Вальдербах монастыры


Вальдербах монастыры (нем. Kloster Walderbach) — ирҙәр элекке цистерциан аббатлығы. Ул Баварияның Вальдербах (Үрге Пфальц) общинаһында урынлашҡан һәм Регенсбург епархияһы ҡарамағында тора. Монастырға яҡынса 1140 йылда нигеҙ һалына, ул — Альдерсбах монастырының филиалы булып торған. Монастырь Бавариялағы секулярлаштырыу ваҡытында, 1803 йыл барышында, тулыһынса таратылған. Бөгөн уның стеналарында Вальдербах округ музейы урынлашҡан.

Вальдербах монастыры
Нигеҙләү датаһы 1143
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Abbot of Walderbach Abbey[d]
Дәүләт Германия
Административ-территориаль берәмек Вальдербах[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Архитектура стиле роман архитектураһы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1803
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1833716?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1]
Адрес Am Prälatengarten 4,Kirchstraße 5,Kirchstraße 7
Головной монастырь Вальдзассен монастыры
Карта
 Вальдербах монастыры Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы үҙгәртергә

Вальдербах монастыры Богородица һәм Изге Николай хөрмәтенә изгеләндерелгән. Монастырға нигеҙҙе бургграф Отто I фон Риденбург 1140 йылдар тирәһендә үҙ ырыуының ҡәберлек урыны итеп һалған. Монастырь тәүге тарҡыр 1143 йыл документтарында телгә алына. Монастырь, документтар күрһәтеүенсә, цистерциан монастыры тип үҙгәртелә һәм Вальдзассен монастырының филиалы тип атала.

Австрия герцогы Леопольд V һеңлеһе Ричардис монастырҙы булдырыуға үҙ өлөшөн индерә — ул монастырға 300 крепостной крәҫтиәнде иғәнә итеп тапшыра. Урта Франкония, Түбәнге Австрия һәм Үрге Пфальц бағыусылары ла монастырға хәйриә итеп мөлкәт бирә; 1249 йылда рим папаһы Иннокентий IV монастырҙы һәм уның биләмәһен үҙ яҡлауы аҫтына ала. Артабан Вальдербахтың мөлкәте һиҙелерлек арта: уға төбәктең абруйлы кешеләре күпләп иғәнә индерә. Монастырҙа шулай уҡ абрулы Хофер ырыуы кешеләре лә ерләнә башлай. Монастырь XIII һәм XIV быуаттарҙа үҙенең беренсе сәскә атыуын кисерә, унда ҙур китапхана була.

Вальдербах монастыры Гуситтар һуғышы барышында баҫып алына һәм яндырыла. Реформация барышында, 1556 йылда, монастырь бөтөрөлә, ә уның мөлкәте донъяуи власть идаралығы аҫтында була. 1562 йылдың аҙағында монастырҙан һуңғы монах сығып китә, ә 1563 йылда — монастырь рәсми рәүештә таратыла. 1669 йылда монастырь тергеҙелә һәм монастырҙа Альдерсбах монастырынан күсеп килгән монах-цистерциандар йәшәй башлай. Монастырь комплексы барокко стилендә XVII быуат аҙағында үҙгәртеп төҙөлә, әммә уның сиркәүе бөтөнләй үҙгәртелмәй ҡала. XII быуаттың һуңғы өсөнсө өлөшөндә төҙөлгән роман сиркәүенең өҫтөнә 1779 йылда рококо стилендә өс ҡатлы ҡыңғырауҙар манараһы төҙөлә — ул пилястрлы була һәм көмбәҙле ҡыйыҡ менән ябылған була. Яҡынса 1680 йылда монастырь ҡаралтылары үҙгәртеп ҡорола: улар тура мөйөшлө ихатаны уратып тораа, ә көньяҡ ҡанаты янында көнбайышҡа табан һуҙылған төкәтмә барлыҡҡа килә. 1962 йылдан алып монастырь биналарында музей, ҡунаҡхана һәм балалар баҡсаһы урынлаша. Аркалы бүлмәләрҙә түбәнең төҙөлөш осорона ҡараған гипстан эшләнгән биҙәктәре һаҡланып ҡалған. Банкет залының көмбәҙле түшәме (трапезная) 1768 йылда төҙөлгән була, ул Регенсбургтан Отто Гебхард тарафынан төҙөлгән.

1803 йылдағы секлярлаштырыу барышында монастырь тулыһынса таратыла: 1804 йылда уның ҡайһы бер биналары аукционға ҡуйыла. Элекке монастырь сиркәүе мәхәллә сиркәүенә әйләнә, ә элекке монастырь бүлмәләрендә округ суды урынлаша; көнбайыш ҡанатындыа һыра ҡайнатҡыс эшләй башлай. Бөгөн монастырь стеналары эсендә Вальдербах округ музейы урынлашҡан. Музей Кам районы тарихы тураһында һөйләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Монастырь Кайсхайм
  • Монастырь Фюрстенфельд (Верхняя Бавария)
  • Монастырь Готтесцелль (Нижняя Бавария)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Batzl, Heribert: Walderbach. Eines der Geschichte Zisterzienserklosters oberpfälzischen Aus (= des Walderbach Kreismuseums Schriftenreihe, Landkreis Cham, Bd. 5), 1988 Cham;
  • Bauer, Анда Hermann und: Klöster in Bayern. Eine Kunst — in Klöster Kulturgeschichte und der Oberbayern, Niederbayern und der Oberpfalz, 1985 München, 252—254 S.;
  • Friedrich, Verena: Walderbach. Pfarrkirche St. Und St. Maria. Nikolaus, ehemalige Zisterzienser-Klosterkirche (Peda-Kunstführer Nr. 433), 1998 Passau;
  • Gieß, Harald: Geschichte Spiegel seiner Baudenkmäler Walderbachs als, in: 850 Walderbach Festschrift Jahre, 1993 Roding, 38-50 S.;
  • Krausen, Edgar: Die in der Klöster Zisterzienser Bayern, 1953 München, 97-99 S.;
  • Bayern Kunstdenkmäler Die von, und Regensburg Regierungsbezirk Oberpfalz, I (Roding Bezirksamt), bearb. Georg von Hager, 1905 München, 174—208 S.;
  • Lickleder, Hermann: Zisterzienserklosters des Geschichte Streiflichter zur, in: 850 Walderbach Festschrift Jahre, 1993 Roding, 9-15 S.;
  • Wollenberg, Klaus: Zisterzienser Die in Altbayern, und Franken Schwaben (7 Geschichte Band Kultur Bayerischen Hefte zur und), 1988 München;
  • Daschner, Manuela: im Das seine Besitzungen und Kloster Mittelalter Walderbach // Appl, Tobias; Knedlik, Manfred: Oberpfälzer Klosterlandschaft. Die Stifte, Oberen Kollegien und der Pfalz Klöster, 2016 Regensburg (2 und der Oberpfalz Beiträge Kultur Geschichte zur), 103—114 S..

Һылтанмалар үҙгәртергә