Викидатала элемент юҡ

Бикмөхәмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология үҙгәртергә

Бикмөхәмәт башҡорт һәм ғәрәп исемдәренең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән — бик (башҡорт) + мөхәмәт (ғәрәп) — данлы, маҡтаулы (ислам диненә нигеҙ һалыусы Мөхәммәттең исеменән) тигәнде аңлата[1]

Фамилияла һәм атаһының исемендә үҙгәртергә

Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (3 октябрь 1918 йыл — 7 март 1988 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы (1 ғинуар 1898 йыл — октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған уҡытыусы, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өлкән лейтенант. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1939).

Ғәлиев Әлмөхәмәт Бикмөхәмәт улы (рус. Галеев Альмухамед Бикмухамедович) (1904 йыл, — 6 февраль 1945 йыл) — СССР Хәрби көстәре хеҙмәткәре, кадрҙағы офицер. 1926 йылдан Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһында. 1942 йылдан Эске эштәр халыҡ комиссариатының 18-се уҡсылар бригадаһының 292-се уҡсылар полкының автоматчиктар ротаһы командиры. 1944 йылдың 7 июленән 121-се уҡсылар дивизияһының 340-сы гвардия уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары. Висла-Одер операцияһында ҡатнашҡан. 1945 йылдың 6 февралендә һәләк булған.

Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән, Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы) (18561921) — атаҡлы башҡорт сәсәне

Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1 июль 1890 йыл — 17 сентябрь 2011 йыл) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны.

Еналиев Сөләймән Бикмөхәмәт улы (1894 йыл — 14 сентябрь 1938 йыл) — күҙ табибы, һаулыҡ һаҡлау эшен ойоштороусы, ТАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1927 йыл-1928 йыл), Ҡаҙан медицина институты директоры (1935 йыл-1937 йыл).

Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1929—1995) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987).

Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (1954 йыл) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Исмәғил Бикмөхәмәт — сәйәхәтсе һәм яҙыусы.

Бикмөхәмәтов Шәүҡәт Миңнулла улы (21 май 1946 йыл — 15 май 2008 йыл) — хор дирижёры, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).[2]

Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (22 май 1933 йыл) — хор дирижёры. Профессор (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. сәнғәт эшмәкәре.[3]

Татьяна Бикмөхәмәтова — Театр актрисаһы. 2008 йылдан Коми Республикаһының опера һәм балет театрында эшләй.[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Бикмөхәмәтов Шәүҡәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Бикмөхәмәтова Ризәлә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ