Багаева Евдокия Николаевна
Багаева Евдокия Николаевна (8 март 1933 йыл — 31 декабрь 2013 йыл) — СССР-ҙың малсылыҡ алдынғыһы, һауынсы[2], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Багаева Евдокия Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 март 1933[1] |
Тыуған урыны | Кубас[d], Чистай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 2013[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Чистай, Татарстан Республикаһы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвдокия Николаевна Багаева 1933 йылдың 8 мартында Татар АССР-ының Чистай районы Кубасс ауылында тыуған[3].
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, һуңыраҡ «Кама» коллектив ауыл хужалығы предприятиеһы итеп үҙгәртелгән Ленин исемендәге тыуған колхозында эшләй башлай. 1952 йылда һөт-тауар фермаһына бара һәм 25 йыл һыйыр һауа. 1968 йылда райондың иң яҡшы һауынсыһы булып таныла, артабанғы ике йылда ла был исемде һаҡлап ҡала. Зона ярыштарында Татарстан һауынсылары исеменән сығыш яһай. Һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) уның төркөмөндәге һыйырҙарҙың уртаса йыллыҡ һауымы 4000 килограмм тәшкил итә. Был ҡаҙанышы өсөн һауынсы 1971 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. 1973 йылда малсылыҡ алдынғыһына икенсе Ленин ордены тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ауыл һәм район Советтары депутаты итеп һайлана, Бөтә Рәсәй колхоздар советы ағзаһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Чистай ҡалаһында йәшәй.
2013 йылдың 31 декабрендә вафат була[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
- Ике Ленин ордены (1971, 1973)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1973)
- Шулай уҡ СССР ВДНХ-ның дүрт бронза миҙалы менән бүләкләнә, IX һәм X заданиеларын уңышлы үтәгәнге өсөн Почётлы диплом ала
- Чистай ҡалаһы һәм Чистай районының почётлы гражданы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Татарстана
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://chistopol.tatarstan.ru/index.htm/news/257588.htm
- ↑ Список Героев Социалистического Труда, награждаемых цветными телевизорами 2014 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ История села Кубассы (Кубас)
- ↑ Простились с Героем Социалистического труда Евдокией Багаевой 2014 йыл 5 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БАГАЕВА Евдокия Николаевна 2020 йыл 20 февраль архивланған.
- БАГАЕВА Евдокия Николаевна (тат.)