Бенджамин Вальями

Бенджамин Вальями (ингл. Benjamin Vulliamy (1747—1811) — сәғәт эшләүсе, механик сәғәттәр төҙөлөшө өсөн яуаплы, 1780—1884 йылдарҙа Лондон рәсми ваҡыты уның сәғәте менән дөрөҫләнгән[1].

Бенджамин Вальями
Benjamin Vulliamy
Тыуған көнө

1747({{padleft:1747|4|0}})

Тыуған урыны

Лондон

Вафат булған көнө

1811({{padleft:1811|4|0}})

Ил

 Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Эшмәкәрлеге

сәғәт эшләүсе

Атаһы

Джастин Вальями

Балалары

Бенджамин Льюис Вальями

 Бенджамин Вальями Викимилектә

Биография үҙгәртергә

Бенджамин, сығышы буйынса швед сәғәтсеһе, 1730йылда Лондонға күсеп килгән Джастин Вальямдың (Justin Vulliamy) улы була. Джастан Пэл-Мэл урамындағы билдәле сәғәт эшләүсе Бенджамин Грейҙың (Benjamin Gray) иптәше булып китә, һәм тиҙҙән уның ҡыҙы Мэри Грейға өйләнә һәм улы Бенджамин тыуа. Джастин ҡайныһының эшен үҙләштерә һәм 1780 йылдан «Vulliamy & Son» ойошмаһына керә. 1797 йылдың 1 декабренә тиклем Джастин үлгәнсе атала-уллы бергә эшләйҙәр[2].

 
Вальями һәм Дерби фарфор компанияһы (Royal Crown Derby) эшләгән сәғәт.Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында һаҡлана

Вильям бала саҡтан атаһының эше менән ҡыҙыҡһына. Ул үҫмер саҡтан биҙәлгән һәм камин сәғәттәре эшләүсе булараҡ абруй ҡаҙана, уның сәғәттәре юғара ҡатлам кешеләренең йорттарын биҙәй, ҡайһы берҙәрен Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында күрергә мөмкин[3]. Уның һәләте король сәғәтсеһе (King’s Clockmaker) тигән вазифа алырға мөмкинлек бирә, элегерәк был вазифала йылына 150фунт түләнеп Джордж Линсдей, (George Lindsay) Георга III булған. Бенджамин был маҡтаулы исемгә лайыҡ булғаста, король сәғәт һәм башҡа механик ҡоролмалар менән ҡыҙыҡһыныусы булараҡ, уның яҡлаусыһы була.

1780 йылда Вальями Король обсерваторияһы Кью өсөн төп механик сәғәт төҙөргә йөкләме ала, был сәғәт нуленсе меридиан һәм 1884 йылға тиклем рәсми Лондон ваҡыты булып хеҙмәт итә, бынан һуң был функциядарҙы Гринвич ала.

1780 йылда Бенджамин Льюис Вальями тыуа; ул үҙ ғүмерен сәғәт эшләүгә бағышлаған Вильями фамилияһынан һуңғыһы була. Бенджамин нәҫеленән башҡа бер кемдә был өлкәлә шөғөлләнмәй, ейәне Льюис Вальями күренекле архитектор була.

Вальями сәғәттәре үҙгәртергә

Вильями сәғәттәре юғары баһалана һәм ул заман технологияһының ҡаҙанышы тип ҡабул ителә.1793 йылда уның эшләгән сәғәтен Джорджа Макартни дипломатик миссия ваҡытында Ҡытай императорына бүләк итә[4].. Б. Вальями эшләгән хронометрҙар, фән һәм сәнгәт бер бөтөн булыуы символы булып, фарфор фигуралар менән биҙәлә. Сәғәттең дөйөм биҙәлешен Вальями үҙе эшләй, шулай уҡ Джона Дире (John Deare) кеүеҡ кренекле скульптурҙарҙы биҙәү эшенә саҡыра. Биҙәлеш ул замандағы был өлкәләге француз канундары буйынса башҡарыла. Вальям ғаиләһе фарфор фигуралар эшләү өсөн Дерби фарфор компанияһы (Royal Crown Derby) хеҙмәте менән фаҙалана. Бынан тыш, улар эште субподряд ысулы менән квалификациялы механиктарға тапшыралар, һәм иң һуңынан теүәлләү эшен башҡаралар[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Arcadian Times: Kew Time. Дата обращения: 21 май 2011. 2012 йыл 24 март архивланған.
  2. Montpellier Clocks: Vulliamy, London. No. 220. Дата обращения: 21 май 2011.
  3. Antique-Marks: The astronomy clock by Benjamin Vullliamy. Дата обращения: 21 май 2011.
  4. William Proudfoot, Biographical Memoir of James Dinwiddie: Embracing Some Account of His Travels in China and Residence in India (Liverpool: Edward Howell, 1868), 45.
  5. Royal Crown Derby Gallery, Antique Marks.com, accessed May 2011