Бәкеров Филарит Әбделғәзим улы

Бәкеров Филарит Әбделғәзим улы (1 ғинуар 1950 йыл — 7 май 2013 йыл) — театр актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Бәкеров Филарит Әбделғәзим улы
Тыуған ваҡыты:

1 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылы

Вафат ваҡыты:

7 май 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны:

Стәрлетамаҡ, Рәсәй

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19702012

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)

Биографияһы үҙгәртергә

Филарит Әбделғәзим улы Бәкеров 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында тыуған. 1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Ғабдулла Ғиләжев курсы) тамамлай.

Эш урыны: 1970 йылдан — Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1985 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, 1991 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы.

Филарит Абдулғәзим улы үткер характерлы, комик, драматик ролдәргә тиҙ инеп китә алған киң амплуалы, һәр яҡлап талантлы артист була. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләгәндә, Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Бәхтегәрәй («Бәхтегәрәй», Ә.Мирзаһитов), Леонардо («Ҡанлы туй», Г.Лорка) һәм башҡа бихисап образдар тыуҙыра.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында юғары профессиональ кимәлдәге бик күп образдар тыуҙырырға өлгәшә: — председатель (А.Абдуллин, «Ун өсөнсө председатель»), Әпкәләй (Д.Юлтый, «Ҡарағол»), Йәмил (Т.Миңнуллин, «Диләфрүзгә дүрт кейәү»), Толпар (Ф.Бүләков, «Толпар») һәм башҡалар.

1991 йылдан алып һуңғы көндәренә ҡәҙәр Филарит Абдулғәзим улы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына тоғро хеҙмәт итте. Унда тыуҙырған образдары: — мәкерле Ричард (У.Шекспир, «Ричард — III»), изге күңелле Иван (К.Карый, «Бәхетһеҙ мөхәббәт»), Зар ҡарт (Ф.Бүләков, «Онотолған доға»), ҡаты бәғерле полковник Экбаум (Х.Иргалин, «Инә бүре ҡарғышы»), бәхетһеҙ Юрий (А.Яхонтов, «Үткәндәре бай ҡатын»), Гәрәй (Б.Рафиҡов, «Париж башҡорто»), Насретдин (И.Садыҡов, «Хужа Насретдиндың биш ҡатыны») һәм башҡа бик күп төрлө яҙмышлы һәм характерҙағы геройҙар.

Филарит Абдулғәзим улы актёрлыҡтан тыш үҙен һәләтле режиссёр ҙа итеп танытты. Ул сәхнәләштергән Б.Рафиҡовтың «Замана минең ҡулда», И.Йомағоловтың «Буш сәңгелдәк», К.Аҡбашевтың «Сибәр ҡатын», А.Ғаффарҙың «Яҙҙар моңо», Д.Салиховтың "«Өҙөлгән йөҙөм», Н.Ғәйетбаевтың «Ҡыҙҙар ишек асығыҙ», А.Гельмандың «Эскәмйә», К.Чандрҙың «Бер мөхәббәт — мең ғашиҡ» спектаклдәре оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәй уйнала.

Ҡатыны — Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бәкерова менән бихисап спектаклдәрҙә уйнап, онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙыралар.

Спектаклдәрҙәге ролдәре үҙгәртергә

  • Сәйҙәл — «Балаларым минең», Ә.Атнабаев (реж. Р.Баянов, 1970 йыл).
  • Артыҡйән — «Тол ҡатын», Ф.Әсәнова (реж. А.Нурмөхәмәтов, 1978 йыл).
  • Ҡәҙим Насырович — «Түгелмә бәхетем», Ш.Рәхмәтуллин (реж. А. Нурмөхәмәтов, 1979 йыл).
  • Үлтереүсе — «Бөтәһе тарафынан онотолған», Н.Хиҡмәт (реж. А.Нурмөхәмәтов, 1980 йыл).
  • Тайфур — «Әсәләр көтәләр улдарын», Ә.Мирзаһитов (реж. А. Нурмөхәмәтов, 1984 йыл).
  • Креонт — «Антигона», Софокл (реж. А.Нурмөхәмәтов, 1985 йыл).

Һылтанмалар үҙгәртергә