Аҡҡош Яҙлаған

Ырымбур өлкәһендәге үҙән

Аҡҡош Яҙлаған (рус. Аккош-Язлаган) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Һаҡмар йылғаһы буйындағы үҙән.

Аҡҡош Яҙлаған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Ҡыуандыҡ районы

Географияһы үҙгәртергә

Аҡҡош Яҙлаған үҙәне Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Һаҡмар йылғаһы буйындағы Оло Сурай ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Аҡҡош Яҙлаған тигән үҙәне булған Оло Сурай (Сурай) ауылы ярайһы боронғо — 1765 йылда тәүге тапҡыр документтарҙа[1] (йәки 1795 йылда[2]) теркәлеп ҡалған.

Был төбәк административ-территориаль йәһәттән бер нисә тапҡыр субъект атамаһын алмаштыра — 1917 йылға тиклем Ырымбур губернаһының Үҫәргән улусы составында була, ә Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһына индерелә, 1919 йылдан инде Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны биләмәһендә булып сыға. 1934—1959 йылдарҙа төбәк Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районына инә, шул уҡ ваҡытта өлкә үҙе лә 1938—1957 йылдарҙа Чкалов өлкәһе тип аталып йөрөп ала. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[3]

Этимологияһы үҙгәртергә

Риүәйәттәргә ҡарағанда Һаҡмар йылғаһының Сурай ауылы эргәһендәге үҙәндә бер аҡҡош, йылы яҡҡа осоп китә алмай ҡалып, яҙға сыҡҡан. Шунан бирле был урын Аҡҡош Яҙлаған үҙән тип атала башлаған. Был хаҡта Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Географические названия Оренбургской области» тигән китабында үҙәндең атамаһын башҡорт телендәге аҡҡош һәм яҙлаған һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип яҙа[4][5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  2. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  3. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  4. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  5. Природа Оренбургской области 2021 йыл 26 февраль архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
  • С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..

Һылтанмалар үҙгәртергә