Мона Брэнд

(Бренд Мона битенән йүнәлтелде)

Мона Брэнд (ингл. Mona Brand, 22 октябрь 1915 йыл, Сидней ҡалаһы — 1 август 2007 йыл, Варшава) — Австралия яҙыусыһы, журналист. 1930-сы йылдарҙан шағир булараҡ таныла. «Мельбурндың реалист яҙыусылары төркөмө»нә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Мона Брэнд
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австралия
Псевдоним Alexis Fox[1]
Тыуған көнө 22 октябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2]
Тыуған урыны Сидней, Австралия[3]
Вафат булған көнө 1 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2] (91 йәш)
Вафат булған урыны Сидней, Австралия
Хәләл ефете Len Fox[d][3]
Һөнәр төрө драматург, шағир, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө драматург[d], әҙәбиәт[1] һәм драма[d][1]

Биографияһы үҙгәртергә

Мона Брэнд Австралияның баш ҡалаһы Сиднейҙа тыуған. Сент Килдала Пресвитериан дамаһы колледжында һәм мәктәптә белем алған.

Парагвайҙа «Яңы Австралия» (1893—1899) коммунаһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Прогрессив матбуғатта социалистик илдәрҙең әҙәбиәте һәм сәнғәте тураһында мәҡәләләре баҫыла.

  • 1948 йыл — расизмды тәнҡитләгән беренсе пьесаһы «Беҙҙең күк аҫтында» ҡуйылған.
  • 1954 йыл — «Ил эсендә килмешәктәр» пьесаһы Малайялағы инглиз колонизаторҙарының ғәмәлдәрен ҡамсылай.
  • 1954 йылда ҡуйылған — «Тыумаһалар яҡшыраҡ булыр ине» пьесаһы балалар енәйәтселеге проблемаһына бағышланған.
  • 1958 йылда — ике йыл Демократик Вьетнам Республикаһында йәшәп ҡайтҡандан һуң, Брэнд Мона америка агрессорҙарын «Айырым сиктәрһеҙ, йәки бик шым булмаған американлы» фашлаған пьсаны яҙа, һәм ул театрҙарҙа сәхнәләштерелә.
  • 1958 йылда — «Вьетнамдың ҡыҙҙары» тип аталған шиғырҙар һәм новеллалар йыйынтығын баҫтырып сығарған.
  • 1966 йылда — «Барбара».

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Mona Brand // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Blain V., Grundy I., Clements P. The Feminist Companion to Literature in English (ингл.): Women Writers from the Middle Ages to the Present — 1990. — P. 133.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Wheel and bobbin, Sydney, 1938; Silver Singing, Melb., 1940;
  • Two plays about Malaya, L., 1954; Daughters of Vietnam, Hanoi, 1958: в рус. пер.— Чужие в стране, М., 1955;
  • Под нашим небом, М., 1956.
  • В. М. Кожевникова. Литературный энциклопедический словарь. — Москва, Советская энциклопедия, 1987

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [1]
  • [2](недоступная ссылка)
  • [3]

[4]

  • [5] 2016 йыл 20 август архивланған.
  • [persons-info.com›geo/AVSTRALIIA]
  • [slovar.wikireading.ru›2387193]
  • [en.wikipedia.org]