Блед замогы
Блед замогы (слов. Blejski grad) — 130 метр бейеклегендәге текә ҡая түбәһендә төҙөлгән замок. Ул Блед ҡалаһы (Словения) янындағы Блейско күле эргәһендә тора. Словенияның иң боронғо замоктарының береһе.
Блед замогы | |
Нигеҙләү датаһы | билдәһеҙ |
---|---|
Дәүләт | Словения |
Административ-территориаль берәмек | Блед[d] |
Урын | Блед |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 599 метр |
Архитектура стиле | Яңырыу архитектураһы[d] һәм готик архитектура[d] |
Мираҫ статусы | Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][1] |
Рәсми сайт |
blejski-grad.si blejski-grad.si/en/ blejski-grad.si/de/ blejski-grad.si/it/ |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Bled Castle[d] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views of Bled from Bled Castle[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Bled Castle from Bled[d] |
Блед замогы Викимилектә |
Замок тарихы
үҙгәртергәЗамок беренсе тапҡыр 1004 йылда, император Генрих II уны Бриксен епискобы Альбуинға файҙаланыуға биргәндә телгә алына. Шул ваҡытта замок немецсә «Фельдес» тип аталған була[2].
Замоктың иң боронғо өлөшө — роман стилендәге башня. Был манара торлаҡ һәм оборона өсөн, шулай уҡ тирә-яҡты күҙәтеү өсөн ҡулланылған.
Урта быуаттар дәүерендә бындағы ҡаяла яңы ҡоролмалар барлыҡҡа килгән, ә ҡая түбәһендә вышкалар ҡуйылған оборона таш нығытмалары эшләнгән.
Австро-Венгрия империяһы тарҡалғандан һуң, Блед ҡалаһы Югославия составы территорияһы составына индерелә һәм башта Карагеоргиевичтар монарх ғаиләләренең йәйге резиденцияһына әйләнә, ә һуңынан Иосип Броз Титоға бирелә. ВИкенсе донъя һуғышында немец ғәскәрҙәренең штабы замокта ваҡытлыса торған.
1947 йылда замок янғындан зыянлана, тик бер нисә йылдан тергеҙелә һәм тарих музейына әйләндерелә. Музей коллекциялары бында килеүселәргә төрлө кейем, ҡорал һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡарарға тәҡдим итә.
Замоктың барлыҡ ҡаралтылары ла ике ихата тирәләй урынлашҡан,. Был ихаталар береһенең өҫтөнә икенсеһе ҡуйылып эшләнгән, улар баҫҡыстар ярҙамында ғына бәйләнгән. Түбәнге ихатала хужалыҡ ҡаралтылары төҙөлгән, ә уның өҫтөндәге үрге ихатала торлаҡ биналары теҙелгән.
Үрге эске ихатала XVI быуатта төҙөлгән сиркәү тора.
Замок эргәһендәге соҡор аша күтәртелә торған күпер эшләнгән.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Замоктың үрге эске ихатаһы.
-
Үрге һарайға алып барыусы баҫҡыс алдындағы вестибюль.
-
Замоктың түбәнге ихатаһы ҡаралтылары.
-
Һарайы төҙөлөшөнөң өҫкө өлөшө.
-
Блейско күле.
-
Музей экспонаттары.
-
Музей экспонаттары.
-
Замоктың түбәнге эске ихатаһындағы ҡоҙоҡ.