Бедиа соборы (груз.ბედიის მონასტერი) — Абхазияла урта быуат православие ҡорамы, X быуат абхаз-грузин архитектураһының иң әһәмиәтле өлгөләренең береһе. Ткуарчал районының Агубедиа ауылында урынлашҡан. Собор менән ғәмәлдә Грузин православ сиркәүенең ҡанунлаштырылмаған Абхаз православие сиркәүе идара итә.

Бедиа соборы
груз. ბედიის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы X быуат
Рәсем
Нигеҙләүсе Баграт III[d]
Дәүләт  Грузия
 Абхазия Республикаһы[d]
Административ-территориаль берәмек Бедиа[d]
Урын Абхазия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Бедиа соборы Викимилектә

Собор 999 йылда абхаз батшаһы Баграт III тарафынан Божья Матерь Влахерна иконаһы хөрмәтенә төҙөлә. Ҡорамда уның кәшәнәһе бар. XIII быуатта Бедиа соборы реставрациялана, яңынан көмбәҙе һәм фасады төҙөлә. Планында ҡорам үҙенең формаһы менән көмбәҙле була. Стеналары юнылған таштан һалынған. XVII быуатта сиркәү ғибәҙәттәре туҡтатыла, XIX быуатта яңыртыла[1].

19121913 йылдарҙа Сухум «Бедиа ҡорамы» тураһында брошюрала (төҙөүсеһе— О. Ермолаева) хәбәр ителә:

« Мөһабәт Бедиа ҡорамының бөлгөнлөккә төшөүе һәм ни өсөн ташландыҡ хәлдә ҡалыуы — аныҡ ҡына билдәле түгел. Ләкин, ҡорам үҙе оҙаҡ ваҡыт тейелгеһеҙ булып ҡала һәм XIX быуат башында унда ғибәҙәттәрҙе яңыртыу мөмкин ине; был 1816 йылда була; күпме ваҡыт уның яңырыуы дауам иткәндер — быны ла әйтеүе ҡыйын, әммә ул ваҡытта ла матур ҡорам бөтөн булған һәм иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән[2]. »

Бедиа соборын яңыртыу буйынса мәсьәлә 1912 йылда уға күпләп хаж ҡылыусыларҙы ойоштороусы Сухум епискобы Андрей тарафынан күтәрелә (кенәз А. А. Ухтомский).

Бедиа соборынан көнбайышҡа ҡарай 100 метр алыҫлыҡта көмбәҙенең ҡалдыҡтары һәм аҫҡы ҡатының колонналары менән ҙур таш һарайҙың емереклектәре ята, унда аш-һыу бүлмәһе, йыйылыштар өсөн зал булған. Төҙөлөп бөтмәгән икенсе ҡатында Бедиа епископтарының тораҡ биналары урынлашҡан. Һарайға төньяҡ яҡтан манара йәнәш торған, уның беренсе ҡаты аша собор биләмәһенә үтеү юлы булған[3].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Н Милованова. А Абхазия христиан. — Сухум, 2014.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Пачулия В. П. Прошлое и настоящее абхазской земли. — Сухуми: Алашара, 1968. — С. 89.
  2. О Бедийском Храме / сост. О. Ермолаева. — Сухум: Тип. Я. А. Шейнберга, 1913 (на внутренней обложке — 1912). — С. 8—9. (Изд. Сухумской церковно-археологической комиссии)
  3. Пачулия В. П. Прошлое и настоящее абхазской земли. — Сухуми: Алашара, 1968. — С. 90.