Бекрен исемендәге Изге Николай монастыры

1895

Иҫтәлекле урын
Бекрен Изге Николай монастыры
Свято-Николаевский ғибәҙәтханаһы, 1913 йыл.
Свято-Николаевский ғибәҙәтханаһы, 1913 йыл.
Ил Рәсәй
Ҡала Константиновск
Конфессия Православие
Епархия Волгодонск 
Архитектура стиле Эклектика
Нигеҙләүсе С. И. Поляков
Төҙөлөшө 18881895 йылдар
Бөгөнгө хәле емерелгән

Бекрен исемендәге Изге Николай монастыры — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Константиновск районы элекке ҡатын-ҡыҙҙар православие монастыры (хәҙерге Волгодонск епархияһына ҡарай).

1910 йылда барлыҡҡа килгән. Монастырға Изге-Николаевск ғибәҙәтханаһы; Изге Николайға һәм ышаныслы Изге Александар Невскийға бағышланған ике тәхетле ағас сиркәү; монастырға нигеҙ һалыусы С. И. Поляков тарафынан ҡаҙылған ҡоҙоҡ, рухани йорто, сәфәр ҡылыусылар өсөн ҡунаҡхана ҡарай. Ҡунаҡхана янында Преподобный Сергий Радонежский хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү һәм монастырь зыяраты бар. Монастырҙың төп мөҡҡәдәс әйбере — Хоҙай Әсәһенең Козельщанск иконаһы. Монастырь булдырылыу менән уны игумения Амфиана етәкләгән. Монастырь 1929 йылға тиклем эшләгән.

9 май — ғибәҙәтхананың ҡурсалаусыһы Изге Николай, ә 14 сентябрь — Хоҙай тәреһенең күккә күтәрелеү байрамдары.

Бекренев монастырының төҙөлөүе 18531856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы менән бәйле. Севастополде обороналаусыларға һуғыш кәрәк-яраҡтары, һыу, аҙыҡ-түлек, медикаменттар етмәгән. Эсәр һыуҙы яҡын тирәләге ҡоҙоҡтарҙан алғандар һәм уны яраланған һалдаттарға бүлеп эсергәндәр.

Севастополде обороналаусылар араһында 1854 йылда Цимлянский районы Марьинская станицаһы казағы урядник Сергей Поляков булған. һуғыштан ҡайтҡас, ул үҙенең,тере ҡалһам, ҡоҙоҡ төҙөтәсәкмен, тигән әйтеүен үтәп, һуғышта һәләк булған иптәштәренә бағышлап, ҡоҙоҡ ҡаҙытҡан. Ҡоҙоҡ тәрән булмаған Бекреневский соҡоронда (татар һуғышсыһы Бекрен күмелгән был соҡор уның исеме менән аталған) ҡаҙылған. Ҡоҙоҡтоң тәрәнлеге 12,5 метр тирәһе булып, унан шишмә бәреп сыҡҡан. Ҡоҙоҡ өҫтөнә ҡыйыҡлы ағас бура ултыртҡандар, ҡыйығы аҫтына Изге Николай Чудотворецтың иконаһын ҡуйып, һыу сығанағын изгеләндергәндәр.

1867 йылдың 25 майында император Александр II террористар ҡулынан ҡотолоп ҡалған. Ошо ваҡиғаны мәңгеләштереү маҡсатында С. И. Поляковтың дуҫы менән сауҙагәр С.С. Амбросимов императорға ғибәҙәтхананы йыһазландырыу, ҡоҙоҡ янында сиркәү төҙөтөү һәм һәр йыл һайын Марьинск станицаһынан Бекренев ҡоҙоғона тәре походын ойоштороу өсөн 1000 һум аҡса һорап, мөрәжәғәт хаты яҙып ебәргән.

Император Александр II Указы буйынса ҡоҙоҡ янында сиркәү төҙөлгән һәм, Мөғжизә тыуҙырыусы Николай исеме бирелеп, изгеләндерелгән.Ҡоҙоҡ изге урын булып һанала башлаған. Бында йыл һайын 9 май көнөндә изге Николай Чудотворец (22 май-яңы стиль), бишәр меңләгән кеше йыйған Тәре походы уҙғарған.

1888 йылдың 17 октябрендә "Борки"станцияһы янында поезд һәләкәткә осраған. Поездағы Падишаһ Император Александр III һәм уның ғаиләһе иҫән-һау ҡалған

Шул уңайҙан Дон Архипастырына Изге Николай сиркәүен ғибәҙәтхана дәрәжәһенә күтәреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Быға рөхсәт бирелгән. Бәләкәй сиркәү урынына ҙур ғибәҙәтхана һалып, уны 1888 йылда изгеләндергәндәр. Сиркәү бик киң килеп сыҡҡан, ул иконостаслы һәм биҙәлгән стеналы булған.

Сиркәүҙә Архиерей өйө төҙөлгән, бында иеромонах Геннадий йәшәгән. Изге Синодтың 1895 йылдың N2 348 25 Указы менән бөтә йорт-ҡуралар Бертенев Изге Николай монастырына әүерелдерелгән. Башта ул ирҙәр монастыры булған. 1910 йылда Дон һәм Новочеркасск Архиепискобының Изге Синодҡа үтенсе буйынса ҡатын-ҡыҙҙар монастырына әйләндерелгән.

1913 йылдың 30 июлендә монастырь изгеләндерелгән. Монастырҙы игумения Амфиана етәкләгән.

Изге Никольский ғибәҙәтханаһы янында ике тәхетле бәләкәй ағас сиркәү, монастырь ишек алдынд игумения өйө, аш бүлмәһе, өлкән йәштәге суфый ҡатын-ҡыҙҙар өсөн флигель, С. И. Поляков ҡаҙытҡан ҡоҙоҡ булған.

 
Хоҙай Әсәһенең Козельщанский иконаһы

1920 йылдар уртаһында монастырь ябылған. Уның һуңғы игуменияһы матушка Митрофания булған. 1928 йылда монастырь ере бергәләшеп эшләү артеленә бирелгән. 1929 йылда артелде «Правда» коммунаһына әйләндергәндәр.

1930-сы йылдарҙа игумения Валериана һәм суфый ҡатын-ҡыҙҙар, коллективизацияға ҡаршы агитация алып барыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынған. 1930 йылдың 13 сентябрендә улар Төньяҡ-Кавказ крайы ОГПУ ҡарары менән Енәйәт Кодексының 58/10 статьяһы буйынса Төньяҡ крайына 5 йылға һөргөнгә ебәрелгән.

1950-се йылдарҙа монастырь бөтөнләй емерелгән. Хәҙерге ваҡытта уның урынында ололау тәреһе тора, бында 22 майҙа йыл һайын тәре походы менән киләләр. Мариинск станицаһында Николаевский ғибәҙәтханаһы тергеҙелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә