Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар

Wikimedia-Listn

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар, — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарҙың төрҙәре һәм төрсәләре исемлеге, 2014 йылда нәшер ителгән. Исемлектә Башҡортостан Республикаһының 2014 йылда нәшер ителгән Ҡыҙыл китабына индерелгән бөтә ҡоштар ҙа күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар

Тасуирлама үҙгәртергә

1984 йылда тәүге тапҡыр «Башҡорт АССР-ының Ҡыҙыл китабы» баҫылып сыға, уға 171 төр үҫемлек һәм 157 төр хайуан, шул иҫәптән 54 төр ҡош индерелә. Ҡабатлап нәшер ителгән "Башҡорт АССР-ының Ҡыҙыл китабы"нда (1987) ҡоштарҙың төрө 57-гә етә. "Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы"ның 3-сө томына (2004) ҡоштарҙың 49 төрө һәм төрсәһе индерелә[1][2][3][4]. "Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы"ының 2-се томында (2014) ҡоштарҙың төрө һәм төрсәһе 41-гә тиклем кәмей.

Исемлектә 2014 йылда нәшер ителгән "Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы"ына ингән ҡоштарҙың бөтә төрө һәм төрсәләре күрһәтелә. Таблицаның КкРБ, КкРФ һәм МСОП тип аталған бағаналары ярашлы рәүештә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабында, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында һәм МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендә булыуҙарын аңлата. Әгәр ҙә теге йәки был Ҡыҙыл китапта һүрәтләнгән төр булмаһа, йәғни күрһәтелгән категорияларҙың береһенә лә индерелмәгән икән, исемлектә был ячейка тултырылмаған көйө ҡалдырыла. Бөтә төрҙәр Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабында 6 категорияға, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында 6 категорияға һәм МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендә 9 категорияға бүленә. Категориялар түбәндәге тамғалар менән билдәләнә:

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы:
0 — ихтимал юҡҡа сыҡҡан
I — юҡҡа сығып барған
II — һанының кәмеүе
III — һирәк осраған
IV — статусы буйынса билдәләнмәгән
V — тергеҙелгән һәм үҙ-үҙҙәрен тергеҙгән
Рәсәй Федерацияның Ҡыҙыл китабы:
0 — ихтимал юҡҡа сыҡҡан
1 — юҡҡа сығып барған
2 — һанының кәмеүе
3 — һирәк осраған
4 — статусы буйынса билдәләнмәгән
5 — тергеҙелгән һәм үҙ-үҙҙәрен тергеҙгән
МСОП-тың Ҡыҙыл исемлеге:

  — юҡҡа сыҡҡан
  — ҡырағай тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан
  — юҡҡа сығыу сигендәге төрҙәр (киҫкен хәлгә төшкән)
  — юҡҡа сығып барған төрҙәр
  — йоғонтоға бирелә торған төрҙәр
  — йоғонтоға бирелеүгә яҡын торған төрҙәр
  — юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр
  — юҡҡа сығыу ҡурҡынысын баһалау өсөн мәғлүмәт етмәгән төрҙәр
  — Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабында ҡоштар исемлегенә барлығы 41 төр һәм төрсә индерелгән, уларҙың 13-ө ыласын һымаҡтар, 9-ы сәпсәү һымаҡтар, 6-һы ҡаҙ һымаҡтар, 3-әүһе торна һымаҡтар, 2-шәр ҡауҙы һымаҡтар, турғай һымаҡтар һәм ябалаҡ һымаҡтар отрядтарына ҡарай, шулай уҡ 1-әр төр гагара һымаҡтар, тауыҡ һымаҡтар, ракше һымаҡтар, һөҙһөт һымаҡтар отрядтарына ҡарай. Балабан, мәрйенгүҙ, бөркөт, аҡ ағуна, ҙур аҡ селән, туғаҙаҡ, һунағара,ялан тәгәрлеге, һағыҙаҡ һарыы, кәлмәргән, һаҙ көйөлдөһө, ялан торомтайы юҡҡа сығып барған (!) төрҙәр категорияһына ҡарай.

Исемлектә таксондарҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағы ҡуйылышҡа тап килә.

Һуңғы бағана аҙағында Халыҡ-ара тәбиғәт һағы союзы (МСОП) сайтындағы шәхси биткә һылтанма бирелгән..

Иллюстрациялар Атамаһы, таксондың авторы Башҡортостанда таралыу ареалы,
һаны һәм таралыуға ҡамасаулаусы факторҙар
КкРБ КкРФ МСОП
Гагаралар отряды (Gaviiformes)
Гагаралар ғаиләһе (Gaviidae)
  Ҡағараҡ
Gavia arctica arctica
(Linnaeus, 1758)
Башҡортостан аша бик һирәк осоп үткән, һирәк-һаяҡ оя ҡорған төр (XX быуатта бик һирәк Әбйәлил, Учалы һәм Баймаҡ райондары күлдәрендә оя ҡора). Урал аръяғы (Өргөн, Оло Учалы, Талҡаҫ, Ҡалҡан, Суптыкүл, Драга) һәм Урал алды (Асылыкүл, Ҡандракүл, Шөңгәккүл, Нағаҙаҡкүл) күлдәрендә, Дәүләкән, Бүздәк һәм Әлшәй райондары быуаларында, Нөгөш һыуһаҡлағысында, Йылайыр районында күренгеләүҙәре билдәле. Күп тигәндә 1-2 тиҫтә пар ғына республикала оя ҡора, ә республика аша осоп үтеүсе ҡоштар бер нисә тиҫтә булыуы ихтимал. Ҡоштарҙың үрсеүенә ҡамасаулаусы факторҙар: оя ҡорған урындарҙа тынғыһыҙлау, йылымдар ҡуйыу, һыу ятҡылыҡтарын нефть продукттары һәм башҡа химик һәм органик агенттар менән бысратыу.[5]. III 2   [1](недоступная ссылка)

Ҡауҙылар отряды (Ciconiiformes)
Селәндәр ғаиләһе (Ardeidae)
  Ҙур аҡ селән
Casmerodius albus
(Linnaeus, 1758)
Баймаҡ (Талҡаҫ күле тирәһендә), Ҡырмыҫҡалы (Оло Толпаҡ күле), Краснокама (Баҡсатау ауылы янында), Учалы (Ҡалҡан күле янында), Шишмә (Санжаровка ауылы янында) райондарында, шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығында күренә был ҡоштар. Төрлө йылдарҙа республика биләмәһенә килеп оя ҡорған ҡоштар һаны бер нисә берәмектән бер нисә тиҫтәгә барып етеүе ихтимал, шулай уҡ бер нисә парҙың даими булмаған оя ҡороуы ла күҙәтелә.[6]. IV   [2](недоступная ссылка)
Ҡауҙылар ғаиләһе (Ciconiidae)
  Ҡара ҡауҙы
Ciconia nigra
(Linnaeus, 1758)
Ҡананикольский ауылы янында ҡауҙы пары оя ҡора. Ҙур һәм Бәләкәй Ҡурғаш йылғаларында ла (Архангел районы), Шүлгәнташ ҡурсаулығында, шулай уҡ Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан ҡурсаулыҡтарында ла осрай улар. Республика территорияһында яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса бер нисә пар ҡауҙы оя ҡороп бала сығара. Ҡамасаулаусы факторҙар: оя ҡорған урындың тынғыһыҙ булыуы, оя ҡороуға яраҡлы майҙандарҙың кәмеүе[7]. I 1   [3]
Ҡаҙҙар отряды (Anseriformes)
Өйрәктәр ғаиләһе (Anatidae)
  Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ
Branta ruficollis
(Pallas, 1769)
Йыл һайын 7-12 ҡарағаҙҙан торған туптар (өйкөмдәр) Шүлгәнташ ҡурсаулығында, Ағиҙел йылғаһында осрай. «Башҡортостан» милли паркында ла, Ялан Йылайыры йылғаһында ла (Йылайыр ауылы тирәләй), Ивановка ауылы янында ла (Дәүләкән районы) күренгеләйҙәр. Миграция осорҙарында республика территорияһында һирәк күренәләр. Ҡамасаулаусы факторҙар: браконьерҙар тарафынан атыу[8]. III 3   [4](недоступная ссылка)
  Ҡаңғылдаҡ аҡҡош
Cygnus cygnus
(Linnaeus, 1758)
Был төр аҡҡоштоң атамаһы уның яңғырауыҡлы итеп торба аша ҡаңғылдағанға оҡшаш «ганг-го, ганг-го, ганг-го» тауышын сығарыуына бәйле, тауышты улар бигерәк тә ҡарығыу осорондағы тыпырҙауҙары (брачные танцы) ваҡытында яңғырата.

XVIII ғәҙәттә беҙҙең төбәктә оя ҡорор була, ләкин XIX быуат аҙағында был төр аҡҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмей. Уларҙың оя ҡороуы тураһындағы һуңғы мәғлүмәт 1967 йылда теркәлә (Йылан һәм Архангел заказниктары). XX быуаттың икенсе яртыһынан аҡҡош-ҡаңғылдаҡтарҙың республиканың бөтә территорияһы аша осоп үтеүе билдәләнелә (төньяҡ-көнсығыш өлөшөнән тыш). Башҡортостан ҡурсаулығын да йыл һайын төйәк итмәй улар, Оло Йылан, Төньяҡ Үләнде, Талҡаҫ күлдәрендә, Нөгөш һыуһаҡлағысында, Дәүләкән һәм Туймазы райондарында аҡҡош-ҡаңғылдаҡтар өйкөмдәре осрай. Республика территорияһында уларҙың һаны 70-100-гә етә, әммә тик 30-50 проценты ғына оя ҡороп бала сығара. Ә бына республика аша осҡан аҡҡоштар һаны бер нисә йөҙ булыуы ихтимал. Үрсеүгә ҡамасаулаусы факторҙар: браконьерлыҡ, бала сығарған осорҙа тынғыһыҙлау[9].

II   [5](недоступная ссылка)
  Ҡыҙыл өйрәк
Tadorna ferruginea
(Pallas, 1764)
Яҙғы-йәйге осорҙа Башҡортостандың Урал аръяғында осрай, Краснокама, Мәләүез, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Дәүләкән, Бишбүләк, Бүздәк, Фёдоровка райондарында һәм «Башҡортостан» милли паркында күренгеләйҙәр. Урал алдында яҙҙарын 200-гә тиклем, йәйгеһен — 600—800-гә тиклем ҡыҙыл өйрәк йыйыла, яҙғы осорҙа Урал аръяғында был төр ҡоштар һаны 1,5-3 меңгә барып етә. Тотош алғанда Көньяҡ Уралда 250-300-гә тиклем ҡыҙыл өйрәк оя ҡора. Үрсеүгә ҡамасаулаусы факторҙар: браконьерлыҡ, себеш сығарған мәлдә тынғыһыҙлау, себештәрҙе оса алмаған саҡтарында тотоу, ареалдан ситтә был төр ҡоштарҙың йәшәүенең тотороҡло булмауы[10]. III   [6](недоступная ссылка)
  Аласабыр
Tadorna tadorna
(Linnaeus, 1758)
Өфө янында (Нуғай ауылы ситендә), Әбйәлил (Мулдаҡкүлдә), Мәләүез (Ҡотлобулат ауылы тирәләй) һәм Хәйбулла (Сәғит ауылы янында һәм Маҡан һыуһаҡлағысында) райондарында, Башҡортостан ҡурсаулығында осрай. Республика территорияһында яҡынса 10-20 пар оя ҡора. Үрсеүҙе сикләүсе факторҙар: кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге, ояға яраҡлы урындарҙың бөтөрөлә барыуы[11]. IV   [7](недоступная ссылка)
  Мәрйенгүҙ
Aythya nyroca
(Güldenstädt, 1770)
Республика аша осоп үткәндә Шүлгәнташ ҡурсаулығында, Ағиҙел йылғаһында, «Башҡортостан» милли паркында, Ағиҙел менән Каманың түбәнге ағымында һәм Камала, Ҡаңлы-Төркәй ауылы янындағы быуала туҡталыусандар. 2012 йылдың авгусында Подымалово ауылы янындағы күлдә 7 һәм 4 себеш эйәрткән ике оя мөрйенгүҙҙе теркәгәндәр. Хәҙерге ваҡытта күпме булыуҙары тураһында мәғлүмәт юҡ. Үрсеүҙе сикләүсе факторҙар: ояға яраҡлы урындарҙың кәмей барыуы, браконьерлыҡ[12]. I 2   [8](недоступная ссылка)
  Ҡарасабан (ҡара өйрәк)
Melanitta fusca
(Linnaeus, 1758)
Ҡарағайлы, Коряжный һәм Ҙур Елань күлдәрендә оя ҡорған ҡарасабандар осрай. Шулай уҡ Әбйәлил һәм Учалы райондары күлдәрендә лә (Көньяҡ үләнде, Яҡтыкүл, Атауҙы) күренеүҙәре билдәле, Фёдоровка (Бала-Сытырман ауылы янында) һәм Краснокама (Николо-Берёзовка һәм Энергетик ауылдары ситендә) райондарында осрай. Үрсеүҙе сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ, балыҡ аулау өсөн ҡуйылған йылымдар[13]. II   [9](недоступная ссылка)
Ыласын һымаҡтар отряды (Falconiformes)
Кәлмәргәндәр ғаиләһе (Pandionidae)
  Кәлмәргән
Pandion haliaetus
(Linnaeus, 1758)
Иң күп һанда оялары Белорет районында табыла. Мәләүез һәм Бөрйән райондарында, Нөгөш менән Ағиҙел араһында (8-10 пар) яңғыҙ оялар булыуы күҙәтелә. Республиканың бөтә территорияһы буйлап (эре һыу ятҡылыҡтарында): Ҡариҙел, Ағиҙел, Әй, Кама, Етеҙ Танып (Тере Танып) йылғаларында, Сыбаркүл, Ҙур Талпаҡ, күлдәрендә, Шарамбай, Павловский һәм Ҡарман һыуһаҡлағыстарында кәлмәргәндәрҙең оя ҡороуы билдәле. Үрсеүҙәрен сикләүсе факторҙар: атыу һәм ояларын туҙҙырыу, тынғыһыҙлау, ағастарҙы ҡырҡыу һөҙөмтәһендә кәлмәргәндәр йәшәгән урындарҙы бөтөрөү, промысла балыҡ тотоуын ҡулланыу сәбәпле, балыҡ ресурстарының бермә-бер кәмеүе, эвтрофикация һәм һыу ятҡылыҡтарының үтә күренмәлегенең түбәнәйеүе, ағыулы химикттар һәм ауыр металдар менән һыуҙы бысратыу, башҡа ҡоштар тарафынан уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу[14]. I 3   [10](недоступная ссылка)
Ҡарсығалар ғаиләһе (Accipitridae)
  Һағыҙаҡ һары
Pernis apivorus
(Linnaeus, 1758)
1980-се йылдарҙа Башҡортостан ҡурсаулығында оя ҡора, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалалары ситендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығында, Дәүләкән, Ҡариҙел һәм Краснокама райондарында, Оло Инйәрҙең урта ағымында осрай. Республикала 30-ҙан ашыу кәлмәргән булыуы билдәле, улар араһында парлап оя ҡорғандары ла бар. Был ҡоштарҙың үрсеүен сикләүсе факторҙар: бик һайлап ҡына туҡланыуҙары, себештәренең аҙ һәм һирәк булыуы, тынғыһыҙлау, ҡартайған ағастарҙы ҡырҡыу, кешенең был ҡошто эҙәрлекләүе (атыу).[15]. I   [11](недоступная ссылка)
  Ялан көйгәнәге
Circus macrourus
(S.G. Gmelin, 1771)
Краснокама һәм Фёдоровка райондарында; Стәрлетамаҡ һәм Баймаҡ ҡалалары ситендә, Үләнде, Һатҡы һәм Талҡаҫ күлдәре, Таулыҡай, Мрәүшле, Яңы Нуғай ауылдары ситендә билдәләнә. Шулай уҡ Йылайыр платоһының тау-урманлы зонаһында һирәк булһа ла оя ҡорған төр булараҡ билдәләнә. Байым ауылы яныда ялан көйәнәгенең ике ояһы табыла. Ейәнсура районында, Шаҙы йылғаһы буйында (Мишкә районы), Белорет һәм Нефтекама ҡалалары янында, Коряжный күле, Кесе Ҡыҙыл һәм Таналыҡ йылғалары үҙәнендә осрай. Республикала бөтәһе 200-ҙән ашыу ялан көйәнәге бар. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оя ҡороу һәм туҡланыу шарттарының насарланыуы, территорияны урбанизациялау[16]. II 2   [12](недоступная ссылка)
  Ялан һары
Buteo rufinus
(Cretzschmar, 1827)
Хәйбулла районының көньяғында далала, Таналыҡ йылғаһының түбәнге ағымында оя ҡора, Учалы районында, Уй йылғаһының үрге ағымында ла билдәләнә. Краснокама (Һаҡлау ауылы тирәһендә), Белорет (Йөйәк йылғаһы үҙәнендә һәм Үҙән ауылы эргәһендә), Дүртөйлө (Йосоп ауылы янында), Мәләүез (Ерек ауылы янында), Шишмә (Ҙур Елань һәм Шөнгәккүл күлдәрендә) райондарында осрай. Республикала 50-гә яҡын ялан һары ҡошо иҫәпләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оя ҡорорға яраҡлы урындарҙың аҙ булыуы, тынғыһыҙлау, ҡарғалар, ала ҡарғалар һәм ерҙәге йыртҡыс хайуандарҙың уларҙың ояларын туҙҙырыуы, браконьерлыҡ, электр тапшырыу линияларына эләгеп һәләк булыуҙары[17]. III 3   [13](недоступная ссылка)
  Һунағара
Circaetus gallicus
(J.F. Gmelin, 1788)
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Оло Ирәмәл тауында оя ҡора. Крепостной Йылайыр, Һыртлан, Кузьминовка, Майка, Үтәгән, Келәш, Һабай ауылдары, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Аҡкүл һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары, Ағиҙел ағымының киңәйтелгән үҙәнендә, Йылайыр платоһында булыуы билдәләнә. Республика территорияһында айырым парҙарҙың оя ҡороуы ихтимал. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: йыландарҙың аҙ булыуы һәм был төр ҡоштарҙың себеште аҙ сығарыуы[18]. I 2   [14](недоступная ссылка)
  Дала бөркөтө
Aquila nipalensis
(Hodgson, 1833)
Хәйбулла районында оя ҡора. Һирәк кенә Ейәнсура (Үрге Муйнаҡ ауылы тирәләй), Күгәрсен, Мәләүез, Өфө (Нуғай ауылы ситендә), Шишмә райондарында осрай. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: электр тапшырыу линиялары бағаналарында электр тогы һуғыуынан һәләк булыу, сиҙәм ерҙәрҙе һөрөү һәм ҡоштар оя ҡорған осорҙа шул тирәлә мал көтөү, һөҙөмтөлө ҡоштар тынысһыҙлана һәм уларҙың ояларында ҡалдырылған йоморткалары ҡояш нурҙары аҫтында ныҡ итеп ҡыҙа һәм башҡа йәнлектәр, йә ҡоштар тарафынан туҙҙырыла, иҫке һалам эҫкерттәрен яндырғанда ла дала бөркөттәре ҡырыла, сөнки уларҙың 20 проценттан ашыуы һалам эҫкерттәрендә оя ҡора[19]. II 2   [15](недоступная ссылка)
  Ҡарағош
Aquila clanga
(Pallas, 1811)
Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә, Йылайыр, Анновка, Үрге Муйнаҡ, Федоровка, Сандар, Ирныҡшы, Никола-Березовка, Һаҡлау, Яңы Мошто, Өршәк ауылдары, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Большая Елань күлдәре һәм Оло Йәнгел йылғаһы биләмәләрендә, Башҡортостан ҡурсаулығында һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығында йыш осрауы билдәле. Иҫке Ҡамышлы ауылы ситендә оя ҡороусан. Бөтә Көньяҡ Уралда 5-10 пар ҡарағоштоң оя ҡороуы билдәләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: урмандарҙы сәнәғәт предприятиелары өсөн киҫеү, һаҙлыҡтарҙы киптереү, мелиорация һәм һыубаҫар болондарҙы һөрөү һәм шуның һөҙөмтәһендә уларҙың ҡарағура менән ҡапланыуы, бесән сабыуҙы һәм мал көтөүҙе туҡтатыу (ә был ҡоштар өсөн аҙыҡ запасын кәметеүгә килтерә, атап әйткәндә, һыу кырнисаһының кәмеүе), тынғыһыҙлау, электр линияларында һәләк булыу, кесе ҡарсыға менән гибридлашыуы[20]. II 2   [16](недоступная ссылка)
  Көсөгән
Aquila heliaca
(Savigny, 1809)
Башҡортостан ҡурсаулығында, Ҡаҫмарт йылғаһы буйында, республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, «Башҡортостан» милли паркы һәм Ерекле, Мрәүешле, Воскресенск, Верхотор, Шөнгәккүл, Победа, Исмәғил, Йомағужа, Иҫке Сибай һәм Ғәйниямаҡ тораҡ пункттары тирәләй оя ҡора. Тау зонаһына ҡарағандарынан башҡа республиканың бөтә райондарында ла көсөгәндең булыуы билдәләнә. Бөтә Көньяҡ Урал өсөн 50-90 пар көсөгәндең оя ҡороуы күрһәтелә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Урал алды райондарында 20-50 пар, тауҙарҙа 30-40 парға яҡын, Урал аръяғында 10 пар тирәһендә иҫәпләнелә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оя ҡороу өсөн яраҡлы биомөхиттең һәм туҡланыу өсөн аҙыҡтың етешмәүе, себештәрҙе бик аҙ сығарыуы, браконьерлыҡ, электр линияларына эләгеп һәләк булыуҙары, бейек олонло ағастарҙың киҫелеүе һәм ояға ултырған миҙгелдә тынғыһыҙлау, шулай уҡ йомрандар менән көрәш һәм баҫыуҙарҙы пестицидтар менән эшкәртеү[21]. II 2   [17](недоступная ссылка)
  Бөркөт
Aquila chrysaetos
(Linnaeus, 1758)
Башҡортостан ҡурсаулығында, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондарында, Ерекле ауылы янында һәм Ирәмәл тауында оя ҡора. Республиканың күп кенә райондарында осрай. 1980-се йылдарҙа Бөрйән районында, өлөшләтә Әбйәлил һәм Белорет райондарында 10-12-ләп парҙың оя ҡороуы билдәләнә. Башҡортостан ҡурсаулығында 2-3 пар оя ҡора. Бөтә Көньяҡ Урал өсөн 10-15 оя ҡорған пар күрһәтелә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: туҡланыу мөмкинлеге бай булған урындарға яҡын оя ҡороуға яраҡлы урындарҙың һәм һунар итеү өсөн киң, асыҡ территорияларҙың булмауы, ҡартайған ағастарҙы, бигерәк тә утрауҙарҙағы һәм һаҙлыҡтарға яҡын аҡландарҙағы ағастарҙы киҫеү, законһыҙ таксидермия, браконьерлыҡ[22]. I 3   [18](недоступная ссылка)
  Диңгеҙ бөркөтө
Haliaeetus albicilla
(Linnaeus, 1758)
Ағиҙелдең түбәнге ағымында, Камала, Һаҡлау (Краснокама районы) күле янында, Шәмсетдин күле тирәһендә (10 йылдан ашыу) оя ҡора. 7-8 пар Бөрө районында оя ҡора. Урал аръяғында, Башҡортостан ҡурсаулығында, «Башҡортостан» милли паркында, Белорет, Бөрө, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Краснокама, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы, Фёдоровка, Шишмә һәм Яңауыл райондарында, Дүртөйлө ҡалаһы тирәләй, Павловка һәм Маҡан һыуһаҡлағыстарында билдәләнә. Башҡортостанда 100-гә яҡын диңгеҙ бөркөтө иҫәпләнә. Тотош Көньяҡ Урал өсөн оя ҡорған 40-50 пар күрһәтелә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: эре ағастарҙы ҡырҡыу һөҙөмтәһендә диңгеҙ бөркөтөнөң йәшәү урынын боҙоу, кешенең һыу ятҡылыҡтары янындағы һәм яр буйы урмандарын юҡ итеүе, ҡоштарҙың туҡланыу базаһына зыян килтереүе, тынғыһыҙлау, браконьерлыҡ, ҡоштарҙың ҡапҡандарға, балыҡ тотоу йылымдарына эләгеп һәләк булыуы[23]. III 3   [19](недоступная ссылка)
Ыласындар ғаиләһе (Falconidae)
  Балабан
Falco cherrug
(J.E. Gray, 1834)
Балабандың Башҡортостан территорияһында оя ҡороуын Э. А. Эверсманн, П. П. Сушкин, С. В. Кириков билдәләп үтә. Хәйбулла (Аҡъяр ауылынан Таналыҡ йылғаһы тамағына тиклем), Учалы (Урал йылғаһының үрге ағымында) һәм Әбйәлил (Яҡтыкүл күле тирәһендә) райондарында теркәлә. Әлеге ваҡытта Нефтекама ҡалаһы тирәһендә, Башҡортостан ҡурсаулығында, «Башҡортостан» милли паркында, Ейәнсура райондарында тик осоп үтеүсе балабандар ғына билдәләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ, тынғыһыҙлау, туҡланыу базаһын бөтөрөү[24]. I 2   [20](недоступная ссылка)
  Сапсан
Falco peregrinus
(Tunstall, 1771)
Сапсандар XXI быуатта, ғәмәлдә, Башҡортостандың тотош тау-урман территорияһында оя ҡора. Шулай уҡ Павловка һыуһаҡлағысы тирәһендә, Йүрүҙән йылғаһында, Борай һәм Дүртөйлө райондары сигендә, Торатау башында, Өфө ҡалаһы ситтәрендә билдәләнә. Төрлө сығанаҡтар буйынса республика территорияһында 50-нән алып 200 парға тиклем балабан оя ҡора. ХХ быуатта, нигеҙҙә, ДДТ ҡулланыу сәбәпле был төр ҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмей, ошо ағыулы химикатты ҡулланыуҙы тыйыуҙан һуң балабандарҙың һаны элекке хәленә ҡайта[25]. III 2   [21](недоступная ссылка)
  Ялан торомтайы
Falco naumanni
(Fleischer, 1818)
Ялан торомтайы Таналыҡ йылғаһының түбәнге ағымында, Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә, Ейәнсура районында, Арлан ауылы (Краснокама районы) ситтәрендә, Баҡалды ауылы (Архангел районы) һәм Һатҡы күле янында билдәләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: пестицидтар ҡулланыу сәбәпле ҡоштарҙың туҡланыу базаһына зыян килтереү, сиҙәм ерҙәрҙе һөрөүгә бәйле ҡоштарҙың оя ҡороу урындарын боҙоу[26]. I 1   [22](недоступная ссылка)ҡ
Тауыҡ һымаҡтар отряды (Galliformes)
Бүҙәнәләр отряды (Tetraonidae)
  Аҡ ағуна
Lagopus lagopus major
(Lorenz, 1904)
Аҡ ағуна Көньяҡ Урал ҡурсаулығында, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында билдәләнә. Бик һирәк кенә Урал алды райондарында осрай. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: йорт хайуандарын көтөү, ауыл хужалығында химикаттар ҡулланыу, оя ҡорған осорҙа тынғыһыҙлау, браконьерлыҡ[27]. I 2[28]   [23](недоступная ссылка)
Торна һымаҡтар отряды (Gruiformes)
Торналар ғаиләһе (Gruidae)
  Ҡара торна
Anthropoides virgo
(Linnaeus, 1758)
Ҡара торна Урал аръяғында билдәләнә. Яңы Ергән (Хәйбулла районы) ауылы тирәһендә оя ҡороуы билдәле, Маҡан һыуһаҡлағысында, Төньяҡ ауылы янындағы Сухое күлендә, Сибай ҡалаһы, Подольск һәм 1-се Мырҙа ауылдары янында теркәлә. Республикала ҡара торналарҙың һаны буйынса теүәл генә мәғлүмәт юҡ. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: ояларының малдар тарафынан тапалыуы, тынғыһыҙлау[29]. IV 3   [24](недоступная ссылка)
Торналар ғаиләһе (Otididae)
  Туғаҙаҡ
Otis tarda tarda
(Linnaeus, 1758)
Был ҡоштар Талҡаҫ күле буйында (Баймаҡ районы), Хәлил (Әбйәлил районы), Рудники (Бишбүләк районы) ауылдары янында билдәләнә. Һирәкләп айырым парҙарҙың республика территорияһына осоп инеүе билдәләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ[30]. I 3   [25](недоступная ссылка)
  Биҙгәләк
Tetrax tetrax
(Linnaeus, 1758)
XIX быуат башынан биҙгәләктәр Башҡортостан территорияһында оя ҡормай. Байыш, Төркмән һәм Урғаҙа (Баймаҡ районы)ауылдары ситтәрендә, Фёдоровка һәм Хәйбулла райондарында, Таналыҡ үҙәнендә һәм Түмәрбаш һаҙлығында, Учалы һәм Уй райондары сигендә осрай. Республиканың Урал аръяғы территорияһында бер нисә пар биҙгәләктең оя ҡороп бала сығарыуы ихтимал. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ, ауыл хужалығында ағыулы химикаттар ҡулланыу, бесән сабыу, яландарҙа һәм көтөүлектәрҙә үлән яндырыу [31]. II 3   [26](недоступная ссылка)
Сәпсәү һымаҡтар отряды (Charadriiformes)
Сәпсәүҙәр ғаиләһе (Charadriidae)
  Ялан тәгәрлеге
Chettusia gregaria
(Pallas, 1771)
Ялан тәгәрләктәренең Башҡортостан территорияһында оя ҡороуҙары тураһында иҫбатланған мәғлүмәттәр юҡ. Бурһыҡ һәм Көньяҡ Үләнде (Әбйәлил районы) күлдәре, Иҫәнғол ауылы (Ейәнсура районы) тирәһендә осрай. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында билдәләнә. Республика территорияһына һирәкләп бер нисә ялан тәгәрләгенең осоп инеүе күҙәтелә, әммә уларҙың һаны шунан артмай. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: сиҙәм ерле даланы һөрөү, браконьерлыҡ, йыртҡыс ҡоштар, эттәр, һәм ҡырағай һөтимәрҙәрҙең ялан тәгәрләге ояларын туҙҙырыуы ихтимал[32]. I 1   [27](недоступная ссылка)
Беҙсуҡышлылар ғаиләһе (Recurvirostridae)
  Оҙонаяҡ сәпсәү
Himantopus himantopus
(Linnaeus, 1758)
Оҙонаяҡ сәпсәү — Урал алды һәм Урал аръяғында бик һирәк осрай торған ҡош, оя ҡороуы ла һирәк күҙәтелә. Кушнаренко, Хәйбулла (Маҡан һыуһаҡлағысы) райондарында, Мәләүез ҡалаһы һәм Шишмә ҡасабаһы ситтәрендә оя ҡороуҙары билдәләнә. Сухое һәм Мулдаҡкүл күлдәрендә (Әбйәлил районы), шулай уҡ Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында себештәрен эйәртеп йөрөгөн оло ҡоштар билдәләнә. Әлшәй, Мәләүез, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла һәм Башҡортостандың башҡа райондарында яңғыҙ оҙонаяҡ сәпсәүҙәрҙең булыуы билдәләнә. Республиканы төйәк итеп йәшәгән оҙонаяҡ сәпсәүҙәрҙең теүәл генә иҫәбе тураһында мәғлүмәт юҡ. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оҙонаяҡ сәпсәүҙәр оя ҡорған урындарҙа мал көтөү, һыу кимәленең үҙгәреп тороуы, тынғыһыҙлау[33]. III 3   [28](недоступная ссылка)
  Беҙсуҡыш
Recurvirostra avosetta
(Linnaeus, 1758)
Беҙсуҡыштың Башҡортостан территорияһында оя ҡороуы тураһында иҫбат ителгән мәғлүмәт юҡ. Сыбаркүл һәм атауҙы күлдәрендә (Әбйәлил районы) билдәләнә. 2002 йылда Архангел районында, Ағиҙел ҡалаһы, Маҡан һыуһаҡлағысы тирәһендә башҡа төр беҙсуҡыштар араһында осрай. Урал аръяғында уларҙың ояларының булыуы ла ихтимал. Һаны бер нисә тиҫтәнән артмай. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ[34]. III 3   [29](недоступная ссылка)
Беҙсуҡыш-һайыҫҡандар ғаиләһе (Haematopodidae)
  Ҡом һайыҫҡаны
Haematopus ostralegus longipes
(Buturlin, 1910)
Башҡортостанда ҡом һайыҫҡаны Кама, Ағиҙел, Әй, Ҡариҙел, Йүрүҙән, Оло Эйек йылғаларында, Ҡандракүлдә, "Башҡортостан милли паркы"нда оя ҡора. Яңы Туҡмаҡлы (Кушнаренко районы) ауылы янында үҫеп бөткән ҡом һайыҫҡаны себештәрен осраталар. Эҫем, Ҡыйғы, Оло Инйәр йылғаларында, шулай уҡ Аҡкүл, Коряжный, Сухое күлдәрендә һәм Мәләүез шәкәр заводының таҙартыу ҡоролмаларында билдәләнә. Яҙын республика аша осоп үткәндә һәм бала сығарған ваҡыттарында республикала бер квадрат километрға уларҙың иҫәбе 0,3-0,25 һаны менән билдәләнә. Яҙын уларҙың республиканың төньяҡ-көнсығышында күберәк тупланыуы күҙәтелә. Оя ҡороп, себеш сығарған парҙарҙың һаны билдәле түгел. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оя ҡороуға яраҡлы урындарҙың сикле, үрсем темпының бик түбән булыуы, тынғыһыҙлауға бик һиҙгер булыуҙары, йыртҡыс йәнлек йәки ҡоштар тарафынан ҡыҫырыҡланыуы[35]. V 3   [30](недоступная ссылка)
Һаралйындар ғаиләһе (Scolopacidae)
  Ҙур көйөлдө
Numenius arquata
(Linnaeus, 1758)
Ҙур көйөлдөләр Башҡортостан территорияһында бик һирәк оя ҡора, тау-урман зонаһында ғына оя ҡороуҙары ихтимал, ул зона аша осоп үтеүҙәре билдәләнә. Талҡаҫ (Баймаҡ районы) күле янында ғына оя ҡороуҙары билдәләнә. Бөтә Көньяҡ Урал өсөн уларҙың иҫәбе 1,0-1,5 мең тәшкил итә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: оя ҡороп бала сығарған урындарын юҡҡа сығарыу, тынғыһыҙлау, ояларының малдар тарафынан тапалыуы, браконьерлыҡ[36]. II 2   [31](недоступная ссылка)
  Һаҙ көйөлдөһө (көньяҡ (урман-дала) төрсәһе)
Numenius phaeopus alboaxillaris
(Lowe, 1921)
Үләнде күлдәре системаһында, Кесе Ҡыҙылдың (Әбйәлил районы) исемһеҙ ҡушылдығы үҙәнендә оя ҡороуҙары билдәләнә. Байым ауылы тирәләй бер нисә парҙың ояларының булыуы билдәләнә. Маҡан һыуһаҡлағысында (Хәйбулла районы), Әй ярҙарында (Иҫке Мишәр ауылы янында) яңғыҙ ғына осоп йөрөгән һаҙ көйөлдөләре осрай. Республикала 3-5 пар ҡоштоң оя ҡороуы ихтимал. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ, оя ҡорған урындарында тынғыһыҙлау, антропоген ҡаршылыҡ[37]. I   [32](недоступная ссылка)
Сипылдауыҡтар ғаиләһе (Glareolidae)
  Сипылдауыҡ
Glareola nordmanni
(J.G. Ficher, 1842)
Башҡортостан территорияһында бик һирәк осраҡта ғына оя ҡорған төр. Аҡҡош (Өфө районы), Кесе Үләнде, Бурһыҡ күлдәре буйында билдәләнә. Салауат ҡалаһы янында ла сипылдауыҡтарҙың оялары осрай. Маҡан һыуһаҡлағысы (Хәйбулла районы) тирәһендә себештәрен эйәртеп йөрөгән сипылдауыҡтарҙы күрәләр, 2003 йылда бында һыу ситендә, ләмле урында 20-30 парҙың оя ҡороуы билдәләнә. Аҡкүл (Ғафури районы) ярында, Иҫке Ҡамышлы (Кунаренко районы) ауылы янында яңғыҙ ҡоштарҙың осоп йөрөүе күҙәтелә. Иҫәбе төрлө йылда төрлөсә: бер нисә ҡоштан оя ҡороп себеш сығарған бер нисә тиҫтә парға тиклем барып етеүе ихтимал. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: дала ерҙәрен һөрөү, ауыл хужалығы техникаһының уларҙың ояларын, себештәрен тәгәрмәстәре менән иҙеүе, баҫыуҙарға һибелгән пестицидтарҙан һәләк булыуҙары, ерҙәге йыртҡыс хайуандар тарафынан уларҙың ояларының туҙҙырылыуы, һыу күтәрелгән мәлдә уларҙың ояларын һыу баҫыу[38]. II 2   [33](недоступная ссылка)
Сарлаҡтар ғаиләһе (Laridae)
  Ҙур ҡарабаш сарлаҡ
Larus ichthyaetus
(Pallas, 1773)
Башҡортостанда Урал аръяғы күлдәрендә бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсе ҙур ҡарабаш сарлаҡтар билдәләнә. Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары аша осоп үтеүҙәре һәм туҡтап хәл алыуҙары күҙәтелә. Ҡарағайлы (Учалы районы), Сыбаркүл (Әбйәлил районы), Талҡаҫ (Баймаҡ районы) һәм башҡа күлдәрҙә оя ҡороуы билдәле. 2010 йылда Әбйәлил районының Суртанды күле өҫтөндә 50 пар ҙур ҡарабаш сарлаҡтың ҡанат өҫтәренә себештәрен ултыртып йөҙөүҙәрен һәм Мулдаҡкүлдә лә 25-30 пар оло һәм йәш сарлаҡтарҙың йөҙөп йөрөүҙәрен күрәләр. Иҫәптәре төрлө йылда төрлөсә. Республика буйынса 100—150 оя ҡорған пар теркәлә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: һыу күтәрелгәндә уларҙың ярҙағы ояларын баҫыу, браконьерлыҡ, оя ҡорған урындарында тынғыһыҙлау, йыртҡыс хайуандарҙың уларҙың ояларын туҙҙырауы[39]. IV 5   [34](недоступная ссылка)
  Кесе сарлаҡ
Sterna albifrons
(Pallas, 1764)
Башҡортостан территорияһында Ағиҙел, Дим, Етеҙ Танып (Тере Танып) йылғалары буйҙарында, Өфө, Бөрө ҡалаларының һыубаҫар болондарындағы күлдәрҙә, Барсакүл (Ишембай районы), Оло Талпак (Ҡырмыҫҡалы районы) һәм Коряжный күлдәре тирәһендә; Нөгөш һыуһаҡлағысында, Елань заказнигында, Краснокама һәм Яңауыл райондарында осрай. Оя ҡорған кесе сарлаҡтарҙың һаны төрлө йылдарҙа төрлөсә була, 2-4 парҙан хатта бер нисә тиҫтә парға етеүе ихтимал. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: һыу ятҡылыҡтарында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле, утрауҙарҙы һәм һай урындарҙы һыу баҫыуы, ояһында йомортҡаларын баҫып ултырған йәки себештәрен ашатҡан мәлдә кесе сарлаҡтарҙы кешеләрҙең тынғыһыҙлауы[40]. II 2   [35](недоступная ссылка)
Ябалаҡ һымаҡтар отряды (Strigiformes)
Ысын өкөләр ғаиләһе (Strigidae)
  Өкө
Bubo bubo
(Linnaeus, 1758)
Ареалға, ғәмәлдә, бөтә Башҡортостан территорияһы инә. Өкө Шүлгәнташ, Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары, Белорет һәм Ғафури райондары территорияларында оя ҡора. Бөтә Көньяҡ Уралда 700—1000 өкө иҫәпләнә. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: ошо ҡоштоң йәшәүе өсөн яраҡлы биотоптарҙы бөтөрөү, тәбиғәт объекттарында рекреацион ғәмәлдәрҙең ҡырҡа артыуы, браконьерлыҡ һәм ҡарасҡы эшләү өсөн атыу[41]. III 2   [36](недоступная ссылка)
  Һөмәй
Strix nebulosa
(Forster, 1772))
Башҡортостан территорияһында һөмәйҙәр бик һирәк осрай. Башҡорт һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтарында, Белорет районында, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә оя ҡора. Йылайыр, Әбйәлил, Ҡалтасы, Борай, Күгәрсен райондарында билдәләнә. Башҡортостанда оя ҡороп себеш сығарыуы бик һирәк күҙәтелә. Һөмәйҙәрҙең һаны туҡланыу өсөн аҙыҡтың булыуына бәйле. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: ҡартайған ағаслы урмандарҙы бөтөрөү, оя ҡороу өсөн яраҡлы урындарҙың аҙлығы, антропоген тынғыһыҙлау һәм браконьерлыҡ[42]. III   [37](недоступная ссылка)
Ракше һымаҡтар отряды (Coraciiformes)
Күк ҡарғалар ғаиләһе (Coraciidae)
  Күк ҡарға
Coracias garrulus
(Linnaeus, 1758)
Башҡортостанда күк ҡарғаның Шайтантау (Хәйбулла районы) һыртында, Мәнәүез-Мәскәү (Бишбүләк районы), Байыш (Баймаҡ районы) ауылдары тирәһендә, Йылайыр платоһында (Сосновка ауылы янында) оя ҡороуҙары билдәләнә. Ағиҙел йылғаһы буйында, Нуғай (Өфө), Калинники (Бөрө районы), Табын (Ғафури районы), Антингән (Хәйбулла районы) һәм Бәрҙәш (Йылайыр районы) ауылдары янында, «Шүлгән-Таш», Башҡорт һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтарында, Иглин районының Юрмаш йылғаһы буйында осрай. Республика территорияһына бик һирәк осоп инеүсе һәм даими рәүештә оя ҡороуы күҙәтелмәгән төр. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: браконьерлыҡ, ҡыуышлы ағастарҙы ҡырҡыу[43]. II   [38](недоступная ссылка)
Һөҙһөт һымаҡтар отряды (Upupiformes)
Һөҙһөттәр ғаиләһе (Upupidae)
  Һөҙһөт
Upupa epops
(Linnaeus, 1758)
Башҡортостан территорияһында Шайтантау (Хәйбулла районы) һыртында, Шишмә районында, Дим һәм Ағиҙел (йылға тамағына яҡын) йылғалары үҙәнендә оя ҡороуы билдәләнә. Ейәнсура һәм Урал аръяғын райондарын төйәк итеүсе ҡош тип иҫәпләнә. «Шүлгән-Таш» һәм Башҡорт ҡурсаулыҡтарында, Урал алды зонаһында: Өршәк йылғаһының үрге ағымында, Нөгөш һыуһаҡлағысы янында, Бала-Сытырман (Фёдоровка районы), Мәтәле (Дыуан районы), Юнай (Ейәнсурин районы) һәм Һаҡлау (Краснокама районы) ауылдары эргәһендә, Аҡкүл (Шишмә районы) тирәһендә, Белорет районында һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулығында осрай. Республиканы төйәк иткән һөмәйҙәрҙең теүәл генә иҫәбе юҡ. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: ҡоштарҙы ҡарасҡы эшләү өсөн атыу һәм ояларын туҙҙырыу[43]. IV   [39](недоступная ссылка)
Турғай һымаҡтар отряды (Passeriformes)
Һайыҫҡандар ғаиләһе (Laniidae)
  Ваҡ һайыҫҡан
Lanius excubitor
(Linnaeus, 1758)
Lanius excubitor excubitor төрсәһенең Ағиҙел йылғаһы үҙәненән төньяҡтараҡ, Бөрө ҡалаһы янында оя ҡороуы билдәләнә. Ваҡ һайыҫҡан Урал алды зонаһында бик һирәк кенә оя ҡороусы ҡош тип иҫәпләнә, ғәҙәттә улар Башҡортостан территорияһы аша осоп үтеүсе ҡоштар төрөнә ҡарай. Красная Поляна (Дәүләкән районы), Йылайыр (Йылайыр районы), Николо-Берёзовка (Краснокама районы), Усть-Үгеҙ (Дыуан районы), Урғаҙа (Баймаҡ районы), Ҡарадигән һәм Үрге Муйнаҡ (Ейәнсура районы) ауылдары тирәһендә, Асҡын, Дәүләкән, Нуриман, Шишмә, Саҡмағош, Өфө һәм Күгәрсен райондарында, Өфө платоһында, Ләмәҙ, Эҫем йылғалары үҙәнендә, Йүрүҙәндең үрге ағымында билдәләнә. Һирәкләп Башҡортостан ҡурсаулығында ҡышлай, шул урынға ҡышлауға килә. Республика территорияһында оя ҡороусы ваҡ һайыҫҡандың һаны бер нисә йөҙ парға етә. Төрлө ергә осоп йөрөү һәм бер урындан икенсе урынға күсеү хас уларға. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: пестицидтар ҡулланыу, һайраусы ҡош булараҡ йортта тотоу өсөн тотоу ҙа ихтимал[44]. III 3[45]   [40](недоступная ссылка)
Турғайҙар ғаиләһе (Paridae)
  Буран турғайы (Европа аҡ турғайы)

Parus cyanus cyanus (Pallas, 1770)
Башҡортостанда Европа аҡ турғайының (Parus cyanus cyanus), шулай уҡ себер буран турғайының (Parus cyanus hyperriphaeus) төрсәләренең йәшәүе ихтимал, һәм уларҙың үҙ-ара гибридлашыу мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәктер. Һаҡмар, Оло Эйек һәм Ағиҙел (Өфө ҡалаһынан алып тамағына тиклем һәм үрге ағымында) йылғалары буйында, Өҫән йылғаһы үҙәнендә, Урал йылғаһының үрге ағымында, Йоматау (Өфө районы), Бикбау һәм Үрге Муйнаҡ (Ейәнсура районы) ауылындары тирәһендә, Шүлгән-Таш мәмерйәһендә, Әлкә ауылы менән Коряжный күле (Шишмә районы) араһында, Краснокама районында буран турғайҙарының оялары осрай. Аҙ һанлы һәм осраҡлы рәүештә таралған төр. Республикала уларҙың һаны буйынса аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Был ҡоштоң үрсеүен сикләүсе факторҙар: һайраусы ҡош сифатында тотоу өсөн[46]. IV 4   [41](недоступная ссылка)

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Баянов М. Г. Редкие виды животных 2017 йыл 3 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Галеева А. Х. Красная книга 2016 йыл 5 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Баянов М. Г. Редкие виды животных 2017 йыл 3 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Галеева А. Х. Красная книга 2016 йыл 5 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 98
  6. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 99
  7. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 100—101
  8. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 102
  9. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 103
  10. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 104
  11. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 105
  12. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 106
  13. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 107
  14. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 108—109
  15. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 110—111
  16. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 112—113
  17. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 114—115
  18. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 116—117
  19. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 118—119
  20. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 120—121
  21. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 122—123
  22. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 124—125
  23. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 126—127
  24. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 128—129
  25. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 130—131
  26. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 132—133
  27. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 134—135
  28. Подвид среднерусская белая куропатка — Lagopus lagopus rossicus (Serebrovski, 1926)
  29. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 136
  30. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 137
  31. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 138
  32. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 139
  33. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 140
  34. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 141
  35. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 142
  36. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 143
  37. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 144
  38. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 145
  39. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 146
  40. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 147
  41. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 148—149
  42. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 150—151
  43. 43,0 43,1 Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 152
  44. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 154—155
  45. Подвид Lanius excubitor excubitor)
  46. Красная книга Республики Башкортостан, 2014, с. 156

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "КкРБ" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "МСОП" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алексеев В. Н. Экология тетеревиных птиц Южного Урала. — М.: ИФРА-М, 2013. — 232 с.
  • Валуев В. А. Экология птиц Башкортостана (1811—2008). — Уфа: Гилем, 2008.
  • Ильичёв В. Д., Фомин В. Е. Орнитофауна Башкирии и изменение среды (на примере Южно-Уральского региона). — М.: Наука, 1988.
  • Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 168 с.
  • Красная книга Башкирской АССР. Редкие растения и животные. Проблемы их охраны. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 200 с.
  • Красная книга Республики Башкортостан. Т. 3. Животные / Под ред. М. Г. Баянова. — Уфа: Башкортостан, 2004. — 180 с.
  • Красная книга Республики Башкортостан (объединенный том) / Под ред. А. А. Фаухутдинова. — Уфа: Полипак, 2007. — 528 с.
  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
  • Лоскутова Н. М. К распространению и численности редких видов хищных птиц горно-лесной части Башкортостана // Изучение природы в заповедниках горно-лесной части Башкортостана. Сб. науч. трудов. Вып. 1. — Миасс, 1999.
  • Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири. — Екатеринбург: Изд-во Урал.ун-та, 2008. — 634 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә