Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы

Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов (1932 йыл) — совет һәм Рәсәй табип-хирург-онкологы, медицина фәндәре докторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1986). Салауат Юлаев ордены (2002). Өфөнөң почетлы гражданы (1994).

Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 20 июль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (88 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

1932 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Митро-Әйүп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, ун йәшендә Р. Ғ. Баҙыҡов үҙ колхозында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, өлкәндәр менән бер рәттән эшләй[1].

1950 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институты>ны уҡырға инә һәм унан 1956 йылда дипломлы белгес булып сыға. 1956—1960 йылдарҙа Туймазы районының Ҡындры ауыл участка дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1960—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының Дөйөм хирургия кафедраһында клиник ординатурала уҡый.

1962 йылдан — хирург-онколог, 1966 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Онкология диспансерында дөйөм онкология хирургия бүлеге начальнигы. 1968 йылдан Р. Ғ. Баҙыҡов дөйөм онкологияның хирургия бүлеге базаһында торакальный онкология бүлексәһен ойоштора. Уның Н. Н. Блохин исемендәге рнкология ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм П. А. Герцен исемендәге Мәскәү Ғилми-тикшеренеү онкология институттары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә бүлексә артабан илдә халыҡҡа юғары квалификациялы онкологик ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы була. Торакаль онкология бүлеге мөдире вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Р. Ғ. Баҙыҡов 13 меңдән ашыу ҡатмарлы операция яһай. 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ында иң беренсе юғары категориялы хирург-онколог квалификацияһы бирелә[1].

1975 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 2000 йылдан — иҡтисад фәндәре докторы. Онкология хирургияһы буйынса 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1].

1975 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы[1], 1986 йылда — РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ була[2].

1994 йылдан — Өфө ҡалаһының почетлы гражданы[1].

НаградаларыҮҙгәртергә

ИсемдәреҮҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1986[2])
  • Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1994[1])

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Бадыков, Рашит Газизович. 17 июль 2020 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 30 декабря 1986 г
  3. Указ Президента России от 22 мая 2000 года № 930

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә