Аҡйол Төркән
Төркән Аҡйол (төр. Türkân Akyol; 12 октябрь 1928 — 7 сентябрь 2017) — төрөк сәйәсмәне, табибы һәм ғалимы. Ул беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙ хөкүмәт министры[1] һәм Төркиәлә беренсе ҡатын-ҡыҙ университет ректоры[2].
Аҡйол Төркән | |
төр. Türkan Akyol | |
Тыуған: | 12 сентябрь 1928 Истанбул, Төркиә |
---|---|
Үлгән: | 7 сентябрь 2017 (88 йәш) Анкара, Төркиә |
Ерләнгән: | кладбище Каршияка[d] |
Партия: | Социал-демократик партия[d] |
Белеме: | Медицинский лицей при Анкарском университете[d] Эренкёй ҡатын-ҡыҙҙар лицейы[d] Анкара университеты[d] |
Иртә йылдары
үҙгәртергәТөркән Аҡйол 1928 йылдың 12 октябрендә Истанбулда тыуған. Башланғыс белемде Төркиәнең төрлө ҡалаларында ала, сөнки атаһы штаб офицеры була. 1947 йылда Истанбулда ҡыҙҙар өсөн Эренкей мәктәбен тамамлай[2].
Ғалим һәм сәйәсмән карьераһы
үҙгәртергәАҡйол медицина белемен Анкара университетында ала, уны 1953 йылда тамамлай. Ул табип-пульмонолог булып китә[3] һәм академик карьераһын үҙенең альма-матерҙа дауам итә. 1965 йылда доцент, ә 1970 йылда профессор була. 1959 һәм 1965 йылдар араһында Акйол АҠШ-та, Францияла һәм Нидерландта ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә[2].
1971 йылдың 25 мартында ул Нихат Эрим кабинетында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьминәт министры итеп тәғәйенләнә, шулай итеп Төркиә Хөкүмәтенең беренсе ҡатын-ҡыҙ министры була. Шул уҡ йылдың 13 декабрендә ул вазифаһынан отставкаға китә һәм университетка ҡайта[2].
1980 йылда Акйол Анкара университеты ректоры итеп һайлана, Төркиәнең беренсе ҡатын-ҡыҙ ректоры була. Был вазифала ул 1982 йылға тиклем эшләй, шунан һуң Юғары белем биреү советы менән аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында эштән китә[2]. Аҡйол университетта 1983 йылға тиклем, Эрдал Иненю уға Социал-демократик партияның (SODEP, һуңыраҡ Социал-демократик халыҡ партияһы) ойоштороусыһы булырға тәҡдим иткәнгә тиклем уҡыта. Аҡйол партия рәйесе урынбаҫары була[2].
Төркән Аҡйол парламентҡа 1987 йылғы дөйөм һайлауҙарҙан һуң Измир провинцияһынан депутат сифатында инә. 1991 йылда парламентта эшләү ваҡыты тамамланғандан һуң ул уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә ҡайта[2]. 1992 йылда Сөләймән Демирелдың коалиция хөкүмәтендә ҡатын ҡыҙҙар һәм ғаилә эштәре буйынса министр итеп тәғәйенләнә[2]. 1993 йылда ул ҡабаттан Төркиәнең беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министры Тансу Чилләр кабинетында министр итеп тәғәйенләнә.
Хәтер
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Türk kadınının ilkleri (Turkish), Hürriyet (10 октябрь 1998). 8 февраль 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Ankara Üniversitesi Rektörleri-Prof. Dr. Türkan Akyol (төр.). Ankara University. Дата обращения: 8 февраль 2013. Архивировано из оригинала 13 май 2012 года.
- ↑ Ankara Tıp'ın Göğüs Hastalıkları Ana Bilim Dalı Yenilendi (Turkish), Haberler (8 июль 2011). 2013-*2-08 тикшерелгән.
- ↑ Tasarim Halindedir | Under Construction | . Дата обращения: 13 апрель 2017. Архивировано из оригинала 21 апрель 2018 года. 2018 йыл 21 апрель архивланған.