Бабасыр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Бүлек: Bilateria
Ярым бүлек: Protostomia
Супертип: Ecdysozoa
Тип: Нематодтар
Класс: Chromadorea
Суб-класс: Spiruria
Отряд: Oxyurida
Ғаилә: Oxyuridae
Ырыу: Бабасыр
Латинса исеме
Enterobius Rudolphi, 1808
ITIS 63892
NCBI 51027

Бабасыр [1]ҡыл селәүсен[2] (лат. Enterobius, рус.  Острицы ) —кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың тура эсәктәрендә паразитлыҡ итә торған ваҡ йоморо селәү[3].

Кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, аҡ төҫтә. Инә заттарҙың оҙонлоғо - 12 мм, ата заттар 5 мм-ға етә. Кеше һәм приматтар эсәгесе паразиты. 20 төрө билдәле. Үҫеше аралаштан хужаларҙан башҡа үтә. Инә зат 5 тән алып 17 меңгә ҡәҙәр йомортҡа (оҙонлоғо яҡынса 0,05 мм) һала, улар 4-6 сәғәт эсендә етлегәләр. Тышҡы мөхиттә 3 аҙнаға яҡын йәшәргә һәләтле. Кеше инвазион йомортҡалар йотоп зарарлана; нескә эсәктә тишелеп сыҡҡан личинкалар йыуан эсәк башланған урынға күсәләр һәм 2 аҙнанан һуң енси яҡтан етлегәләр. Етлеккән инә заттар арт юлдан сыға һәм уның тирәләй йомортҡа һалып ҡалдырып үлә. Бабасырҙар 1 айҙан артыҡ йәшәмәй, энтеробиоз ауырыуын китереп сығара. Тормош циклының ябайлығы, зарарланыуҙың һәм кешенең ҡабат үҙ-үҙен зарарлауҙың еңеллеге арҡаһында ауырыу оҙаҡка һуҙыла һәм хроник төҫ ала.

Йәшәү циклы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  3. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә