Афғанстан тарихы
Рәсем
 Афғанстан тарихы Викимилектә

Алтарих үҙгәртергә

  • Б.э.т. XVII быуат — Афғанстан ерҙәренә төньяҡтан һинд-арий ҡәбиләләре баҫып инә, һөҙөмтәлә тарихи Гандхара өлкәһе барлыҡҡа килә
  • Б.э.т. VI быуат — Афғанстан ерҙәре Әһәмәниҙәр империяһына инә
  • Б.э.т. IV быуат — Афғанстан ерҙәренә Александр Македонский (Искәндәр Зөлҡәрнәй) ғәскәре баҫып инә, артабан ил Селевкиҙәргә ҡушыла.
  • Грек-Бактрия батшалығы, юэчж ҡәбиләһе баҫып алғандан һуң
  • I — V быуаттар — Ҡушан батшалығы — буддизм тарала башлай
  • V быуат — Афғанстан ерҙәрендә эфталиттар йәшәй
  • VI — Афғанстан ерҙәре Сәсәниҙәр империяһы, торараҡ Сәмәниҙәр дәүләтенә инә
  • VII—VIII быуаттар — Афғанстанға ғәрәптәрҙең баҫып инеүе
  • XI — Ғәзнәүиҙәр батшалығына инә
  • 1148—1206 — Ғурийәндәр
  • XIV быуатта Афғанстан ерҙәре төрки-монгол Тимуриҙар империяһына инә. Герат ҡалаһында был дәүләттең икенсе үҙәге урынлаша. Бөйөк Моголдар империяһына нигеҙ һалған Һуңғы Тимури Бабур, Алтын Урҙа шәйбәниҙәренән еңелгәс, XVI быуатта үҙәге Ҡабулда булған яңы империяға нигеҙ һала, шунан ул Һиндостанға һөжүм итә. Тиҙҙән Бабур Һиндостанға күсенә, Афғанстан ерҙәре шиғый Сәфәүиҙәр (Иран) дәүләтенә күсә.
  • XVIII быуат — феодаль Афған ханлыҡтары

1709 йылда пуштундар Иранда баш күтәрә һәм Ҡандағарҙа баш ҡала эшләп, Ғилзәй кенәзлеге төҙөй, ул 1737 йылда Нәдир шаһтың фарсы ғәскәрҙәре тарафынан емертелә.

Дуррани державаһы үҙгәртергә

Иран тарҡалғас, 1747 йылда Әхмәд-шаһ Дуррани беренсе Афған дәүләте төҙөй. Баш ҡала итеп Ҡандағар һайлана. Ҡәбилә аҡһаҡалдары йыйынында (Лойя Джирга) ул шаһ тип иғлан ителә. Уның улы Тимур- шаһ осоронда (1773—1793)баш ҡала Ҡабулға күсерелә. Афғанстандың икенсе хакимы - Земан-шаһ (1793—1801), уны ҡустыһы Мәхмүд властан бәреп төшөрә.

Британ колониаль экспансияһы үҙгәртергә

1838 йылда Афғанстан инглиз колониаль экспансияһына дусар була. 1839 йылда инглиз-һинд ғәскәрҙәре (12 мең һалдат) менән Ҡандағарҙы, шунан Ҡабулды ла баҫып ала. Афған Әмире һуғышҡа инмәй, тауҙарға китә. 1841 йылда Ҡабулда британдарға ҡаршы сығыуҙар башлана. Икенсе йылына инглиз-һинд армияһы Һиндостанға сигенә, әммә афған партизандары уларҙы ҡырып бөтөрә. Британия карателдәр ебәрә.

Беренсе инглиз-афған һуғышы үҙгәртергә

Беренсе инглиз-афған һуғышы 1837 йылда поручик Виткевичтың Ҡабулда власты тартып алған Дост Мөхәммәд осоронда урыҫ резиденты сифатында командировкаға килеүе арҡаһында була. Лондон Виткевичтың миссияһын Петербургтың Афғанстанда нығынып, Һиндостанға ынтылыуы тип ҡабул итә.

Һуғышы хәрәкәттәре 1839 йылдың ғинуарында башлана, инглиз-һинд армияһы 12 мең һалдат, 38 мең хеҙмәтсе һәм 30 мең дөйә менән Афғанстанға инеүенән башлана. Башта Дост Мөхәммәд 12 мең атлы, 2,5 меңлек пехота һәм 45 артиллерия ҡоралы менән яуап бирә. 25 апрелдә инглиз-һинд ғәскәре Ҡандағарҙы яуһыҙ ғына ала һәм Ҡабулға инә. Тәүге етди ҡаршылыҡты улар Ғәзнә янында ( Ҡабулдан 140 км ) ғына осрата. Ҡәлғәне өс меңлек гарнизон һаҡлай, әммә ул баш һала. 1839 йылдың 7 авгусында инглиздәр и һиндтәр һуғышһыҙ ғына Ҡабулды ала. Тәхеткә Әмир Шуджа-шаһ ултыра. Элекке Әмир Дост Мөхәммәд тауҙарға 350 яугире менән китә.

Еңеү еңел бирелә. Әммә афған феодалдары Шуджаны шатланып ҡабул итмәй. Ике йылдан саҡ ҡына күберәктән улар сыуалыштар ойоштора башлай, 1841 йылдың 2 ноябрендә Ҡабулда һуйыш була. Үлтерелгән британдар араһында илсе Бернс та була. Британдар шунда уҡ ҡына яуап бирмәй, һәм афғандар быны көсһөҙлөк һанап, инглиздәрҙе Афғанстандың башҡа яғында ла үлтерә башлай.1841 йылдың 30 декабрендә британдар афған ҡәбиләләре башлыҡтары менән аҡса түләп  килешеп, инглиз-һинд ғәскәрҙәре Һиндостанға үтә(бынан алда афғандар британскому парламентёрының башын өҙөп алып Ҡабул урамдарында күрһәтеп йөрөйҙәр).

1842 йылдың ғинуарында инглиздәр һиндтәр Ҡабулдан Джелалабад яғына йүнәлә, тауҙарға килеп еткәс афғандар уларға һөжүм итеп ҡырып һала. 16 мең инглиз һәм һиндтән тик бер кеше — доктор Брайдон ҡотола, ул 14 ғинуарҙао Джелалабадҡа барып етә. Бында торған инглиз-һинд бригадаһының командиры Калькуттаға хәбәр ебәрә, ике каратель экспедицияһы ойошторола. 8 айҙан, 1842 йылдың 16 сентябрендә, ике дивизия ла Ҡабулға инә. Унан каратель отрядтары төбәктәргә ебәрелә.

Афғандарҙы баҫтырғас, Британия Афғанстаны баҫып алыуҙан тыйыла. Ул аҡса, интригалар юлын һайлай, һәм тәхеткә яңынан ултырған Дост Мөхәммәд Рәсәй менән яҡынлашырға уйламай ҙа, Британия менән солох килешеүе төҙөй.

Икенсе инглиз-афған һуғышы үҙгәртергә

Статус-кво сираттағы урыҫ-төрөк һуғышы башланғанса, 40 йылға яҡын һаҡлана (1877—1878). Британия урыҫ ғәскәренең Константинополгә яҡынлашып килеүен күтәрә алмай. Лондонға яуап итеп Петербург Төркөстанда тегеләр имеш һиндәр яғынан хәүеф янауын күрһәтер өсөн демонстрация ойоштора.

Төркөстанда урыҫ ғәскәренә өс колонна булып Чарджуй, Балх, Читрал яғына китергә ҡушыла. Ҡабул генерал Столетов етәкселегендә миссия ебәрелә. Афғанстан Әмире Шер-Али-хан 1878 йылдың17 июлендә миссияны бик яҡшы ҡаршы ала һәм «Һиндостан асҡысын Рәсәйгә тапшыра». Генерал Столетов Әмиру йомарт итеп ғәскәри һәм матди ярҙам вөғәҙә итә һәм британдарҙы индермәғкә кәңәш бирә.

Әмир тыңлай һәм инглиз-афған һуғышы балана. Британдар Афғанстан 1878 йылдың ноябрендә бик ныҡ ҡоралланған өс колонна ебәрә. Ноябрь-декабрҙә ике колонна Джелалабад һәм Хостаны ала, өсөнсөһө 27 декабряҙә Ҡандағарҙы ала.

Әмир Шир-Али бежал Мазар-и-Шәрифкә ҡаса, шунда үлеп ҡала. Вариҫы - улы Яҡуп хан ҡаршылашмай, 1879 йылдың 15 майында солохҡа ҡул ҡуя, Афған хөкүмәте сит ил эштәрен Британия рөхсәте менән генә алып барырға тейеш була, барлыҡ Афғанстан менән һиндостан араһындағы стратегик үткәлдәр ҙә уға тапшырыла .

Әммә 1879 йылдың сентябрендә үк Яҡуп хандан бер туғаны Әйүп власты тартып ала. Ғинуарҙа уҡ афғанский тәхетенә йәнә бер кеше — Абдурахман хан, Шир-Алиның туғаны, дәғүә итә башлай. Ул Әйүпте бәреп төшөрә, үҙен Әмир тип иғлан итә. Британдар ҙа уны ҡабул итә. Абдуррахман тиҙҙән урыҫ ғәскәренә ҡаршы һуғыш башлай. Әммә 1885 йылда Кушкала тар-мар ителә.

Абдурахман хан осоронда (1880—1901) Британия менән Рәсәй бергәләп Афғанстан сиктәрен билдәләй. Был сик бөгөнгәсә һаҡлана.

Инглизчдәр дипломатик интригалар ярҙамында Афғанстанды Пуштунстандан (хәҙерге Хайбәр-Пахтунхва, Пакистан провинцияһы) айырып алыуға өлгәшә.

1895 йылда Афғанстан үзбәк, тажик, хазар һәм башҡаларҙың ерҙәрен баҫып ала. Был Афғанстандың милли составын үҙгәртә, пуштундар халыҡтың 50 % тәшкил итә.

Бойондороҡһоҙ Афғанстан үҙгәртергә

1919 йылда Аманулла-хан Афғанстандың Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Совет Рәсәйе быны хуплап ҡаршы ала. Өсөнсө инглиз-афған һуғышынан һуң Бөйөк Британия уның бойондороҡһоҙлоғон таный.

Икенсе һуғыштан һуң афғандар йәнә 40 йыллап британдарҙы һәм һиндтәрҙе борсомай. 1919 йылдың 21 февралендә шул саҡтағы Афғанстан Әмиренең өсөнсө улы Аманулла атаһын үлтерә, атаһының туғаны Насрулла-ханды власҡа ебәрмәй, тәхеткә ултыра һәм шунда Британияға ҡаршы уҡ йыһат  иғлан итә, ғәскәр йыя.

1919 йылдың 3 майында афғандар сик буйы Хәйбәр үткәүелендәге посҡа һөжүм итә. Британдар Ҡабулды бомбаға тота. Һинд пехота дивизияһы афғандарҙы Хәйбәр үткәһеленән бәреп сығара. Шул көндә үк британ авиацияһы Джелалабадты бомбаға тота. Нәдир-шаһтың ярҙам итергә маташыуы ла ярҙам итмәй . Һөҙөмтәлә Афғанстан еңелә.

Аманулла солох һорай. 1919 йылдың 8 авгусында прелиминар килешеү төҙөлә, Афғанстанға сит илдәр менән эшләргә рөхсәт бирелә, әммә 1879 йыл килешеүҙәре көсөндә ҡала. Афғанстанға субсидия биреү туҡтатыла - 60 мең фунтов стерлинг Афғанстан ҡаҙнаһының яртыһын тәшкил иткән була.

1919 йылдың октябрендә Аманулла-хан Мәрүәгә (Мерв) (хәҙерге — Мары, Төркмәнистан)ғәскәр ебәрә һәм урындағы Советты тарата. Аманулла Ислам Үҙәк Азияһы Федерацияһы төҙөргә ниәтләнеп, Фирғәнәлә большевиктарға ҡаршы ғәскәр ебәрергә тәҡдим итә, тик ҡыҙылар Урта Азияла уңышҡа өлгәшә, һәм Аманулла ҡаршы сығырға ҡурҡып, Мәрүәнән (Мерв) китә.

1929 йылда Аманулла-хан Бачаи Сакао баш күтәргәндә властан төшөрөлә. Ҡыҙыл армия (1929) Аманулла-ханды кире ҡуйырға уйлай, тик уңыш?ыһлыҡҡа осрай[1] Бачаи Сакаоны шул йылда уҡ Нәдир-хан инглиздәр ярҙамында бәреп төшөрә.

Бачаи Сакао — «һыу ташыусы малайы» тигән мыҫҡыллы ҡушамат була. Афған тәхетенә менеп ултырған был юлбаҫар ярлы тажик ғаиләһенән була. Ул үҙен падишаһ Хәбибулла тип иғлан иткән була.

1965 йылда коммунистик идеяларға бирелгән журналист Нур Мөхәммәд Тараҡи совет яҡлы Афғанстан Халыҡ-Демократик Партияһын ойоштора (НДПА), 1966 йылда ул милли нигеҙҙә ике фракцияға бүленә: пуштундар күберәге «Хальк» («Халыҡ» )- Тараҡи етәкселегендә, «Парчам» («Байраҡ») күп милләтлеһе - Бабраҡ Кәрмәл етәкселегендә була .

Дауд диктатураһы (1973—1978) үҙгәртергә

1973 йылда дәүләт түңкәрелеше эшләнә, һөҙөмтәлә Захир-Шаһты уның ике туған ҡустыһы принц Мөхәммәд Дауд алмаштыра, ул Афғанстанды йөмһүриәт (республика) тип иғлан итә. Республика осоро Афғанстанға тотороҡһоҙлоҡ, төрлө этник төркөмдәр ҡаршлыҡлығы килтерә. Бынан тыш, илдә радикаль мосолмандар ҙа, прокоммунист көстәр ҙә була.

1975 йылдың 21 июнендә ислам радикалдары баш күтәрә. Башлыҡтарҙың береһе - Гулбетдин Хекматияр һуңғараҡ билдәле булып китә.

Баш күтәреү тиҙ арала Бадахшан, Пактия, Нангархарҙы солғап ала, әммә Дауда хөкүмәте уны баҫтырыуға өлгәшә.

Прокоммунистик көстәр ҙә (НДПА) болғаныштар тыуҙыра, улар Афғанстан Ҡораллы Көстәрендә байтаҡ була.

Саур революцияһы үҙгәртергә

1978 йылдың 27 апрелендә Афғанстанда революция ойошторола, һәҙәмтәлә элекке президент Мөхәммәд Дауд үлтерелә. Дәүләт башлығы һәм премьер-министр булып Нур Мөхәммәд Тараки ҡуйыла, уның урынбаҫары — Бабраҡ Кәрмәл, Хафизулла Әмин премьерҙың беренсе урынбаҫары һәм сит ил эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Революция илдә граждандар һуғышы башланыуға килтерә.

Афғанстанда граждандар һуғышы үҙгәртергә

  • 1987, 30 ноябрҙә — Лойя Джирга яңы Конституция ҡабул итә, ул «милли ярашыу сәйәсәте» иғлан итә. Афғанстан бүтәнсә «Демократик Республика» тип аталмай: Республика Афғанстан тип атала башлай. Джелалабад өсөн алыштар.
  • 1988, 8 февралендә — ҮК КПСС Политбюроһында СССР-ҙың Афғанстандан китеүе мәсьәләһе ҡарала, совет ғәскәрҙәрен сығарыу  15 майға тип иғлан ителә.
  • 1989, 4 февралендә — Совет Армияһының һуңғы подразделениеһы Ҡабулды ҡалдыра.
  • 1989, 14 февралендә — СССР барлыҡ ғәскәрҙәре Афғанстандан сыға; республикаға уның бар мөлкәте ҡалдырыла. Һуңғы булып 15 февралдә илдән 40-сы армия командующийы генерал-лейтенант Громов Борис Всеволодович сығып китә.
  • 1989, февраль ахырында  — Пешаварҙа шура афған оппозицияһы вәкилдәре «Мөжәһиттәрҙең күсеш хөкүмәте» төҙөп рәйесе итеп «Етәү альянсы» лидеры Сибғәтулла Мөжәдәдине (Себгатулла Моджаддеди)Себгатуллу Моджаддеди рәйес итеп һайлай. Оппозиция коммунистик режимға ҡаршы киң көрәш йөйелдерә.
  • 1990, 6 мартында — "халыҡсы" (Хальҡ) оборона министры генерала Танай Шахнаваз путч ойоштора, ул президент Нәжибулла менән ҡәтғи конфронтацияға инә.Артабан Пакистанға ҡасып, талибтар яғына күсә.
  • 1991, 15 ноябрҙә — СССР-ҙың Сит ил эштәр министрлығы 1992 йылдың 1 ғинуарынан Ҡабул хөкүмәтенә хәрби нәмәләр ебәреүҙән баш тартыуын белдерә.
  • 1992, 27 апрелдә — исламс оппозицияһы отрядтәре Ҡабулға инә, ә 28 апрелдә баш ҡалаға Сибғәтулла Мөжәдәди (Себгатулла Моджаддеди) килә һәм сит илдәр дипломаттары алдында элекке вице-президент ҡулынан власты ҡабул итә. Ислам Афғанстан дәүләте башлығы , шулай уҡ Йыһат Советы башлығы булып китә
  • 1992, 6 майҙа — Лидерлыҡ Советының тәүге ултырышында элекке министрҙар кабинетын таратырға ҡарар ителә. Милли Совет бөтөрөлә,«Ватан» партияһы тыйыла, мөлкәте тартып алына. Исламға ҡаршы килгән закондар тыйыла. Илдә ислам диктатураһы иғлан ител!: университет һәм барлыҡ күңел асыу учреждениелары ябыла, ә дәүләт учреждениеларында намаҙ уҡырға ҡушыла, дингә ҡаршы китаптар һәм алкоголь тыйыла, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтары киҫелә. Шул йылда уҡ Мөжәдәди власы тажик этник группировкаһы башлығы Борһануддин Раббаниға бирә. Әммә граждандар һуғышы бының менән бөтмәй. Пуштун, тажикс һәм үзбәк ялан командирҙары үҙ-ара һуғышты дауам итәләр.
  • 1994 йылға Раббани бөтә милләт лидеры сифатында абруйын юғалта, уның хөкүмәте ғәмәлдә эшен туҡтата. Хатта исем өсөн генә лә үҙәк етәкселек ҡалмай. Ил элеккесә этник принципта бүленгән килеш ҡала, классик феодаль тартҡылаштар бара. Элекке иҡтисади бәйләнештәр юғала. Был шарттарҙа пуштундар араһында яңы ислам радикаль хәрәкәте «Талибан» барлыҡҡа килә.
  • 1996, 26 сентябрендә — талибандар Ҡабулға баҫып инә. Раббани хөкүмәте ҡасып китә һәм ҡораллы оппозицияға ҡушыла.
  • 1996, 27 сентябрендә — талибандар тулыһынса Ҡабулды яулай. Экс-президент Нәжибулла менән Әхмәдзай туғаны БМО миссияһы бинаһына йәшенә, әммә тотоп алына, уларҙы баш ҡала майҙанында кеше алдында аҫып үлтерәләр.
  • 1996, 28 сентябрендә — Иран, Һиндостан, Рәсәй һәм Урта Азия республикалары Нәжибулланы аҫып үлтерегә протест белдерәләр. АҠШ администрацияһы һәм БМО вәкилдәре был хәлгә үкенеүҙәрен белдерәләр, шул уҡ ваҡытта Ҡабулдың яңы властары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлек белдерәләр.
  • 1996, 29 сентябрендә — талибандар Афғанстан Ислам Әмирлеге иғлан итәләр. «Талибан» илдә хәлде әҙме-күпме тотороҡландыра ала. Шул уҡ ваҡытты илдеүҙҙәре күҙ алдына килтергәнсә Исламға ярашлы үҙгәртеп ҡорорға маташалар. « Афғанстан радиоһы» «Шәриғәт тауышы» тип атала башлай, ә телевидение тәүфиҡһыҙлыҡ сығанағы тип тыйыла. Күпмелер уңышҡа өлгәшһәләр ҙә, талибандар сәйәсәте милли әҙселеккә оҡшамай, сөнки «Талибан» башлыса пуштундарҙан тора[2]
  • 1996, 30 сентябрендә — талибандар Дустумды һөйләшергә саҡыра, үҙҙәре Мәсудтың сигенгән отрядтарын эҙәрлекләй. .
  • 1996, 6 октября — Мәсуд һуғышсылары талибандарға ҡаршы уңышлы сығыш яһай.
  • 1996, 9 октября —Дустум менән Раббани Мазари-Шариф янында осрашлар. Талибандарға ҡаршы тороусы барыһы ла тиерлек (Әхмәд Шаһ Мәсуд, Абдул-Рәшид Дустум, Борһануддин Раббани һәм Кәрим Хәлили) төньяҡта нығыналар, үҙ Юғары Советын һайлайҙар һәм талибандарға ҡаршы көрәшергә булалар. Яңы хәрби берекмәгә Төньяҡ альянсы тигән атама бирәләр, һәм ғәмәлдә Афғанстандың төньяғында бойондороҡһоҙ дәүләт (1996—2001) төҙөйҙәр, уға Ислам Афғанстан Дәүләте тигән атамаһын ҡалдыралар .

Халыҡ-ара көстәр ингәндән һуң үҙгәртергә

АҠШ использовало 2001 йылдың 11 сентябрендәге терактты һылтаулап, Афғанстанға баҫып инә. Операцияның маҡсаты террорист Усама бин Ладенды йәшереп тотҡан талибандарҙың режимын юҡҡа сығарыу була. 7 октябрҙә Афғанстанға көслө авиация һәм ракета һөжүмдәре ойошторола. 9 ноябрҙә ҡораллы оппозиция көстәре Мазари-Шәрифкә, ә 13 ноябрҙә —Ҡабулға инә. 7 декабрҙә талибандарҙың һуңғы төйәге Ҡандағар баш һала. Халыҡ-ар берлек килеп ҡыҫылыуы арҡаһында Төньяҡ альянс власты үҙ ҡулына ала алмай. Декабрҙә Лойя Джиргаға афған ҡәбиләләре аҡһаҡалдары йыйыла, унда пуштун Хәмид Карзай рәйеслек итә ( 2004 йылдан — Афғанстан президенты). Ул арала НАТО Афғанстанды баҫып ала. Талибандар партизан һуғышына күсә.

Талибандарҙы ҡыуғас, Афғанстане наркосауҙа ҡапыл үҫеп китә. 2007 йылда наркотиктар етештереү кәмеүе күҙәтелә.

2005 йылдың 19 декабрендә Афғанстанда 30 йылға беренсе тапҡыр парламент — Афғанстан Милли Ассамблеяһы ултырышы үткәрелә.Дөйөм тауыш биреү юлы менән 249 түбәнге палата депутаты һәм 102 сенатор (аҡһаҡал) һайланған була. Инаугурацияла АҠШ вице-президенты Дик Чейни һәм 1973 йылда ҡыуылған король Мәхәммәд Заһир-Шаһ ҡатнаша. 249 депутаттың 60 % — «мөжәһидтәр», 1980-се йылдарҙа совет ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан кешеләр. Ялан командирҙары америка хәрби һәм финансы ярҙамында һәм талибандарға кире мөнәсәбәт арҡаһында депутат булып үтә.

2011 йылдың 2 апрелендә америка пасторы Ҡөрьәнде яндырыуы тураһында хәбәр таралып китеүе арҡаһында Ҡандағарҙа болғаныштар башлана.Акцияла бер нисә мең ҡала халҡы ҡатнаша, протеста ҡатнашыусылар ООН вәкиллегенә баҫыша. Шунан алда афған ҡалаһы Мазари-Шәрифтә лә болғаныш булып ала[3]. Урындағы халыҡ менән халыҡ-аран көстәр араһында көсөргәнеш электән дә була, ДТП-нан һуң халыҡ-ара көс һалдаттары автомобилгә атып бала менән уның атаһын үлтергәндән һуң да боларыш булған[4]. Ҡандағаре апрель башындағы боларышта 100-ҙән ашыу кеше һәләк була[5]


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • В. М. Массон История Афғанстана: В 2-х т. Т. 1. С древнейших времен до начала XVI в. / АН СССР. ИНА. — М.: Наука, 1964—464 с.: ил., карт. — Библиогр.: с. 383—406. (Совместно с В. А. Ромодиным)
  • В. М. Массон История Афғанстана: В 2-х т. Т. 2. Афғанстан в новое время / АН СССР. ИНА. — М.: Наука, 1965—552 с.: ил., карт. — Библиогр.: с. 479—498.
  • Л. Б. Теплинский СССР и Афғанстан. 1919—1981. М., «Наука», 1982. — 294 стр.

Һылтанмалар үҙгәртергә