Бабсаҡ (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Бабсаҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология үҙгәртергә
Бабсаҡ төп башҡорт һүҙе — Күсәкбей эпосында баба һүҙе менән яһалған герой исеме[1]
Билдәле кешеләр үҙгәртергә
Бабсаҡ бей — башҡорт халҡының ҡәбилә-ырыу составындағы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады мәғлүмәттәре буйынса, ул XV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ете ырыу берләшмәһендә хакимлыҡ өсөн көрәш алып барған. Бабсаҡ бей башлыҡ булған осорҙа Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы бөрйәндәрҙең ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ултыра. «Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе» буйынса, Бабсаҡ бей Бөрйән ҡәбиләһе башлығы Ҡарағөлөмбәт тарафынан үҙ-ара һуғышта үлтерелә. «Бабсаҡтүбә» башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, Бабсаҡ бей Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында ерләнгән. Хәҙерге көндә унда Бабсаҡ бей мемориаль комплексы асылды. Бабсаҡ бей вариҫтары Бөрйән, Әбйәлил райондарында йәшәй.
Бабсаков К.Ф. — Федераль архив проекты. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындаНацистар һәм уларҙың ярҙамсыларының тыныс халыҡҡа ҡаршы енәйәте»[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә
Бабсаҡ бей ҡурғаны — Башҡортостан Республикаһы, Бөйән районы Аҡбулат ауылында урынлашҡан ҡурған.[3][4]
Бабсаҡ менән Күсәк — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ https://victims.rusarchives.ru/babsakov-kf 2021 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Бабсаҡ бей ҡурғаны 2021 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Ҡурған
Сығанаҡтар үҙгәртергә
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |