Аҡман (күл)
Аҡман - рус. Акман - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Варна районындағы күл [2].
Аҡман | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Варна районы |
Географияһы
үҙгәртергәАҡман күле – Силәбе өлкәһенең Варна районында Варна ауылынан 8 км көнбайышҡараҡ алыҫлыҡта, далала урынлашҡан күл.
Магнитогорскиға тиклем аралығы – 120 км, Варнаға – 11 км, Екатеринбургҡа – 380 км, Силәбегә – 230 км.
Координаттары: 53°22'34"N 60°50'30"E
Тасуирламаһы
үҙгәртергәXIX быуатта телгә алынғаны билдәле. Дауалау сифаттарына эйә.
Һыуынан бер аҙ тоҙ тәме килә.
180 гектар майҙанды биләй.
Тәрәнлеге 1,5 м тиклем. Күлде 40%-ҡа тиклем ылымыҡ баҫа [3].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы буйынса төрлө фараздар йәшәп килә.
Төбәкте өйрәнеүсе Владимир Васильевич Поздеев - Силәбе һәм Силәбе өлкәһе энциклопедияһы авторҙарының береһе - гидронимды арий мираҫы тип, төньяҡ фарсы (пушту) теленә ҡайтарып ҡалдыра: аҡ + эйәлекте белдергән һүҙ яһаусы суффикс ~ман [4]
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист Шувалов Николай Иванович иһә былай тип яҙа: Акман, озеро, Варненский район.В основе названия распространенное в прошлом у казахов и башкир тюркское мужское имя Акман, где ак — «белый», «чистый», в переносном значении «честны», и именной аффикс - ман[5][6].
Был осраҡта Н. И. Шуваловтың күл атамаһы башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙыуы ысынбарлыҡҡа иң яҡынылыр. "Башҡорт исемдәре" белешмәһендә Аҡман исеменә ошондай аңлатма бирелә:
- Аҡман - боронғо ғинуар айы атамаһы; ғинуар айында тыуған балаға бирелгән исем [7]
Башҡорт халҡында Аҡманов фамилияһы әле лә осрай.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
- Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Акман 2019 йыл 28 май архивланған.
- ↑ Озёра Южного Урала (А_)
- ↑ Откуда есть пошли названия уральских гор и озер 2019 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 23-сө бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
- Озёра Южного Урала (А_)
- Откуда есть пошли названия уральских гор и озер 2019 йыл 31 май архивланған.
- Озеро Акман 2019 йыл 28 май архивланған.