Башҡортостан 24

башҡорт һәм рус телдәрендә тапшырыуҙар алып барған мәғлүмәт-күңел асыу телеканалы

«Башҡортостан 24»Өфөнөң һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларының бөтә кабель селтәрҙәрендә көн һайын 24 сәғәт башҡорт һәм рус телдәрендә тапшырыуҙар алып барған мәғлүмәт-күңел асыу телеканалы. Төп тематикаһы-башҡортостан республикаһының яңылыҡтары, мәҙәниәте, тарихы һәм төп ваҡиғалары. Төп темалары — Башҡортостан Республикаһының яңылыҡтары, мәҙәниәте, тарихы һәм төп ваҡиғалары. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының (БРДТРК) структура бүлексәһе булып тора.[1][2][3].

Башкортостан 24
башҡ. Башҡортостан 24
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тапшырыу зонаһы

Башҡортостан Башҡортостан

Эшләй башланған ваҡыт

2016

Сайт

https://gtrk.tv/

Канал 2016 йылда Рәсәй Президентының 2013 йылдың 20 апрелендәге указына ярашлы ойошторола. Тәүлек әйләнәһенә FullHD форматында тапшыра. 2020 йылдың 30 сентябренән Өфөлә 22 төймәгә тапшырыу хоҡуғына эйә булған дөйөм ҡулланылыштағы муниципаль канал булып тора.[4].

Тапшырыуҙар селтәре үҙгәртергә

Тапшырыуҙа «Башҡортостан» дәүләт телевидение-радиокомпанияһының программалары ла, үҙ производствоһы программалары ла бар. "Рәсәй радиоһы Башҡортостан" радиостудияларының, "Маяҡ" радиоһының, "Ватан" интернет-радиоһының тура трансляцияһы алып барыла; шулай уҡ «Россия» медиаүҙәге ойошторған тура эфирҙар күрһәтелә (матбуғат конференциялары, брифингтар, түңәрәк өҫтәлдәр). Күп кенә программалар баш ҡала тормошона йүнәлтелгән: «Хәйерле иртә, Өфө!» («Доброе утро, Уфа!»), «Өфө кистәре» («Уфимский вечер»); көндәлек яңылыҡтар сығарылыштары, махсус сығарылыш — «Өфө яңылыҡтары» («Уфимские вести»); шулай уҡ эш көндәрендә көндөҙгө премьерала "Өфө яры" («Уфимский берег») программаһы эшләй.[5] Төп иғтибар Өфөнөң ҡала тормошона, мәҫәлән, юл хәрәкәте ситуацияларына, торлаҡ-коммуналь сектор яңылыҡтарына һәм башҡаларға йүнәлтелә. Яңылыҡтар һәр сәғәт һайын рус һәм башҡорт телдәрендә баҫыла. Бынан тыш, Өфө гандбол һәм волейбол командалары матчтарының тура трансляцияһы күрһәтелә[6][7].

2018 йылда телеканал яңы программалар сығара: «Ретро+» — "Башдрама"ның иң яҡшы спектаклдәре тарихы; «Мәҙәниәт яңылыҡтары» ; Башҡорт версияһы; «Хоҡуҡи программа» — «Дежурной части» программаһының башҡорт версияһы; «Халыҡ медицинаһы» тураһында программа. «Музхәбәр», «Онлайн хәбәрсе», «Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары», «Сәйәхәтсе һуҡмағы», «Башҡортса интервью», «Ҡош юлы»[8]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Список телеканалов. Уфанет (2021). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года.
  2. Канал "Башкортостан-24" занялся производством собственного контента. Кабельщик (3 сентябрь 2018). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года.
  3. «Башкортостан 24» появился в пакете телеканалов Уфанет. ГТРК (24 декабрь 2019). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года. 2021 йыл 28 июнь архивланған.
  4. «Башкортостан-24» получил право вещания на 22-й кнопке. Коммерсантъ (30 сентябрь 2020). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года.
  5. Башкортостан 24. ГТРК (2021). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 2 июль 2021 года. 2021 йыл 2 июль архивланған.
  6. На телеканале «Башкортостан 24» известные музыканты республики поделятся секретами исполнительского мастерства. Культурный мир Башкортостана (21 май 2020). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года.
  7. Увлекательное этнографическое путешествие по республике - в передаче "Про фольклор". ГТРК (дата публикации). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года. 2021 йыл 28 июнь архивланған.
  8. Телеканал «Башкортостан 24» представил жителям республики десять новых программ. Башинформ (16 октябрь 2018). Дата обращения: 26 июнь 2021. Архивировано 28 июнь 2021 года.