Василенко Иван Дмитриевич

Василенко Иван Дмитриевич (20 ғинуар 1895 йыл — 26 май 1966 йыл) — СССР яҙыусыһы. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 3-сө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы.

Василенко Иван Дмитриевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Патронимы йәки матронимы Дмитриевич[d]
Тыуған көнө 8 (20) ғинуар 1895
Тыуған урыны Макеевка[d], Таганрогский округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Таганрог, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Старое городское кладбище (Таганрог)[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, балалар яҙыусыһы, новеллист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр повесть[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Изображение памятной доски
 Василенко Иван Дмитриевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Дмитриевич Василенко 1895 йылдың 8 (20) ғинуарында хәҙерге Украинаның Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһында улус писары ғаиләһендә тыуған. 7 йылдан һуң Василенко ғаиләһе Таганрогҡа күсенә.

1911 йылда Иван Василенко дүрт класлы ҡала училищеһын отличие менән тамамлай[2].

Үҙ аллы әҙерләнеп, 1912 йылда Таганрог классик ирҙәр гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра[2]. Ново-Бессергеновка утары мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[2]. Белгород уҡытыусылар институтына уҡырға инә, әммә марксистик түңәрәк ойошторғаны өсөн бер аҙҙан унан ҡыуып сығарыла. Шуның арҡаһында артабан Василенкоға уҡытыусы эшмәкәрлегенә юл ябылған, һәм ул Таганрог ер банкыһында хисапсы булып эшләй. 1917 йылға тиклем революция хәрәкәтендә ҡатнаша. 1917—1922 йылдарҙа профсоюзда, ә 1922—1934 йылдарҙа — педагогика өлкәһендә эшләй. Ҡаты сир тамам аяҡтан йыҡҡас (көсәйеп киткән туберкулёз уны түшәккә ятҡыра), ул 39 йәшендә яҙыусы булып китә[3])[4].

Һуғыштың тәүге айҙарында яҙыусының берҙән-бер улы, Федор[4]. фронтҡа китә. Ул Качинский авиация училищеһында уҡый, лётчик-истребитель булған һәм Конотоп янындағы һауа һуғышында батырҙарса һәләк булған[4]. 1941 йылдың октябрендә Василенко үҙе Таганрог оккупацияланғанға саҡлы Нальчикка эвакуацияланып өлгөргән. Таганрог азат ителгәндән һуң яҙыусы унда кире ҡайта.

Иван Василенко булып һүҙҙәре буйынса, Леонид Шемшелевич әйткәнсә, Иван Василенко чехов характерлы, һиҙгер, изге күңелле, оялсанлыҡ сигендә баҫалҡы, кеше булған[3].

Иван Василенко 1944 йылда СССР Яҙыусылар союзына инә. И. Д. Василенко ростов альманахтарын һәм бер нисә журналды — «Пионер», «Молодая гвардия» һ.б. баҫмаларҙы сығарыуҙа ҡатнаша. Яҙыусы-педагог балалар тураһында һәм балалар өсөн яҙа. Уның исеме уҡыусылары араһында ғәҙел популярлыҡ менән файҙалана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙыусы армия баҫмаһында эшләгән. Шул ваҡытта ул балалар өсөн бер нисә хикәйәһен һәм повесын («План жизни», «Приказ командира», «Живая вода», «Повесть о зелёном сундучке» һ.б.) яҙған.

И. Д. Василенко 1966 йылдың 26 майында Таганрогта вафат була. Иҫке ҡала зыяратында ерләнгән.

Әҙәби эшмәкәрлеген 1937 йылда башлай. И. Василенко тигән яҙыусыны рус әҙәбиәтсеһе В. В. Вересаев «аса». 1944 йылда "Литературная газета"ла ул былай тип яҙа: «Беҙҙең алда… талантлы, тамам өлгөрөп еткән яҙыусы, уның үҙ теле менән, күркәм уйлап сығарыу оҫталығы, үҙенең тере образдары». 30 йыл ижади ғүмере эсендә Василенко китаптары 130 ҡабат һәм СССР халыҡтарының 27 телендә баҫылған. Яҙыусының күп әҫәрҙәре чех, немец, поляк, болгар, румын, француз, инглиз чех, немец, поляк, болгар, румын, француз, инглиз телдәренә тәржемә ителә. Василенконың бөтә әҫәрҙәре — балалар тураһында. Әммә улар араһында уҡыусылар айырыуса яратып өлгөргән геройҙарҙы, Артёмка Загоруйко һәм Митя Мимоходенконы, күрһәтергә мөмкин. «Звёздочка», «Артёмка в цирке», «Волшебная шкатулка» әҫәрҙәре буйынса режиссёр Валентин Козачковтың («Навстречу жизни» (1952), «Волшебный круг» (1976) һәм «Золотые туфельки» (1981) фильмдары барлыҡҡа килә.

Әҫәрҙәренең был циклында үҙәк персонаж булып уҡыусылар яратҡан көр күңелле һәм бөтә нәмәне еңә алған Артёмка Загоруйко сығыш яһай.

  • Волшебная шкатулка (1937)
  • Артёмка в цирке (1939)
  • Артёмка у гимназистов (1946)
  • Заколдованный спектакль (1950)
  • Золотые туфельки (1958)

Заморыштың тормошо һәм мажаралары

үҙгәртергә

Митя Мимоходенко тураһында повестар циклы.

  • Общество трезвости (1962)
  • Весна (1962)
  • Подлинное скверно (1962)
  • В неосвященной школе (1962)
  • Волшебные очки (1963)

Библиография

үҙгәртергә
  • Случай со шкатулкой. — Ростов: Ростиздат, 1938.
  • Волшебная шкатулка : Повести / Илл. В. Бриснина. — М.: Издательство Детской литературы, 1941. — 112 с., 25 000 экз.
  • Необыкновенные происшествия : Фантастические рассказы. — Ростов: Ростиздат, 1946.
  • Мои друзья : Повести и рассказы / Илл. Б. Титова. — М.: Советский писатель, 1946. — 212 с.
  • Детство актёра: Повести. — Ростов: Ростиздат, 1946. — 112 с.
  • Живая вода : Повести и рассказы. — Ростов-на-Дону: Ростовское областное книгоиздательство, 1947. — 148 с., 15 000 экз.
  • Детство актера. — М.: Правда, 1947.
  • План жизни : Повести и рассказы. — М.: Молодая гвардия, 1948. — 372 с.
  • Волшебная шкатулка : Повести и рассказы / Илл. И. Харкевича. — М.: Детгиз, 1948
  • Верные друзья : Рассказы. — Ростов: Ростиздат, 1950. — 112 с.
  • Артёмка : Повести. — М.: Детгиз, 1950
  • Волшебная шкатулка: Повести.- Молотов, 1950. — 296 с..
  • Первый гудок : Повесть. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1951. — 138 с.
  • Волшебная шкатулка: Повести.- Симферополь, 1951. — 224 с..
  • Детство актёра. — М.: Правда, 1952.
  • Приказ командира : Рассказ / Илл. И. Бруни. — М.: Детгиз, 1953. — 48 с.
  • В ногу : Рассказы. — М.: Детгиз, 1954. — 120 с.
  • Волшебная шкатулка : Повести и рассказы / Илл. И. М. Гринштейн. — М.: Московский рабочий, 1953. — 316 с., 100 000 экз.
  • Избранное : Повести и рассказы. — М.: Советский писатель, 1956. — 484 с., 75 000 экз.
  • Часы Мериме : Приключенческая повесть / Илл. Б. Винокурова. — М.: Трудрезервиздат, 1957. — 96 с.
  • Золотые туфельки : Повесть / Илл. Б. Винокурова. — М.: Детгиз, 1958. — 126 с.
  • Волшебная шкатулка: Повести.- М.: Молодая гвардия, 1959. — 284 с..
  • Волшебная шкатулка: Повесть.- М.: Детгиз, 1959. — 32 с.
  • Артёмка : Повести / Илл. И. Харкевича, Б. Винокурова. — М.: Детгиз, 1960. — 408 с.
  • Артёмка в цирке. — М.: Детгиз, 1960. — 64 с.
  • Жив Алёша : Повесть и рассказы. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1960
  • Артёмка у гимназистов. — М.: Детгиз, 1961. — 96 с.
  • Жизнь и приключения Заморыша : Повести / Илл. Б. Винокурова. — М.: Детгиз, 1962. — 462 с., 150 000 экз.
  • Жизнь и приключения Заморыша : Повести. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1963. — 420 с., 30 000 экз.
  • Артёмка : Повести. — М.: Детская литература, 1964. — 352 с., 50 000 экз.
  • Артёмка : Повести. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1965. — 336 с., 75 000 экз.
  • Артёмка : Повести / Илл. И. Харкевича, Б. Винокурова. — М.: Детская литература, 1965. — 400 с., 100 000 экз.
  • О любви. Дети и взрослые. Без выдумки : Рассказы. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1966. — 288 с.
  • Два брата : Повесть. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1967. — 68 с.
  • Артёмка. — М.: Детская литература, 1987

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
  • 3-сө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «Звёздочка» повесы өсөн (1948)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Таганрогта, 1906 йылда төҙөлгән (Чехов урамы, 88), яҙыусы күп һанлы ғаиләһе менән 1923 йылдан 1966 йылға саҡлы йәшәгән, йортта И. Д Василенконың Йорт-музейы ойошторолған.
  • Таганрогтағы Балалар китапханаһы (А. П. Чехов исемендәге филиалында Таганрог ҡала асыҡ китапхана филиалы) И. Д. Василенко исеме менән аталған.
  • 2010 йылдың майында Таганрогта яҙыусының йорто эргәһендә Иван Василенконың әҙәби геройына — Артёмкаға (скульптор — Давид Бегалов) һәйкәл ҡуйыла]])[5].
  • 1914 йылда яҙыусы уҡытыусы булып эшләгән Новобессергеневский урта мәктәбе И. Д. Василенко исемен йөрөтә. 2012 йылда мәктәп бинаһына мемориаль табличка ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #124465595 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Лапицкая С. А.Василенко Иван Дмитриевич // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 251. — ISBN 978-5-88040-064-5
  3. 3,0 3,1 http://www.kbpravda.ru/2010/07/15.pdf с. 3
  4. 4,0 4,1 4,2 Бойченко Л. Он учил добру и справедливости // Таганрогская правда. — 2010. — 11 июня
  5. Ларина Т. Артемка «прописался» в Таганроге(недоступная ссылка) // www.таганрог.su. — 2010. — 7 июня.
  • Совет Доны яҙыусылары: библиографик белешмә. 1 һәм 2-се баҫма / Сост.: Д. И. Руманова, Д. К. Жак һ.б. — Дондағы Ростов: «Молот» нәшриәте типографияһы, 1948. — 112 б. — (К. Маркс ис. Ростов дәүләт фәнни китапханаһы). — 2500 экз.
  • Руманова Д. И. Совет Доны яҙыусылары: библиографик белешмә / Л. П. Громов редакцияһында]. — Дондағы Ростов, 1958. — 160 б. — (К. Маркс ис. Ростов дәүләт фәнни китапханаһы).
  • Дон яҙыусылары: Библиографик йыйынтыҡ / Төҙөүсе Г. Г. Тягленко. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1976. — 288 б. — 10 000 экз.
  • Дон яҙыусылары: Библиографик күрһәтмә / О. И. Кузина һ.б. — 2-се төҙәтелгән һәм өҫтәлгән баҫма — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1986. — 416 б. — 20 000 экз.
  • Касаткина Н. С., Свищенкова Н. С. Василенко Иван Дмитриевич // ХХ быуат рус балалар яҙыусылары: библиографик һүҙлек. — М.: Флинта; Наука, 1997. — 87—89 б. — ISBN 5-02-011304-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә