Бәйет

халыҡ ижады менән яҙма поэзия традицияларын берләштергән берекмә жанр
(Бәйеттәр битенән йүнәлтелде)

Бәйет — халыҡ ижады менән яҙма поэзия традицияларын берләштергән берекмә жанр. Унда боронғо яҙма мәҙәниәткә хас иҫке лексик, грамматик һәм стилистик яҙмаләр йыш осрай. Ә халыҡтан яҙып алынған һәм ауыҙ-тел поэзияһы традицияларында үҫкән өлгөләр ғәҙәти тел-стиль төҫмөрҙәре менән, нигеҙҙә, һөйләү телендә — башҡортса әйтелә.

Бәйеттәрҙең йәнә бер үҙенсәлеге — шәхси ижад башланғыстарының ҙур ғына урын тотоуында.

Борондан уҡ бәйеттәр, башҡа жанрҙар кеүек, импровизация юлы менән сығарылған. Ул халыҡ йыйындарында, мәжлестәрҙә, һабан туйҙарында әйтелеп, телдән-телгә күскән.

Бәйеттәрҙең бүленеше үҙгәртергә

Тарихи бәйеттәр үҙгәртергә

  • Йола-хөрәфәт бәйеттәре
  • Тарихи бәйеттәр
  • Тыуған яҡ һәм ер бәйеттәре
  • Һалдат бәйеттәре
  • Һуғыш бәйеттәре
  • Япон һуғышы бәйеттәре
  • Герман һуғышы бәйеттәре

Тормош-көнкүреш бәйеттәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙҙар бәйеттәре
  • Йыл миҙгелдәре бәйеттәре
  • Шулай уҡ башҡа темаларға бәйле бәйеттәр

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1978 йыл 397 бит
  • Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө-2004 йыл. «Китап» 390 бит. ISBN 5-295-03140-3
  • Иҙелбаев М Х., Сөләймәнов Ә. М., Юлмөхәмәтов М. Б. Туған әҙәбиәт. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл. «Китап» 277 бит. ISBN 978-5-295-04251-5

Һылтанмалар үҙгәртергә