Весь — Балтик буйы фин ҡәбиләһе, унан вепстар һәм өлөшләтә карелдар, төньяҡ урыҫтарҙың ҡайһы бер төркөмдәре килеп сыҡҡан. Ҡәүем Ладога, Онега һәм Аҡ күл араһындағы һәм уларҙан көньяҡтараҡ ерҙәрҙе биләп торған.

Весь
коралы. IX — X бб. Көнсығыш Европа халыҡтары

Весь һәм вису үҙгәртергә

X быуат—XIV быуатбыуаттарҙағы ғәрәп географтары, Иҙел-Кама Болғарыныңтөньяғында, югралар менән иңгә-иң вису тигән ҡәүем йәшәй тип яҙып ҡалдырған. Әхмәт ибн Фаҙлан һәм әл-Ғәрнатикитаптарында вису менән арв тигән ҡәүемдәр бер рәттән телгә алынған. Болгар сауҙагәрҙәре висуҙар менән сауҙа итәләр, тимер эшләнмәләргә алмаштырып, мех алып ҡайталар. «Вису» атамаһы аҫтында тап бына весь ҡәүеме күҙ алдында тотола тигән фараз бар.

Әхмәт ибн Фаҙлан һүрәтләүҙәренән уның был төбәккә яҙ көнө, ҡайындар япраҡ яра башлаған, уның һыуын йыйған миҙгелдә килгәнен аңлап була.

Я видел у них неизвестное мне дерево необыкновенной вышины: ствол его без листьев, а вершина его подобна пальмовой, листья его тонки, но собраны вместе. Они приходят к известному им месту в стволе этого дерева, пробуравливают его и подставляют сосуд, в который течёт из пробуравленного отверстия жидкость, превосходящая мёд; если человек пьёт её много, то пьянеет как от вина[1]

. Бында эт өрөүе буйынса йылдың уңыш биреүен юрауҙарын, йыландарҙың күп булып ағастарҙа аҫылып тороуын, әммә кешегә зыян һалмауын, ағастан йәшел, әсе алма йыйыуҙарын, һәм ҡыҙҙарының шуны ашап йыуанайыуын һүрәтләй. Илдәрендә бойҙай һәм арпа күп булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың төп ризығы - тары һәм йылҡы ите. Алған баҫыу уңыштарынан батша уларҙан бер нәмә лә алмай; ә ниндәйҙер илгә һөжүм итергә ҡушһа, табыштан өлөш ала. Уларҙа балыҡ майынан башҡа май юҡ, улар зәйтүн һәм кунжут май урынына шуны ҡулланалар, тип яҙған ул[2]

Археологик ҡомартҡылар үҙгәртергә

Археологтар, ғәҙәттә, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең төньяғындағы V—VI быуаттарға тиклемге Дьяков археологик мәҙәниәте ҡомартҡыларын весь (белозеро һәм егон) һәм мерей ҡәүемдәренә ҡайтарып ҡалдыра.

Ғалимдар йыш ҡына IX-XIII быуаттарға ҡараған Ладога буйы көньяҡ-көнсығышындағы ҡурғандар мәҙәниәтен туранан-тура весь ҡәүеменә бәйләйҙәр. Был мәҙәниәт таралған төбәктәр - Сясь, Тихвинка, Капша, Паша, Воронежка, Оять, Свирь, Олонка, Тулокса, Видлица һәм Онега күле, Ладога буйы төньяҡ ярҙары. Ҡурғандар үҙҙәре көмбәҙ рәүешле 0,6-3 м бейеклектәге, диаметры 5-12 м убасыҡтарҙан тора, унда ҡәберҙәр булған. Эс яғы торлаҡ структураһын ҡабатлай, мейес һәм көнкүреш әйберҙәре ҡәберҙәрҙе донъяуи тормоштоң дауамы итеп ҡабул итеү инанысына тура килә. Мәйеттәрҙе яндырып ҡуйылған боронғораҡ ҡәберҙәрҙә скандинав сығышлы ҡайһы бер әйберҙәр бар. Оять йылғаһы буйындағы гидронимияны өйрәнеү боронғолоҡ буйынса саамдарҙан ҡала вепстар килә икәнен асыҡлаған[3].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Майнов В. Н. Приоятская чудь. (Весь — Вепсы) // Древняя и Новая Россия. 1877, т. 2. № 5, с. 38—53; № 6, с. 133—143.
  • Майнов В. Н. Несторова Весь и Корельские дети. // Живописная Россия. 1881. Т I. Ч.2 стр. 493-527.
  • Голубева Л. А. Весь и славяне на Белом озере X—XIII вв. — М., 1973
  • Кочкуркина С. И., Линевский А. М. Курганы летописной веси. Петрозаводск, 1985
  • Кочкуркина С. И. Памятники Юго—Восточного Приладожья и Прионежья. Петрозаводск, 1989
  • Кочкуркина С. И. Сокровища древних вепсов. Петрозаводск, 1990
  • Голубева Л. А., Кочкуркина С. И. Белозерская весь (по материалам поселения Крутик IX—X вв.). Петрозаводск, 1991