Буткевич Любовь Алексеевна

Буткевич Любовь Алексеевна (Никулина; 1 октябрь 1924 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы һәм журналисы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыусы медиктарҙың батырлығы тураһында «Солдаты милосердия» китабы авторы.

Буткевич Любовь Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (99 йәш)
Тыуған урыны Пермь, Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Любовь Алексеевна Буткевич 1924 йылдың 1 октябрендә[1] Закамскиҙа (хәҙер — Пермь ҡалаһының Киров районы) һәм 27-се мәктәптә уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы башында шәфҡәт туташтары курсына яҙыла, 1943 йылдың мартында тамамлай.

Медицина хеҙмәтенең старшинаһы сифатында һуғыш тамамланғанға тиклем Беренсе Украина фронтының 38-се армияһы 5148-се ялан хирургия госпиталендә хеҙмәт итә, еңеүҙе Прагала ҡаршылай. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.[2][3]

Атаһы һәм уның кейәүе, уның үҙе кеүек, фронттан ҡайта, ә апаһы үҙе эшләгән хәрби заводта авария ваҡытында һәләк була

1945 йылдың көҙөндә Пермгә ҡайта һәм тағы 16 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй.

1961 йылда Пермь телефон заводының һәм завод радиоһының журналисы, «За коммунистический труд» гәзитенең штаттан хәбәрсеһе була. Уның бер нисә очеркы «Мы земляки» журналында, «Звезда», «Молодая гвардия» һәм «За коммунистический труд» гәзиттәрендә баҫылып сыға.

Л. А. Буткевичтың 1944 йылдағы Карпат-Дукельская операцияһы һәм ЧССР Геройы танкист Рудольф Ясиок яҙмышы тураһында мәҡәләләре «Урал» журналында, «Вечерняя Пермь» гәзитендә баҫылып сыға.

Үҙенең хәтирәләре нигеҙендә «Солдаты милосердия: Записки фронтовой медсестры» китабын яҙа, уны Пермь китап нәшриәте 1987 йылда сығара. Шулай уҡ ул, фронтовик һәм тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған һәм Еңеүҙең 50-йыллығына нәшер ителгән «Победители — потомкам» китабы редколлегияһы составына инә.[4]


Любовь Алексеевна — Курск һуғышы Ветерандары советы рәйесе

2005 йылда Любовь Алексеевна «Ватанды һаҡлаусы» номинацияһында «Пермь ҡатын-ҡыҙҙары» фестиваленең лауреаты була[4][5]

Баҫмалары үҙгәртергә

Китаптары:

  • Очерк Л. А. Буткевич «По дорогам войны. Записки фронтовой медсестры» о ее службе в хирургическом полевом подвижном госпитале № 5148 в годы Великой Отечественной войны, опубликованный в литературно-художественном сборнике «Молодой человек».
  • Буткевич Л. А. Солдаты милосердия: Записки фронтовой медсестры. — Пермь: Кн. изд-во, 1987. — 196 с.: ил. — о боевом пути хирургического полевого подвижного госпиталя № 5148.
  • Член редколлегии книги «Победители — потомкам», изданной к 50-летию Победы и посвящённой фронтовикам и труженикам тыла войны.

Мәҡәләләре:

  • Георгий Емельянов, Любовь Буткевич. Девчонки военной поры. // ЗВЕЗДА-ONLINE, 28 апреля 2005 г.
  • Статья «Медицина Прикамья в годы войны» // газета «Вечерняя Пермь»

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ПОБЕДИТЕЛИ — Солдаты Великой Войны | Россия / Поволжье / Пермская область. 2007 йыл 6 ноябрь архивланған.
  2. Пражская весна(недоступная ссылка) // Досье 02, № 28(805), 15 Июля 2005 г.
  3. По дорогам войны(недоступная ссылка) // Голос Перми № 19 (1191) от 08.05.2003
  4. 4,0 4,1 Защитница Отечества 2006 йыл 1 октябрь архивланған. // Фестиваль Женщины Перми, 2005. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ZO» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Новости. 03.06.2005.(недоступная ссылка) — Администрация города Перми.

Һылтанмалар үҙгәртергә