән файҙалана.

Принциптары һәм фәлсәфәһе үҙгәртергә

 
Мумбаила Вивекананда һәйкәле

Вивекананды нью-эйдж хәрәкәтенең башлап ебәреүсеһе тип йөрөтәләр.

Аллаһ бер, тик исемдәре генә айырыла, — тип раҫлай ул. — Берүәҙәр уны Аллаһ, икенселәр — Бог, кемдер Брахман, кемдер Коли, кемдер Рама, Хари, Иисус, Будда тип атай.

Вивекананда билдәле һәм үҙенсәлекле фекер эйәһе була. Уның донъялағы фәлсәфәүи фекеренә индергән иң мөһим өлөшөнөң береһе булып адвайта-ведантының идеялары фәлсәфәүи яҡтан юғары һәм рухи ғына түгел, ә бары ғәмәли һәм ижтимағи, хәтта сәйәси әһәмиәткә лә эйә булыуҙы күрһәтеү тора. Ул Рамакришнанан мөһим идея алыуын хәбәр итә, был «Джива ул Шива» (һәр шәхес үзе илаһи зат булып тора). Был идея уның мантраһы, һәм ул «даридра нараяна сева» аңлатмаһын төҙөй — Аллаһы тәғәләнең ярлы кешеләрҙә булыуын күреп, Аллаһы тәғәләгә хеҙмәт итеү.

Свами Вивекананда Ведантаның шундай ағымына ҡарай, ул, барыһы ла ирекле булмағанға тиклем бер кем дә ысын ирекле була алмай, тип раҫлай. Хатта шәхси ҡотҡарыу теләге лә ҡалдырылырға тейеш, тик бөтәһен дә ҡотҡарыу өсөн арыу-талыуһыҙ эш кенә яҡты кешенең ысын билдәһе булыуы мөмкин. Ул Матх монастырына һәм «Атмано Мокшартхам Джагаддхитая Ча» (आत्मनॊ मोक्षार्थम् जगद्धिताय च) (Үҙ азатлығы өсөн һәм донъя хаҡына) принциптарына нигеҙләнгән Рамакришна Миссияһына нигеҙ һала.

Вивекананда изгелек ҡылырға, эскерһеҙ булырға һәм үҙ-үҙеңә ышанырға кәңәш итә. Ул брахмачарья (целибата) практикаһын ныҡышмалы тәҡдим итә. Бала саҡ дуҫы Шри Прия Натх Синх менән әңгәмәләрҙең береһендә ул үҙенең физик һәм аҡыл көсөн брахмачарья практикаһына ҡайтарып ҡалдыра.

Шуға ҡарамаҫтан, Вивекананда шулай уҡ дин менән дәүләт (сиркәү һәм дәүләт) араһында ҡәтғи бүленеүҙе талап итә, һәм был идеалды ул нигеҙләгән ойошма ныҡлы яҡлай. Йәмәғәт традициялары үткән заманда дин йоғонтоһо аҫтында формалашһа ла, әлеге ваҡытта дин, мәҫәлән, никах, мираҫ кеүек һәм башҡа мәсьәләләргә ҡыҫылырға тейеш түгел. Идеаль йәмғиәт брахман белеме, кшатрий мәҙәниәте, вайшья эффектлылығы һәм шудрҙың тигеҙләү характерындағы ҡатышмаһы булырға тейеш. Уларҙың ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөгө бер яҡлы үҫешкән гражданлыҡ йәмғиәттәрен барлыҡҡа килтерә. Вивекананда фекеренсә, идеаль йәмғиәт төҙөү өсөн бындай төрҙәге дин йәки ниндәй ҙә булһа башҡа көс ҡулланылырға тейеш тип һанамай, сөнки был тейешле шарттар еткәс, табиғи рәүештә үҫергә тейеш.

Рәсәйҙә Вивекананданы Я. К. Попов тәржемә итә. 1906 йылдан 1914 йылға тиклем Вивекананданың төп әҫәрҙәренең тәржемәләре эшләнә.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Вивекананда хөрмәтенә Райпурҙағы аэропорт аталған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

урыҫ телендә
  • Костюченко В. С. Вивекананда. — М.: Мысль, 1977. — 192 с. — (Мыслители прошлого). — 50 000 экз.
  • Кузьменко Е. Религиозно-философская концепция Свами Вивекананды (недоступная ссылка с 21-05-2013 [3436 дней] — история, копия) // РОССИЯ — ИНДИЯ: перспективы регионального сотрудничества (г. Самара). — М.: Институт востоковедения РАН, 2001. — 138 с.
  • Матуляк А. В. Эволюция взглядов Свами Вивекананды // Компаративное видение истории философии. — СПб., 2008. — С.97-108. — ISBN 978-5-93682-457-9.
  • Ромен Роллан. Жизнь Вивекананды. 1930.
башҡа телдәрҙә
  • Adiswarananda, Swami, ed. (2006), Vivekananda, world teacher : his teachings on the spiritual unity of humankind, Woodstock, Vermont: SkyLight Paths Pub, ISBN 1-59473-210-8
  • Agarwal, Satya P. (1998), The social role of the Gītā: how and why, Motilal Banarsidass, ISBN 978-81-208-1524-7
  • Arrington, Robert L.; Chakrabarti, Tapan Kumar (2001), «Swami Vivekananda», A Companion to the Philosophers, Blackwell Publishing, ISBN 978-0-631-22967-4
  • Arora, V. K. (1968), «Communion with Brahmo Samaj», The social and political philosophy of Swami Vivekananda, Punthi Pustak
  • Badrinath, Chaturvedi (2006). Swami Vivekananda, the Living Vedanta. Penguin Books India. ISBN 978-0-14-306209-7.
  • Banhatti, G.S. (1995), Life and Philosophy of Swami Vivekananda, Atlantic Publishers & Distributors, p. 276, ISBN 978-81-7156-291-6
  • Banhatti, G.S. (1963), The Quintessence of Vivekananda, Pune, India: Suvichar Prakashan Mandal, ASIN B0007JQX3M
  • Beckerlegge, Gwilym (2008). Colonialism, Modernity, and Religious Identities: Religious Reform Movements in South Asia. Oxford University Press. ISBN 978-0-19-569214-3.
  • Bharathi, K.S. (1998b), Encyclopaedia of eminent thinkers: the political thought of Vivekananda, New Delhi: Concept Publishing Company, ISBN 978-81-7022-709-0
  • Bhide, Nivedita Raghunath (2008), Swami Vivekananda in America, ISBN 978-81-89248-22-2
  • Bhuyan, P. R. (2003), Swami Vivekananda: Messiah of Resurgent India, New Delhi: Atlantic Publishers & Distributors, ISBN 978-81-269-0234-7
  • Burke, Marie Louise (1958), Swami Vivekananda in America: New Discoveries, Kolkata: Advaita Ashrama, ISBN 978-0-902479-99-9
  • Burke, Marie Louise (1985), Swami Vivekananda in the West: New Discoveries (in six volumes) (3 ed.), Kolkata: Advaita Ashrama, ISBN 978-0-87481-219-0
  • Chakrabarti, Mohit (1998), Swami Vivekananda, poetic visionary, New Delhi: M.D. Publications, ISBN 81-7533-075-9
  • Chattopadhyaya, Rajagopal (1999), Swami Vivekananda in India: A Corrective Biography, Motilal Banarsidass Publ., ISBN 978-81-208-1586-5
  • Chetanananda, Swami (1997), God lived with them: life stories of sixteen monastic disciples of Sri Ramakrishna, St. Louis, Missouri: Vedanta Society of St. Louis, ISBN 0-916356-80-9
  • Clarke, Peter Bernard (2006), New Religions in Global Perspective, Routledge
  • Cooper, Carebanu (1984). Swami Vivekananda: Literary Biography. Bharatiya Vidya Bhavan.
  • Das, Sisir Kumar (1991), A History of Indian Literature: 1800—1910, Western impact : Indian response, Sahitya Akademi, ISBN 978-81-7201-006-5
  • Von Dense, Christian D. (1999), Philosophers and Religious Leaders, Greenwood Publishing Group
  • Dhar, Shailendra Nath (1976), A Comprehensive Biography of Swami Vivekananda (2 ed.), Madras, India: Vivekananda Prakashan Kendra, OCLC 708330405
  • Dutta, Krishna (2003), Calcutta: a cultural and literary history, Oxford: Signal Books, ISBN 978-1-56656-721-3
  • Dutt, Harshavardhan (2005), Immortal Speeches, New Delhi: Unicorn Books, p. 121, ISBN 978-81-7806-093-4
  • Farquhar, J. N. (1915), Modern Religious Movements in India, London: Macmillan
  • Ganguly, Adwaita P. (2001), Life and Times of Netaji Subhas: From Cuttack to Cambridge, 1897—1921, VRC Publications, ISBN 978-81-87530-02-2
  • Feuerstein G. (инг.)баш. The Yoga Tradition. — Delhi: Motilal Banarsidass, 2002.
  • Ghosh, Gautam (2003). The Prophet of Modern India: A Biography of Swami Vivekananda. Rupa & Company. ISBN 978-81-291-0149-5.
  • Gokhale, B. G. (January 1964), «Swami Vivekananda and Indian Nationalism», Journal of Bible and Religion, Oxford University Press, 32 (1): 35-42.
  • Gosling, David L. (2007). Science and the Indian Tradition: When Einstein Met Tagore. Routledge. ISBN 978-1-134-14333-7.
  • Gupta, N.L. (2003), Swami Vivekananda, Delhi: Anmol Publications, ISBN 978-81-261-1538-9
  • Gupta, Raj Kumar (1986), The Great Encounter: A Study of Indo-American Literary and Cultural Relations, Delhi: Abhinav Publications, ISBN 978-81-7017-211-6, retrieved 19 December 2012
  • Houghton, Walter Raleigh, ed. (1893), The parliament of religions and religious congresses at the World’s Columbian exposition (3 ed.), * Frank Tennyson Neely, OL 14030155M
  • Isherwood, Christopher (1976), Meditation and Its Methods According to Swami Vivekananda, Hollywood, California: Vedanta Press, ISBN 978-0-87481-030-1
  • Isherwood, Christopher; Adjemian, Robert (1987), «On Swami Vivekananda», The Wishing Tree, Hollywood, California: Vedanta Press, ISBN 978-0-06-250402-9
  • Jackson, Carl T (1994), «The Founders», Vedanta for the West: the Ramakrishna movement in the United States, Indianapolis, Indiana: Indiana University Press, ISBN 978-0-253-33098-7
  • Kashyap, Shivendra (2012), Saving Humanity: Swami Vivekanand Perspective, Vivekanand Swadhyay Mandal, ISBN 978-81-923019-0-7
  • Kapur, Devesh (2010), Diaspora, development, and democracy: the domestic impact of international migration from India, Princeton, New Jersey: Princeton University Press, ISBN 978-0-691-12538-1
  • Kattackal, Jacob (1982), Religion and ethics in Advaita, Kottayam, Kerala: St. Thomas Apostolic Seminary, ISBN 978-3-451-27922-5
  • Kearney, Richard (13 August 2013). Anatheism: Returning to God After God. Columbia University Press. ISBN 978-0-231-51986-1.
  • Kraemer, Hendrik (1960), «Cultural response of Hindu India», World cultures and world religions, London: Westminster Press, ASIN B0007DLYAK
  • Majumdar, Ramesh Chandra (1963), Swami Vivekananda Centenary Memorial Volume, Kolkata: Swami Vivekananda Centenary, p. 577, ASIN B0007J2FTS
  • Malagi, R.A.; Naik, M.K. (2003), «Stirred Spirit: The Prose of Swami Vivekananda», Perspectives on Indian Prose in English, New Delhi: Abhinav Publications, ISBN 978-81-7017-150-8
  • McRae, John R. (1991), «Oriental Verities on the American Frontier: The 1893 World’s Parliament of Religions and the Thought of Masao Abe», Buddhist-Christian Studies, University of Hawai’i Press, 11: 7-36, doi:10.2307/1390252, JSTOR 1390252.
  • Michelis, Elizabeth De (8 December 2005). A History of Modern Yoga: Patanjali and Western Esotericism. Continuum. ISBN 978-0-8264-8772-8.
  • Miller, Timothy (1995), «The Vedanta Movement and Self-Realization fellowship», America’s Alternative Religions, Albany, New York: SUNY Press, ISBN 978-0-7914-2398-1
  • Minor, Robert Neil (1986), «Swami Vivekananda’s use of the Bhagavad Gita», Modern Indian Interpreters of the Bhagavad Gita, Albany, New York: SUNY Press, ISBN 978-0-88706-297-1
  • Mukherji, Mani Shankar (2011), The Monk As Man: The Unknown Life of Swami Vivekananda, ISBN 978-0-14-310119-2
  • Nikhilananda, Swami (April 1964), «Swami Vivekananda Centenary», Philosophy East and West, University of Hawai’i Press, 14 (1): 73-75, doi:10.2307/1396757, JSTOR 1396757.
  • Nikhilananda, Swami (1953), Vivekananda: A Biography (PDF), New York: Ramakrishna-Vivekananda Center, ISBN 0-911206-25-6, retrieved 19 March 2012
  • Pangborn, Cyrus R.; Smith, Bardwell L. (1976), «The Ramakrishna Math and Mission», Hinduism: New Essays in the History of Religions, Brill Archive
  • Paranjape, Makarand (2005), Penguin Swami Vivekananda Reader, Penguin India, ISBN 0-14-303254-2
  • Parel, Anthony (2000), Gandhi, Freedom, and Self-Rule, ISBN 978-0-7391-0137-7
  • Paul, Dr S. (2003). Great Men Of India : Swami Vivekananda. Sterling Publishers Pvt. Ltd. ISBN 978-81-207-9138-1.
  • Prabhananda, Swami (June 2003), «Profiles of famous educators: Swami Vivekananda» (PDF), Prospects, Netherlands: Springer, XXXIII (2): 231—245.
  • Rambachan, Anantanand (1994), The limits of scripture: Vivekananda’s reinterpretation of the Vedas, Honolulu, Hawaii: University of Hawaii Press, ISBN 978-0-8248-1542-4
  • Richards, Glyn (1996), «Vivekananda», A Source-Book of Modern Hinduism, Routledge, pp. 77-78, ISBN 978-0-7007-0317-3
  • Rinehart, Robin (1 January 2004). Contemporary Hinduism: Ritual, Culture, and Practice. ABC-CLIO. ISBN 978-1-57607-905-8.
  • Rolland, Romain (1929a), «Naren the Beloved Disciple», The Life of Ramakrishna, Hollywood, California: Vedanta Press, pp. 169—193, ISBN 978-81-85301-44-0
  • Rolland, Romain (1929b), «The River Re-Enters the Sea», The Life of Ramakrishna, Hollywood, California: Vedanta Press, pp. 201—214, ISBN 978-81-85301-44-0
  • Rolland, Romain (2008), The Life of Vivekananda and the Universal Gospel (24 ed.), Advaita Ashrama, p. 328, ISBN 978-81-85301-01-3
  • Seifer, Marc (2001), Wizard: The Life and Times of Nikola Tesla : Biography of a Genius, Citadel, ISBN 978-0-8065-1960-9
  • Sen, Amiya (2003), Gupta, Narayani, ed., Swami Vivekananda, New Delhi: Oxford University Press, ISBN 0-19-564565-0
  • Sen, Amiya (2006), Indispensable Vivekananda: anthology for our times, Orient Blackswan, ISBN 978-81-7824-130-2
  • Sharma, Arvind (1988), «Swami Vivekananda’s Experiences», Neo-Hindu Views of Christianity, Leiden, The Netherlands: Brill, ISBN 978-90-04-08791-0
  • Sharma, Benishankar (1963), Swami Vivekananda: A Forgotten Chapter of His Life, Kolkata: Oxford Book & Stationary Co., ASIN B0007JR46C
  • Shattuck, Cybelle T. (1999), «The modern period ii: forces of change», Hinduism, London: Routledge, ISBN 978-0-415-21163-5
  • Sheean, Vincent (2005), «Forerunners of Gandhi», Lead, Kindly Light: Gandhi and the Way to Peace, Kessinger Publishing, ISBN 978-1-4179-9383-3
  • Shetty, B. Vithal (2009), World as seen under the lens of a scientist, Bloomington, Indiana: Xlibris Corporation, ISBN 978-1-4415-0471-5
  • Sil, Narasingha Prosad (1997), Swami Vivekananda: A Reassessment, Selinsgrove, Pennsylvania: Susquehanna University Press, ISBN 0-945636-97-0
  • Sooklal, Anil (1993), «The Neo-Vedanta Philosophy of Swami Vivekananda» (PDF), Nidan, 5
  • Thomas, Abraham Vazhayil (1974), Christians in Secular India, Madison, New Jersey: Fairleigh Dickinson University Press, ISBN 978-0-8386-1021-3
  • Thomas, Wendell (1 August 2003). Hinduism Invades America 1930. Kessinger Publishing. ISBN 978-0-7661-8013-0.
  • Vrajaprana, Pravrajika (1996). A portrait of Sister Christine. Calcutta: Ramakrishna Mission Institute of Culture. ISBN 978-8185843803.
  • Majumdar, R. C. (2000), Swami Vivekananda: A Historical Review, Advaita Ashrama, ISBN 978-81-7505-202-4
  • Paranjape, Makarand R. (2012). Making India: Colonialism, National Culture, and the Afterlife of Indian English Authority. Springer. ISBN 978-94-007-4661-9.
  • Ritananda, Swami (2013). «Swami Vivekananda: The personification of Spirituality». Swami Vivekananda: New Perspectives An Anthology on Swami Vivekananda. Ramakrishna Mission Institute of Culture. ISBN 978-93-81325-23-0.
  • Urban, Hugh B. (1 January 2007). Tantra: Sex, Secrecy, Politics and Power in the Study of Religion. Motilal Banarsidass Publisher. ISBN 978-81-208-2932-9.
  • Wuthnow, Robert (1 July 2011). America and the Challenges of Religious Diversity. Princeton University Press. ISBN 978-1-4008-3724-3.
  • Wolffe, John (2004). Religion in History: Conflict, Conversion and Coexistence. Manchester University Press. ISBN 978-0-7190-7107-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә