Белый Владимир Яковлевич

Белый Владимир Яковлевич (укр. Володимир Якович Бiлий; 27 ноябрь 1944 йыл) — СССР һәм Украинаның ғалим-хәрби табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Медицина хеҙмәте генерал-лейтенанты (1997). Украинаның атҡаҙанған табибы[1].

Белый Владимир Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 27 ноябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Шахтёрск[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены медаль «За безупречную службу» III степени «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР) медаль «За безупречную службу» I степени медаль «За безупречную службу» II степени

Абдоминаль, эндоскопик һәм аҙ инвазивлы хирургия өлкәһе белгесе. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы[1].

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Яковлевич Белый Украина ССР-ының Сталин өлкәһе Катык ҡасабаһында (хәҙер Украинаның Донецк өлкәһе Шахтерск ҡалаһы) 1944 йылдың 27 ноябрендә тыуа.

1967 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһын (хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы). Йүнәлтмә буйынса Байконур ҡалаһына стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә ебәрелә, бында полк медпункты начальнигынан алып берләшмәнең медицина хеҙмәте начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

1972—1988 йылдарҙа Хәрби-медицина академияһы клиникаһында хирургия клиникаһы ординаторы, уҡытыусы һәм хирургия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1988 йылдан Киев хәрби округының баш хирургы була.

1974 йылда «Патогенез и лечение ожогового шока при обширных глубоких ожогах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 1987 йылда «Патофизиологические аспекты и пути патогенетической терапии острого разлитого перитонита : (Клинико-экспериментальные исследования)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Үҙенең төп уҡытыусыһы тип хирург, профессор Михаил Иванович Лыткинды һанай.

СССР тарҡалғас, 1991 йылдан — Украина Ҡораллы Көстәренең баш хирургы. 1994 йылдан — Баш-хәрби-медицина идаралығы начальнигы − Украина Ҡораллы Көстәренең медицина хеҙмәте начальнигы. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан Киев медицина академияһында дипломдан һуң белем биреү һәм хирургия һәм янып бешеү ауырыуҙары кафедраһы һәм Украина хәрби-медицина академияһының (УХМА) хирургия кафедраһы профессоры булып эшләй (2002 йылдан). Ғалим етәкселегендә 10 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[3].

2003 йылдан — запаста. Ошо уҡ йылда Украинаның һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары була. 2004 йылдың октябренән 2005 йылдың февраленә тиклем Владимир Яковлевич Белый Украина Оборона министрының гуманитар сәйәсәт һәм Украина Верховный Радаһы менән бәйләнеш буйынса беренсе урынбаҫары. 2005 йыл — УХМА-ның хәрби хирургия кафедраһы профессоры.

Шулай уҡ 1996 йылдан алып Украинаның аҙ инвазиялы һәм эндоскопик хирургияһы журналының баш мөхәррире, «Украина хәрби медицинаһы» журналының мөхәрририәт ағзаһы һәм Украина Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983),
  • Украинаның «Хеҙмәттәре өсөн» 3 дәрәжә ордены (1998)
  • СССР-ҙың күп миҙалдары
  • Рәсәйҙең Н. И. Пирогов исемендәге Милли медик-хирургия үҙәгенең почетлы табибы.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Лопата Анатолий Васильевич. Записки начальника Генерального Штаба Вооруженных Сил Украины. — Киев: издательство «Военная разведка», 2014.
  • Володимир Якович Білий 70 років від дня народження. // Клінічна хірургія. — 2014. — № 11. — С. 79-80.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә