Бәрҙә ҡалаһындағы кәшәнә.[1] (әзерб. Bərdə türbəsi), шулай уҡ «Аллаһ-Аллаһ» төрбәһе (әзерб. «Allah-Allah» türbəsi) булараҡ та билдәле — Әзербайжандың Барда ҡалаһында урынлашҡан кәшәнә. Кәшәнә ер аҫтындағы маҙар һәм ун ҡырлы эске камеранан тора[1].

Бәрҙә кәшәнәһе
әзерб. Bərdə türbəsi
Нигеҙләү датаһы 1322
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Бәрдә
Архитектор Ахмед Нахчивани[d]
Архитектура стиле Нахичеванская архитектурная школа[d]
Карта
 Бәрҙә кәшәнәһе Викимилектә

Кәшәнә тарихы үҙгәртергә

Кәшәнәне1322 йылда төҙөүсе, Нахичевань архитекторы Әхмәт Хафиз Әйүб улы төҙөй.

Әзербайжанда совет власы урынлаштырылғандан һуң монументтың ҡәбер ташы емерелә, ә ғәрәп хәрефтәрен ҡулланып яҙылған яҙмаларҙың бер өлөшө юйыла. Оҙаҡ ваҡыт ҡараусыһыҙ ҡалған кәшәнә ҡапҡалары емерелә, кәшәнә лә юҡҡа сығыу сигенә етә, ихатаһындағы ағастар ҡорой һәм ҡырҡыла. Ҡомартҡы ихатаһының байтаҡ өлөшөн айырым кешеләр баҫып ала һәм төрлө маҡсаттарҙа ҡуллана[2].

2011 йылда Барда районында тергеҙеү эштәре башланыуға бәйле Әзербайжан президенты Илһам Алиев күрһәтмәһе буйынса көн тәртибенә кәшәнәне ремонтлау ҙа индерелә. Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни мираҫты һаҡлау, үҫтереү һәм реставрациялау буйынса дәүләт хеҙмәте кәшәнәлә реставрация эштәрен башлап ебәрә. 2015 йылдың март айында Алиев үҙе кәшәнәлә алып барылған эштәр менән таныша[2].

Архитектура үҙгәртергә

Кәшәнә бейеклеге 14 метр булған түңәрәк манаранан тора. Кәшәнәнең өҫкө өлөшө һаҡланмаған. Башняның диаметры — 10 метр. Көньяҡ диуарында төҙөү датаһы билдәләнгән: «Икенсе һәм егерменсе һәм ете йөҙөнсөнөң шәүүәл айында» (йәғни һижрә йыл иҫәбе буйынса 722 йылда йәки 1322 йыл). Төньяҡ диуарҙа архитекторҙың исеме атала: «Нахичевань архитекторы Әхмәт Хафиз Әйүб улының эше»[3].

Кәшәнәнең меридиан йүнәлешендә билдәләнелгән (төньяҡ — көньяҡ) ике ишеге бар. Төньяҡтан инеү өсөн бер ишек. Кәшәнә кирбестән төҙөлгән. Манараның байтаҡ өлөшө йәшкелт-зәңгәр төҫтәге ялтыратылған кирбестән һәм яҡшы сифатлы ябай ҡыҙыл кирбестән тора. Ялтыратылған кирбестәр вертикаль рәүештә ҡуйылған, ә ябайҙары, горизонталь рәүештә ҡуйылып, манара диуарында 45 градусҡа боролған килеш торған «Аллаһ» яҙыуҙары күренә[3]. «Аллаһ» һүҙе 200-ҙән ашыу тапҡыр ҡабатлана[1].

Кәшәнәнең үрге фризы дүрт бүлкәттән тора. Түбәнге ике һәм иң юғарылағыһы орнамент менән ҡапланған, ә улар араһында ҡалғанында яҙыу урын алған. Төньяҡтан һәм көньяҡтан инеү ишеге башняның шымартылған диуарында әллә ҡайҙан айырылып күренеп тора. Тәньяҡтағы ишек бик ҡиммәтле материалдар ҡулланып биҙәлгән һәм башня диуарынан 30 сантиметрға тышҡа табан ҡабарып сығып тора[3].

 
Әзербайжан почта маркаһы, 2014

Диуар яҫылығы, сталактиттар, архивольттар һәм тимпандар геометрик һәм үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән, яндырылған плитә киҫәктәре ҡырҡылып игәлгән һәм һүрәткә һәм шаблонҡа ярашлы глазурь менән ялтыратылған. Кәшәнәнең ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы өлөшө интерьеры төрлөсә күрһәтелгән. Тыштан цилиндр формаһында булып күренһә лә эске яҡтан тик нигеҙҙең генә түңәрәк булыуы күренә. Кирбестәрҙең ун беренсе рәтенән һуң цилиндр ун ҡырлы булып китә, һәр бер ҡырҙа эскә соҡоп эшләнгән уйымса бар. Ҡыйыҡҡа табан кәшәнә тағы ла цилиндр формаһын ала, аҫҡа табан өс рәт булып аҫылынып торған сталактиттар ярҙамында эске түңәрәктең диаметры бер метрға тарая[3].

Манараның өҫкө өлөшөндә эске яҡтан ике стена эҙҙәренең булыуы кәшәнәнең ҡыйығы ике ҡатлы булған, тигән фаразға килтерә. Эске диаметрҙың тарайыуын тап шулай ғына аңлатып була. Кәшәнә планы тәре формаһында һәм үҙәк өлөшө көмбәҙ менән көпләнгән[3]. Әзербайжанда һәм Урта Азиялағы байтаҡ ҡына кәшәнәләр шундай типта ҡоролған[1].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Мамед-заде К. М. Строительное искусство Азербайджана (с древнейших времён до XIX века) / Научный редактор aкадемик АН Азерб. ССР А. В. Саламзаде. — Баку: Элм, 1983.
  2. 2,0 2,1 Төҙөлөш эштәре барышы менән танышты илһам Алиев, Бардинский мавзолей үткәрелә.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Дадашев С. А., Усейнов М. А. Архитектура Азербайджана. — М.: Издательство Академии архитектуры СССР, 1948. — С. 24. — 94 с.