Графиня Бланка фон де Сек Телеки (нем.Von Szék Blanka de Teleki, венгр. Teleki Blanka; 5 июль, 1806, Лангендорф — 23 октябрь 1862, Париж) — венгр рәссамы, скульптор, Телеки нәҫеленән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм уҡытыусы.

Бланка Телеки
мадьярса  Teleki Blanka
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Титул граф[d]
Тыуған көнө 5 июль 1806({{padleft:1806|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Satulung[d], Австрия империяһы
Вафат булған көнө 23 октябрь 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3] (56 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Икенсе француз империяһы[d]
Ерләнгән урыны Монпарнас зыяраты[d][4][5]
Әсәһе Charlotte Gräfin Brunsvik de Korompa[d]
Бер туғандары Emma Teleki[d]
Нәҫеле Телеки[d]
Туған тел Венгр теле
Һөнәр төрө рәссам, скульптор
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Бланка Телеки Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Бланка Телеки 1806 йылдың 5 июлендә Лангендорф ҡалаһында (хәҙер Сатулунг, Марамуреш административ- территориаль берәмеге, Румыния) тыуған. 1828 йылда Венгрияла балалар баҡсаһына нигеҙ һалған Тереза Брунсвиктың ҡыҙ туғаны. Ғаиләнең нәҫел поместьеһы хәҙерге Сату-Маре административ-территориаль берәмегендә урынлашҡан.

Бланка сәнғәт эшмәкәре карьераһын һайлай. Ул һынлы сәнғәтте Мюнхен һәм Париж ҡалаларында Леон Конье оҫтаханаһында, ә скульптураны Будапештта Иштван Ференциҙа өйрәнә.1846 йылда Телеки ҡатын-ҡыҙҙар белеме тураһында үҙенең идеяларын баҫтырып сығара, ҡыҙҙар өсөн Будапештта беренсе мәктәп аса, шуның менән Венгрияла мәктәпкәсә белемде үҫтереү буйынса инәһенә ҙур хеҙмәт күрһәтә. Ике йылдан һуң Бланка үҙенең уҡыусылары менән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү буйынса тарихта беренсе булған петицияға ҡул ҡуйырға саҡыра, ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы һәм юғары белем алыу хоҡуғын биреүҙе талап итә. 1848 йылда революцияла ҡатнаша һәм ҡулға алына[6], суд ҡарары буйынса хөкөм ителә һәм төрмәгә Клара Леэвейға оҙатыла (һуңғыһы 1856 йылда азат ителә)[7].

Төрмәлә Бланка ҙур булмаған скульптуралар төҙөй (шул иҫәптән автопортреттар ҙа), уларҙың береһен йәнәһе Францияға Жюль Мишлеға ебәрә. 1857 йылда азат ителә һәм Парижда йәшәргә китә. Шунда 1862 йылдың 23 октябрендә вафат була[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Blanka von Teleki // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  3. Wurzbach D. C. v. Teleki von Szék, Blanca Gräfin (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt habenWien: 1856. — Vol. 43. — S. 240.
  4. https://epa.oszk.hu/02300/02387/00011/pdf/%C5%90si%20Gy%C3%B6k%C3%A9r_2009_1_031-032.pdf
  5. https://turul.info/images/galeria/8786_x500.jpg
  6. Francisca de Haan, Krasimira Daskalova & Anna Loutfi: Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Easterna and South Eastern Europe, 19th and 20th centuries, Budapest 2006, S. 218.
  7. Helmut Rumpler, Peter Urbanitsch: Die Habsburgermonarchie 1848-1918: Politische Öffentlichkeit und Zivilgesellschaft. Vereine, Parteien und Interessenverbände als Träger der politischen Partizipation, Wien 2006, ISBN 9783700135401. S.1362.
  8. Francisca de Haan, Krasimira Daskalova & Anna Loutfi: Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Easterna and South Eastern Europe, 19th and 20th centuries, Budapest 2006, S. 219.
  • Francisca de Haan, Krasimira Daskalova & Anna Loutfi: Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Easterna and South Eastern Europe, 19th and 20th centuries, Budapest 2006, ISBN 9789637326394.

Һылтанмалар

үҙгәртергә