Белорет районы гербы

Белорет районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район Советы тарафынан 2006 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 102-се һанлы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район гербы раҫланды.

Белорет районы гербы

Детали
Раҫланған

6.7.2006

ДГР номеры

2963

Авторлыҡ коллективы

Камил Хөбетдинов

Герб — аҫҡы мөйөштәре түңәрәҡләнгән, ҡыры ослайтылған дүртмөйөшлө геральдик ҡалҡан. Зәңгәрһыу ерлектәге тулҡынлы көмөш сиктә йэшел ҡаяға башын бороп алтын бөркөт баҫҡан.

Символиканың һығымтаһы үҙгәртергә

Белорет районының гербы үҙенең йөкмәткеһе буйынса бер бөтөн һәм гармониялы, гербтың төп идеяһы — ул белорет халҡының рухи байлығын һәм юғары намыҫлылығын, тыуған яҡтың гүзәллеген күрһәтеү. Гербтың композицияһы һәм элементтары географик, тарихи, рухи-мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр менән нигеҙләнгән.

Иҙелбашы төбәгендә Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙары, атап әйткәндә Ирәмәл менән Ямантау урынлашҡан. Белорет районы республиканың урманға бай территорияһы һанала. Көньяҡ-Урал Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тәүге биш иң ҙур Рәсәй ҡурсаулыҡ территориялары рәтендә килә. Ямантау, Ирәмәл, Арский ташы, Ҡоткор тамағы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе Рәсәйҙең тәбиғәт һәйкәлдәре булып һанала. «Ҡоштар батшаһы» бөркөттөң — гербтың төп фигураһы — йәшәү урыны ла тап Белорет ерендә. Халыҡтың ҡыйыу рухын, ирек һөйөүсәнлеген, яңы бейеклектәр яулау көсөн символлаштырған бейек тауҙар ҡошо бөркөт бары Иҙелбашы төбәгендә генә йәшәй. Был ерҙәрҙә тамьян һәм ҡатай ырыуы вәкилдәре йәшәй, улар борон-борондан үҙҙәренең ҡыйыулығы, сыҙамлылығы, ғорурлығы менән дан алған халыҡ. Тамьян ырыуын уның арҙаҡлы улдары Башҡортостанды Рус дәүләтенә ҡушыу мәсьәләһе менән Ҡазан ҡалаһына илселек составында барған Шәғәли Шаҡман һәм башҡорт классик музыкаһына нигеҙ һалыусы Заһир Исмәғилев данланы. Белорет ере бик күп батыр йөрәкле бөркөт ир-егеттәрен тәрбиәләгән: 13 Советтар Союзы Геройы, 2 Рәсәй Федерацияһы Геройы, «Хәрби дан» орденының кавалеры, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, 4 Социалистик Хеҙмәт Геройы, «Хеҙмәт Даны» орденының 2 тулы кавалеры.

Бөгөнгәсә батыр йөрәкле ата-бабаларының изге исеменә тап төшөрмәй үҙ ҡанаттарын киң йәйгән Белорет бөркөттәре Иҙелбашы төбәгенә дан йырлай. Йәшел ҡаяла ултырған алтын бөркөт майҙаны буйынса ҙур райондың гүзәл тәбиғәт ҡосағында йәшәүсе ғорур һәм ҡөҙрәтле белорет халҡының киң күңел һәм бойондороҡһоҙлоҡ, көс һәм зирәклек, энергия һәм ихтыяр, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу сифаттарын һынландыра.

Бөркөттөң алтын төҫө һәм йәшел ҡаяның алтын юлаҡтары райондың файҙалы ҡаҙылмаларына бай булыуын, байлыҡ, үҙ аллылыҡ, ғәҙеллек, баҫалҡылыҡ, мәрхәмәтлекте геральдик символикаһында һынландыра. Йәшел төҫ бәхет, өмөт, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлекте символлаштыра. Был шулай уҡ тәбиғәт, яҙ, тормоштоң мәңгеллеге һәм өмөттәрҙең аҡланыу төҫө ул. Гербтың зәңгәрһыу яланы мөһабәтлек, гүзәллек, ышаныс, тоғролоҡ, тыныслыҡ, хыялдар символы, шулай уҡ белореттарҙың үҙ гүзәл тәбиғәтен һаҡларға тырышыуын аңлата.

Гербтың көмөш төҫтәге тулҡындары — Ағиҙел йылғаһы, ә көмөш төҫ иһә таҙалыҡ, ышаныс, ихласлыҡ, юғары намыҫлылыҡ, эскерһеҙлектең геральдик символы булып тора.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Белорет районы муниципаль районының рәсми сайты: Геральдика 2010 йыл 3 май архивланған.