Багдасаровтар йорто (Таганрог)

Багдасаровтар йорто— Таганрог төҙөлөшөнөң тарихи объекты. Ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм бер туған Багдасаровтарҙың йорто булған. Адресы: Таганрог ҡалаһы , Тургенев тыҡрығы, 7[1].

Иҫтәлекле урын
Багдасаровтар йорто (Таганрог)
Багдасаровтар йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Тургенев тыҡрығы, 7
Нигеҙләүсе Мелкон һәм Григорий Багдасаровтар
Нигеҙләнгән 1898 йыл

История үҙгәртергә

XIX быуатта был участокта хаҡы 1000 һум тәшкил иткән ҙур булмаған архитектура ҡоролмаһы төҙөлә. Ул сауҙагәр ҡатын Софья Луцкая милке була. Унан һуң, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, йорт емерелә һәм уның урынында 1898 йылда Тургенев тыҡрығында бер туған Мелкон һәм Григорий Багдасаровтар йорт һалып сыға. Йортто төҙөү уларға 3000 һумға төшә. Ваҡыт үтеү менән, Октябрь революцияһы ваҡытында йорттоң хаҡы арта һәм 24 мең һум тәшкил итә[2] .

Өй бер нисә ҡаттан тора, юғары ҡаты арендаға бирелә. XX быуат башында йорт хужаһы сәүҙәгәр Иван Васильевич Кафери була. Уның колбаса заводы, сусҡа майын иретеү кәсепханаһы, үҙе йәшәгән ике йорто була. Шуның өҫтәүенә ул Тургенев тыҡрығындағы йортто һатып ала. Заманында ул үҙ эшен бисквит һатыуҙан башлап ебәрә. Элек үҙе йәшәгән Александров урамындағы ике йортон ул ҡуртымға биреп табыш ала. Ҡатыны Анастасия Васильевна менән никахта уның өс балаһы тыуа, уларҙың исеме Василий, Иван һәм Параскева. Бина өлөшләтә торлаҡ фатирҙары итеп файҙаланыла.

Йортта Валентина Абрамова Говберг (сиған романстарын һәм рус халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы) үҙенең апаһы Елена Абрамовна менән йәшәй. Елена Абрамовна Таганрог ҡалаһының танылған адвокаты Яков Борисович Светта кейәүҙә була. Свет йәһүд закондары присяжный поверенныйының ярҙамсыһы булып эшләй.

1920-се йылдарҙа уң яҡтағы ишек алды флигелендә Федор Васильевич Орешко менән уның ҡатыны Раиса Константиновна йәшәй. Ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡыҙҙары Ольга һәм Вера тыуа. Федор Васильевич ҡала прокуратураһы бухгалтеры була һәм эштәрен бик дөрөҫ итеп алып барыуы менән таныла. Ваҡыт үтеү менән ҡыҙы Вера сәғәт төҙәтеү оҫтаһы була, ә Ольга тарих һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. Уның тормошо бик ҡатмарлы— ул Сталин репрессияһына эләгә. Орешколар ғаиләһе хужаһыҙ хайуандар тураһында хәстәрлек күреүселәр булып ҡала халҡы иҫендә һаҡланып ҡалған.

1930-сы йылдарҙа был йортта фатирҙа скрипкасы Михаил Стешенко йәшәй. Уның уйынын «Луч» кинотеатры тамашасылары сеанс башланырҙан алда тыңлаған. Шулай уҡ фатирҙа скрипкасы Бейнцман да йәшәй, ул Молл оркестрында уйнаған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  2. Дом 7, Тургеневский переулок 2017 йыл 13 март архивланған.