Ацкури ҡәлғәһе (грузинса აწყური) — Грузияның Боржоми тарлауығындағы урта быуаттар ҡәлғәһе.

Ацкури
груз. აწყურის ციხე
Нигеҙләү датаһы X быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Урын Самцхе-Джавахети[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Ацкури Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Ацкури ҡәлғәһе Боржоми тарлауығының көньяҡтан ингән урынында, Мтквари (Кура) йылғаһының уң ярында, Самцхе-Джавахети төбәгендә, Боржоми ҡалаһынан 30 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Тбилисиға тиклем 140 км самаһы[1].

Тарихы үҙгәртергә

Ацкуриҙа борондан йәшәгәндәр. Археологтар фекеренсә, бында бронза быуаты кешеләре беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1700 йылдарында уҡ йәшәгән. Беҙҙең эраның беренсе быуатында уҡ бында ҡала булған, риүәйәттәр буйынса, бында апостол Андрей Первозванный булып киткән.

Ҡала борон ҙур булған, ҡаялағы ҡәлғә лә ҙур.

IX быуат тирәһендә ҡәлғә кеүегерәк төҫкә инә башлай. Х быуатта ҡәлғә төҙөлгән. Ул урта быуаттарҙа Грузияның оборонаһы өсөн бик мөһим нығытма булған.

Хәҙерге ҡәлғә — XIV—XVIII быуаттар төҙөлөштәре һөҙөмтәләре. Ацкури ғибәҙәтханаһы яғына ҡараған диуары — иң иртә төҙөлгән, ә күпер яғына ҡарағаны — төрөк осороноҡо.

Грузия батшалығы бөтөрөлөп, Рәсәй империяһы составына индерелгәс (1802), Ацкуриҙан төньяҡтараҡ 26 йыл тиерлек рус-төрөк сиге үтә. Төрөктәр шул яҡтан һөжүм итеп тора. Рәсәй командованиеһы лаздарҙан ҡәлғәне тартып алырға була һәм ҡаланың халҡы менән һөйләшеүҙәр үткәреп, атышһыҙ ғына уны яулап ала.

Шуның менән ҡәлғәнең тарихы тамамлана[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [krepost-ackuri.html Крепость Ацкури — безмолвный свидетель древней истории]
  2. Крепость Ацкури