Төп менюны асырға

Быуа — гидротехник ҡоролма, һыуҙың юлын ҡаплаусы йә һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла. Тағы ла һыуҙың көсөн бер юлға йүнәлтеү өсөн һәм һыуһаҡлағас төҙөү өсөн ҡулланыла.

ҠулланылышыҮҙгәртергә

Быуаға гидротехник ҡоролмалар берләшмәһе инә (гидроузел), тәғәйен урында һыу сығанаҡтарын төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн төҙөлә: мелиорация, гидроэнергетика өсөн, көтөүлектәрҙе бүлеү өсөн һәм башҡаға. Күпселектә быуалар йылға гидротехник ҡоролмалары берелегенә инә. Әгәр ҡоролоштар берлеге йылғанан һыу алыу менән бәйле икән, уларҙы һыу алыу гидроузеле тип йөрөтәләр.

Быуаһы булған гидроузелдәр составы түбәндәгесә:

  1. Быуа үҙе (һыу үткәреүсе йә көплө);
  2. Төп һыу йыйнауҙы яйға һалыусы йә һыу күтәргес ҡоролма;
  3. Гидроэлектростанция ҡоролмалары;
  4. Судно йөрөй торған шлюздар, бүрәнә үткәргестәр;
  5. Наностар менән көрәшеүсе ҡоролмалар (тондороу бассейндары, тыҙартҡыстар, ағым йүнәлткес системалары);
  6. Балыҡ үткәргес ҡоролмалар һәм балыҡ күтәргестәр;
  7. Һыу ағыҙғыстар;
  8. Яр нығытҡыстар һәм тигеҙләгес ҡоролмалар.

Быуалар тәғәйенләнеше буйынса һыу йыйнаусы, һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүсе булалар.

Быуалар классификацияһыҮҙгәртергә

 
ДнепроГЭС быуаһы, 1947
 
Рожайка йылғаһындығы быуа

ТарихыҮҙгәртергә

 
Римдәге Корнальво дамбаһы, Эстремадура, Испания, 1-2 быуат беҙҙең эраға тиклем

Быуа төҙөү оҫталығы боронғо замандарҙан уҡ билгеле.

Тупраҡтан быуаларҮҙгәртергә

 
Нурекс быуаһы — ныҡ бейек, ташлы-ерҙән өйөп яһалған быуа, галечниктан һәм үҙәге сафедоб ҡомло тупрағынан.