Валериа́н, бесәй үләне (лат. Valeriána) — валериандар ғаиләһенән бер һәм күп йыллыҡ үлән һәм ҡыуаҡсыл үҫемлектәр ырыуы. Төньяк ярымшарҙың һәм Көньяк Американың уртаса һәм һалҡын бүлкәттәрендә 200 -ҙән артыҡ төрө таралған.

Валериан
Валериан
Сәскә атыусы үҫәмлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Valeriana L. (1753)

Синонимдар
Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  35350
NCBI  19952
EOL  38228
GRIN  g:12618
IPNI  30000719-2

Урман буйҙарында, һаҙлыҡ, йылға һәм күл ярҙарында үҫә. Ҡыҫҡа тамыр системаһы һәм күп һанлы шнур һамаҡ эйәрсен тамырҙары булған 50-150 см оҙонлоҡтағы күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Һабағы ныҡ, тура тороусан, өҫкө өлөшөндә тармаҡланған. Япраҡтары ҡаурый һамаҡ теләнгән, ҡырҙары эре тешле. Сәскәләре - ваҡ, хуш эҫле, алһыу йәки аҡ, ҡалҡан һамаҡ йәки һеперткеле сәскә төркөмөнә йыйылған. Емеше - бүрексәле оҙонса орлоҡса. Июнь-июльдә сәскә ата. Емештәре августа өлгөрә. Орлоҡтан һәм вегетатив ысул менән үрсей. Составында алкалоид, гликозид, дуплау матдәләре, шәкәр, органик кислоталар, эфир майҙары кергән тамырҙарын һәм тамыр системаһын тынысландырыу сәйе яһауҙа файҙаланалар. Медицинала нерв системаһы боҙолғанда, ашҡаҙан-эсәк ҡыуышлығы ҡыҫылғанда ҡулланыла. Декоратив, баллы үҫемлек.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә