Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы (рус. Баймуратов Хибатулла Кувандыкович, Баймуратов Хибат Кувандыкович) (1912 йыл — 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының телефонисты, 2-се эскадрон ҡылыссыһы[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Ҡашҡар ауылы, Йылайыр районы
Вафат булған көнө 1978
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы Байморатов 1912 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында[1]. тыуған. 1941 йылда БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) хеҙмәт итә, 62-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, артабан телефонист була. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп һанлы хәрби наградаларға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[3]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)[3]
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә