Vine — 6 секундлыҡ видеотаҫма булдырыу өсөн мобиль ҡушымта. Эйәһе- Твиттер компанияһы, ул уны 2012 йылдың октябрь айында һатып алған[1]. Сервис 2013 йылдың 24 ғинуарында киң тамашасы өсөн асылған[2]. 2013 йылдың 9 апрелендә iOS APP Store-ҙа Вайн иң йыш алына торған түләүһеҙ ҡушымтаға әйләнә. Бер килке ҡулланыусылар һаны 200 млн еткән. Шуға ҡарамаҫтан, һуңыраҡ сервис Instagram, Смайл һәм YouTube менән конкуренция арҡаһында аудитория юғалта башлаған, һөҙөмтәлә 2016 йылдың 27 октябрендә яңы видеолар һалыу ябылған[3]. 2017 йылдың 20 ғинуарында Twitter бөтә һалынған "вайн"дар менән архивты эшләтә башлай.

Vine Camera (ранее Vine)
URL:

vine.co

Коммерция:

да

Сайт тибы:

мобильное приложение

Теркәлеү:

необязательная

Теле:

Русский и ещё 24 языка

Милексе:

Twitter

Автор:

Колин Кролл[d] һәм Рус Юсупов[d]

Эшләй башлаған:

24 января 2013

Туҡтаған:

17 января 2017

Ағымдағы статус:

архивный (только просмотр)

 Vine Camera (ранее Vine) Викимилектә

Vinе Twitter түгел, әммә унда Vine ҡулланған «дуҫтар»ҙы өҫтәп була[4].

Сервис Instagram, Coub һәм MixBit (YouTube) ҡушымталары менән ярыша[2].

Техник нескәлектәре үҙгәртергә

Видео төшөрөр өсөн мобиль ҡоролманың экранына бармаҡ менән баҫып тороға кәрәк . Ҡушымта видео яҙҙырыуҙы туҡтатырға һәм уны яңынан башларға мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан видеоролик GIF форматына оҡшай. Ҡушымта шулай уҡ тауыш яҙҙырырға, элементар монтаж эшләргә, видео күрһәтеү тиҙлеген арттырырға һәм уға һүрәт мөмкинлек бирә[2]. Быға өҫтәп,2013 йылдың 3 июлендәге яңыртылған версияла үтеп киткән кадрҙы ҡарар өсөн Ghost Tools функцияһы өҫтәләг.

Ҡушымта эшләй башлағанда уны тик iOS Apple смартфондары булған ҡулланыусылар ғына файҙалана алған[2]. 2013 йылдың 3 июнендә Android өсөн версия сыҡты[5]. 2013 йылдың ноябренән Vine менән Windows Phone ҡоролмаһында ла файҙаланып була.

Facebook менән мөнәсәбәттәр үҙгәртергә

Эшләй башлағандан алып, ҡушымта ҡулланыусыларға Facebook социаль селтәрендәге дуҫтарын да өҫтәргә мөмкинлек бирә. Күрәһең, был Twitterҙың Facebook һатып алғандан һуң Instagram ҡушымтаһына дуҫтар эҙләргә бирмәүенә яуап булғандыр.[4]

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Twitter купил сервис для создания коротких клипов, Lenta.ru (10 октября 2012). 22 декабрь 2013 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Видеотвит за шесть секунд, Газета.ру (24 января 2013). 18 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  3. Sarah Perez. Twitter is shutting down Vine  (инг.), TechCrunch (27 October 2016). 27 октябрь 2016 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Facebook оставил видеосервис Vine без поиска друзей, Lenta.ru (25 января 2013). 18 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  5. Приложение Vine перенесли на Android, Лента.ру (3 июнь 2013). 3 июнь 2013 тикшерелгән.