Афанасий Никитин һәйкәле (Тверь)
Афанасий Никитин һәйкәле Тверь өлкәһе Тверь ҡалаһында (сәйәхәтсе тыуған ҡалала) Яр буйында, Волга йылғаһының һул яҡ ярында (Заволжский районында) урынлашҡан. Афанасий Никитин һәйкәле гранит постаментҡа баҫтырылған дүрт метрлы бронза һындан ғибәрәт. Һәйкәл түңәрәк суйын майҙансыҡта ат башлы ҙур кәмәлә урынлаштырылған. Сәйәхәтсе Афанасий Никитин һәйкәле скульпторҙар С. М. Орлов һәм А. П. Завьяловтар тарафынан архитектор А. П. Завалов проекты буйынса эшләнгән. Был һәйкәл 1955 йылдың июнендә асылған. Һәйкәл асыу тантанаһында Һиндостандың СССР-ҙағы илсеһе К. П. Ш. Менон ҡатнаша[2][3]. Афанасий Никитин һәйкәле артында Вознесение Христово сиркәүе (Трех исповедников сиркәүе) урынлашҡан.
Афанасий Никитин һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1955 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тверь |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Тверь (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | набережная Афанасия Никитина |
Афанасий Никитин һәйкәле (Тверь) Викимилектә |