Бубнов Сергей Фёдорович

Бубнов Сергей Федорович (9 (21) октябрь 1851, Мәскәү — 18 (31) октябрь 1909, Мәскәү) — гигиенист, XX быуат башында Рәсәйҙең ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеү һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса баш белгесе.

Бубнов Сергей Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 9 (21) октябрь 1851
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 (31) октябрь 1909 (58 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө гигиена[d]
Эш урыны Император Дерпт университеты
Мәскәү император университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәскәүҙең тоҡомдан килгән почетлы гражданының улы. 1873 йылда 2-се Мәскәү гимназияһын тамамлай. Һуңынан Мәскәү университетында уҡый — физика-математика (1877) һәм медицина (1881) факультеттарын тамамлай. 1882 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра һәм үҙ аҡсаһына сит илдәргә сығып китә, унда гигиенаны өйрәнеү менән шөғөлләнә[1]. 1882—1883 йылдарҙа Мюнхен гигиена институтында М. Петтенкоферҙа шөғөлләнә, ул ҡаланы таҙартыу санитар сараларына тәжрибәнән сығып нигеҙләү бирә. Шулай уҡ профессор Рудольф|Эммерих (Rudolf Emmerich) етәкселеге аҫтында эшләй.

1882 йыл аҙағына Ф. Ф. Эрисман тәҡдиме буйынса Мәскәү университетының гигиена лабораторияһында штаттан тыш ассистент вазифаһына раҫлана[1].

1882—1890 йылдарҙа Мәскәүҙең тупрағын, Ҡыҙҙар яланындағы (Девичье поле) клиник ҡаласыҡта Мәскәү университетының яңы клиникалары биналарын йылытыуҙы, халыҡ мәғарифы министрлығының ҡала халыҡ училищеларында һәм гимназияларында һауаны елләтеүҙе санитар тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә[2]. 1890 йылда капиталь хеҙмәтен — «О рациональном устройстве отопления и вентиляции (санитарные исследования в новых клиниках Императорского Московского университета, в Детской больнице Св. Ольги, в Александровском коммерческом училище и в частных жилищах)» — Мәскәү: В. В Исленьев типографияһы, 1890. — XII, 473 б.. — (Мәскәү университетының гигиенаһы лабораторияһының хеҙмәттәре йыйынтығы /ординар профессор Ф. Ф. Эрисман ред;. Вып. 3) докторлыҡ диссертацияһын яҙыуҙы тамамлай.

1895 йылда Юрьев университетының дәүләт табиптарҙың етәкселек итеү кафедраһы буйынса ординар профессор була, әммә бер йылдан һуң, Ф. Ф. Эрисмандың сит илгә китеүе менән бәйле, Мәскәү университетында гигиена ординар профессоры вазифаһына күсә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда гигиена кафедраһын биләй.

Бубнов Мәскәү ҡала санитар станцияһы мөдире, Мәскәү һыу үткәргесендә һыуҙы тикшереү буйынса комиссия рәйесе булып тора.

Новодевичье монастырында (йырлау һәм ашау палаталары араһында) ерләнгән.

С. Ф. Бубнов — эксперименталь гигиена буйынса 40-тан ашыу хеҙмәт авторы; ул шулай уҡ тупраҡ, туҡымаларҙы, обойҙарҙы һ. б. буяу тураһында яҙа. 1904 йылда уның хеҙмәте донъя күрә: Американские механические фильтры: Санитарная оценка их работы по результатам, получ. на фильтр. ст. в Москве. — Москва: Гор. тип., 1904. — [2], VI, 329 с., 34 л. ил.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Бубнов // Большая медицинская энциклопедия.
  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 41—42. — 294 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
  • Козырев А. П. БУБНОВ Сергей Фёдорович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 99. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Бубнов Сергей Фёдорович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 16 сентября 2017.