Буканова Люция Ғафар ҡыҙы

Йәмәғәт эшмәкәре, Санкт-Петербург

Буканова Люция Ғафар ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл) — ғалим-табип, йәмәғәт эшмәкәре. Санкт-Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты,

Буканова Люция Ғафар ҡыҙы
Тыуған көнө 22 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Матрай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, йәмәғәт эшмәкәре
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Люция Ғафар ҡыҙы Буканова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Матрай районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Юлдыбай (Йылайыр районы) ауылында тыуған.

Юғары мәктәп уҡытыусыһы, тарих фәндәре докторы, профессор Буканова Роза Ғафар ҡыҙының бер туған апаһы

Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй, әүҙем йәмәғәтсе.

Һөнәре буйынса табип, ВТЭК рәйесе булып эшләй.

1985 йылда Ленинград ҡалаһының Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында Башҡорт фольклор ансамбле ойошторола. Уның ижади эшмәкәрлегендә Люция Ғафар ҡыҙы ла шулай уҡ табип булып эшләгән тормош иптәше Зөбәйер Мусин менән бергә ҡатнаша. 1987 йылда Люция Ғафар ҡыҙы ансамблгә етәкселек итә башлай.

1989 йылда «Ирәндек» фольклор ансамбле нигеҙендә Ленинград ҡалаһында беренсе Башҡорт мәҙәниәт-мәғрифәт йәмғиәте ойошторола. Уның рәйесе итеп ошоғаса «Ирәндек» фольклор ансамбле етәксеһе булған, Люция Ғафар ҡыҙы Буканова һайлана.

1997 йылда Санкт-Петербургта Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы (БММА)ойошторола. Уны ойошторған академик, шағирә Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡолова, вафат булғанға тиклем, йәғни 2013 йылғаса ойошмаға етәкселек итә. Бынан һуң Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәкселек итеүҙе Л.Ғ. Букановаға йөкмәтәләр, 2013 йылдан әлеге көнгә тиклем ул ошо эште ҙур яуаплылыҡ һәм әүҙемлек менән алып бара[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Протокол совместной конференции общественных объединений башкир Санкт-Петербурга от 27.11.13

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ү. Ғимаҙиев. Ҡәҙерле хәтирәләр — «Ҡыҙыл таң», 27 сентябрь, 1986 йыл
  • Маргарита Платова. Башкиры — дети природы. — Петербургский дневник, 2014 июль
  • Юбилей башкир на берегах Невы — «Мы — вместе», 2016, март, сс. 45-50

Һылтанмалар үҙгәртергә