Вагин Владимир Геннадьевич

Вагин Владимир Геннадьевич (27 сентябрь 1945 йыл15 июль 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм тренеры; СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004)[1].[2].

Вагин Владимир Геннадьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Чита, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Спорт командаһы ағзаһы Локомотив[d] һәм Спартак[d]
Спорт төрө Ауыр атлетика
Баш тренер Мосиевич Борис Михайлович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Геннадьевич Вагин 1945 йылдың 27 сентябрендә Чита ҡалаһында тыуған.

Ауыр атлетика менән шөғөлләнә, 1968—1970 йылдарҙа ДСО «Локомотив», 1971—1975 йылдарҙа — ДСО «Спартак» өсөн сығыш яһай; тренер Б. М. Мосиевичта күнекмәләр үтә[3]. Троеборье буйынса РСФСР чемпионы (1972), шулай уҡ двоеборье буйынса көмөш призер (1973—1974) һәм троеборье буйынса бронза (1970); РСФСР халыҡтары Спартакиадаһының көмөш призеры (1971 йыл).

1968 йылдан алып Вагин «Локомотив» һәм «Спартак» (1971 йыл) спорт йәмғиәттәрендә тренер булып эшләй. 1980 йылда — ауыр атлетика буйынса республика СДЮШОРЫ-нда , 1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, 1993 йылдан — СДЮСШОР № 15 тренер булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында — СССР һәм Рәсәй спорт мастеры һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры — Р. С Мәүлетов[4], Э. А. Тюкин[5], Э. Р. Фәйзуллин[6], А. М. Саяхов һәм башҡалар.

1994 йылда В. Г. Вагин Силәбе физик культура институтын тамамлай (хәҙер Урал дәүләт физик культура университеты). 2006 йылда 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнә.

2016 йылдың 15 июлендә вафат була[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә