Борну
Борну (Борно) — Сахараның Сахель зонаһында, Африкала хәҙерге Нигерия, Нигер һәм Чад илдәренең сиктәре тоташҡан урында урынлашҡан урта быуаттағы дәүләт.
Борну | |||
| |||
1380 — 1893
| |||
---|---|---|---|
Майҙаны |
129 499 | ||
Халҡы |
5 000 000 | ||
Борну Викимилектә | |||
Тәүге тапҡыр XIV быуатта ғәрәп хроникаларында телгә алына. Борну дәүләте Чад күлен ике яҡтанда уратып, яҡынса 250 мең км² майҙанды биләгән. Чад күленең көнсығышынан көнбайышҡа күскән канури ҡәбиләләре Борну дәүләтенә нигеҙ һалғандар. Илдең баш ҡалаһы булып Кука (Кукава) ҡалаһы булған, уның халҡының һаны XIX быуат уртаһында 60 меңгә барып еткән. Борну дәүләтенең халҡы ислам динен тотҡандар.
Бер нисә быуат осоронда Борну дәүләте ҡол, мал һатҡан, һәм металл, шәкәр, тоҙ, иген һатып алған.
1893 йылда Борну дәүләтен Судан ҡол биләүсеһе Рәбих әз-Зөбәйер менән баҫып алына. 1900 йылда француз ғәскәрҙәре уның отрядттарын тар-мар итәләр һәм был дәүләт йәшәүҙән туҡтай. Илдең территорияһы 1901 йылда Англия, Франция һәм Германия дәүләттәре араһында бүленә.
Хәҙерге ваҡытта (1976 йылдан алып) Борно атамаһын Нигерияның төньяғындағы федераль штаттарының береһе йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Борну // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ольдерогге Д. А. «Западный Судан в XV—XIX вв. Очерки по истории и истории культуры», Москва — Ленинград, 1960.