Ат һымаҡтар ((лат. Equidae), рус. Лошадиные)  таҡ тояҡлы һөтимәрҙәр ғаиләһенә ҡарай. Бер нисә тиҫтә юҡҡа сыҡҡан төрҙө һәм әлеге ваҡытта булған аттарҙы үҙ эсенә ала (Equus), улар тоҡомдарға бүленә: ишәктәр (Asinus), ярым ишәктәр (Hemionus), зебралар һәм аттар (Equus). Хәҙерге ваҡытта барлығы 8 төрө билдәле[1].

Ат һымаҡтар
Equus quagga burchellii - Etosha, 2014.jpg
Equus quagga burchellii
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Equidae Gray, 1821

ГеохронологияҠалып:Кайнозой-Vх4
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр
Реконструкцияланған боронғо ат — сифргиппус

ЭволюцияҮҙгәртергә

Ғаилә ағзаларының эволюцияһы хайуандарҙың асыҡ ландшафт киңлектәрендә тиҙ йүгереүгә һәм үҫемлек ашауға яраҡлашыу юлында барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Аттарҙың эволюцияһы барышында аяҡ-ҡулдары оҙоная, урта бармаҡ ҙурая бара, ә ситке бармаҡтары, киреһенсә, әкренләп кәмей бара. Баш һөйәгенең алғы өлөшө, тештәр һаны артыу сәбәпле, ҙурая һәм оҙоноя. Ғаиләнең боронғо вәкиле булып Европаның һәм Төньяҡ Американың иртә эоценынан гиракотерий (Hyracotherium, элек Eohippus тип тә атала) иҫәпләнә. Был хайуан бәләкәй эт ҙурлығында, алғы аяҡтары дүрт, ә артҡылары өс бармаҡлы була; ҡыуаҡлыҡтарҙың япраҡтары һәм үҫентеләре менән туҡлана. Тәүге ат һымаҡтарға, мәҫәлән, Төньяҡ Америкала эоценда (56 —  35 миллион йыл элек) йәшәгән  һәм терьер[2] ҙурлығында булған Sifrhippus төрө лә инә.

Аттарҙың артабанғы эволюцияһы Төньяҡ Америкала бара, урта һәм һуңғы эоцендағы гиракотерийҙы тәүҙә ҙурыраҡ орогиппус (Orohippus), ә ул, үҙ сиратында, епигиппусты (Epihippus) алмаштыра. Олигоценда хәҙерге һарыҡтарҙан ҙур булмаған мезогиппус (Mesohippus) барлыҡҡа килә. Унан 2 филогенетик һыҙат барлыҡҡа килә: Евразияға күсенгән, һуңынан миоцен осоронда уҡ шунда киң таралыу алған анхитерий (Anchitherium); һәм Төньяҡ Америкала үҫешен дауам иткән һәм парагиппус (Parahippus) һәм меригиппус (Merychippus) тоҡомона башланғыс биргән икенсе прогрессив нәҫел. Һуңғыһының аяҡтарында 3-әр бармаҡ һаҡлана, шул уҡ ваҡытта үҙәк (иң ҙуры) бармаҡҡа хайуандың кәүҙә ауырлығы төшә. Меригиппус йылҡы эволюцияһында төп формаға әйләнә. Аҙаҡҡы миоценда ул өс бармаҡлы үлән ашаусы аттарҙың бик күп формалары барлыҡҡа килә. Улар араһында гиппарион төркөмөнә ҡараған төрҙөр иң күләмлеләрҙән һанала. Улар Төньяҡ Америкала, артабан Евразияла һәм тағы ла Африкаға тарала ала. Гиппариондың барлыҡҡа килеүе ииоцен менән плиоцен араһында шартлы сик булып тора. Плиоцен Төньяҡ Америка аты плиогиппуста (Pliohippus) эволюция барышында өс бармаҡтың ситкеләренән әҙ генә рудимент һаҡланып ҡала. Унан һуңғы ваҡытта Көньяҡ Америкала аттарҙың гиппидион (Hippidion) төрҙәре барлыҡҡа килә, улар һуңғы плейстоценда үлеп бөтәләр.

Хәҙерге заман аттары (Equus төрө), Төньяҡ Америкала яҡынса 4,4—4,5 миллион йыл элек барлыҡҡа килә[3]. Тиҙ арала Евразияға, Африкаға, Көньяҡ Америкаға тарала. Яҡынса 2,5 миллион йыл элек Equus төрө Төньяҡ Американан Берингия аша Евразияға үтә. Урта Азияла һәм Яҡын Көнсығышта Equus төрө ишәккә, ҡоландар һәм аттарға (Equus caballus), ә Африкала — зебраға әйләнә. Плейстоцен дәүеренең аҙағында Төньяҡ Америкала ҡалған аттар, боҙлоҡ дәүерендә һаҡланып ҡалып, беҙҙең эраға тиклем 6-сы мең йыллыҡтың уртаһына юҡҡа сыға[4]. Американы асҡандан һуң ғына, был континентҡа европалылар өй аттары алып килә. Төньяҡ Америка континентында ҡасҡан һәм ҡырағайланған аттар, бик тиҙ үрсеп, ғәйәт ҙур мустанг[5] көтөүҙәре барлыҡҡа килтерә.

ТасуирламаҮҙгәртергә

Уртаса һәм эре үлсәмле имеҙеүселәр. Нигеҙҙә, оҙон бейек аяҡлы, һомғол буйлы. Ҡырағай төрҙәренең бейеклеге (мундаһынан) 1—1,6 метр, ауырлығы 120—350 килограмм; ҡулға эйәләштерелгән аттар, ғәҙәттә, күпкә ҙурыраҡ була. Алғы аяҡтарында 1, 3 йәки 4, артҡыларында 1 йәки 3 бармаҡ булған. Ослоҡтарҙың үҙәге һәр ваҡыт үҫешкән өсөнсө бармаҡ аша үтә һәм хайуандың төп ауырлығы уғы төшә. Ситтәге бармаҡтар күбеһенсә насар үҫешә, ғаиләнең ҡайһы бер ағзаларында ҡатҡан рәүештә һаҡланып ҡалған. Бармаҡ остары ҡаты мөгөҙсөк менән ҡаплана. Сәс ҡаплауы, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа, тығыҙ ,ятып үҫә, ҡайһы саҡта оҙон була (ял, ҡойроҡ). Муйынында оҙонораҡ сәстән торған ял, ҡырағай төрҙәрҙә сағыштырмаса ҡыҫҡа һәм тура, йорт аттарында оҙонораҡ һәм тулҡынлы. Ғаиләнең ҡайһы бер ағзаларында сәс һыҙығы күпкә кәмей йәки бөтөнләй юҡ тиерлек. Тән төҫө башлыса һоро йәки һырты һәм ҡабырғалары көрән төҫтә, зебраларҙа өҙөк-өҙөк ҡара-аҡ һыҙаттар аралашып тора; күкрәге һәм аяҡтарында ҡара һыҙаттар ғаиләнең башҡа төр вәкилдәрендә булыуы мөмкин. Һырты буйлап ҡара һыҙат үтеүе ихтимал. Имсәктәре сандырҙа, улар бер пар[6].

Баш һөйәге ҙур, бит бүлектәре эре. Бер төркөм төрҙөң күҙе асыҡ, икенселәренеке - ябыҡ. Танау һөйәктәре артта киңәйгән. Этмоидаль тишектәре юҡ. Диастемаһы бар. Теш формулаһы: 

Аҙау тештәре лофодонт —ҡытырмаҡ һыртлы йәки селено-фодонтлы, ҡатмарлы эмаль биҙәкле, брахиодонт йәки гипселодонтлы. Ашҡаҙаны ябай. Һуҡыр эсәге ҙур. Үт ҡыуығы булмай; плацентаһы диффузлы. Полигам төр. Һәр ваҡыт бер ҡолоно була[7].

Йәшәү һәм таралыу мөхитеҮҙгәртергә

Ғаиләнең хәҙерге ағзалары Үҙәк һәм Көньяҡ Азияла, Малакка ярымутрауында, Суматра, Ява, Калимантан утрауҙарында; Африкала (Сахара сүллегенән башҡа), Төньяҡ Американың көньяғында, Үҙәк Америкала һәм Көньяҡ Американың төньяғында таралған[8]. Европала XIX быуат аҙағына тиклем йәшәй. Ҡулға эйәләштерелгән төрҙәре бөтә ер шарына таралған[9].

Таҡ тояҡлы көйһөҙҙәр — башлыса асыҡ киңлектәрҙә — далаларҙа йәшәүселәр, урман-далалар, сүллектәр, ярым сүллектәр, өлөшләтә дымлы һәм һаҙлыҡлы тропик урмандарҙа йәшәйҙәр.

Биологияһы һәм экологияһыҮҙгәртергә

Башлыса үлән менән туҡлана. Ямғырҙар ваҡытында һыу эсмәҫкә мөмкин: хайуандарға ашаған үҫемлектәрҙәге дым етә. Тәүлектең яҡты ваҡытында әүҙем. Яңғыҙ йәки 10 башҡа тиклем һәм унан да күберәк бәләкәй төркөмдәргә туплана, ҡайһы берҙә ҙур өйөрҙәр (зебралар) барлыҡҡа килтерәләр. Ҡайһы бер төрҙәр (зебралар) миҙгелле күсенеү яһай. Аттар йүгереүгә яраҡлашҡан һәм сәғәтенә 50—60 километр тиҙлек менән оҙаҡ йүгерә ала. Йөклөлөк яҡынса 1 йыл дауам итә. Ғәҙәттә 1, һирәкләп 2 ҡолон тыуа, тыуғандан һуң, инәһе артынан эйәрергә һәләтле була[10].

КлассификацияһыҮҙгәртергә

 
Гиракотерий
 
Орохиппус
 
Мезогиппус
 
Гиппарион
 
Пржевальский аттары
  • Аттар ғаиләһе (Equidae)
    • Haringtonhippus[11] төрө
    • † Hyracotheriinae ғаилә төрө
      • † Эпигиппус Epihippus төрө
      • † Гаплогиппус Haplohippus төрө
      • † Гептаконодон Heptaconodon төрө
      • † Гиротерия Hyracotherium төрө — элек Eohippus; бәлки, † палеотерий ғаиләһенең ҡайһы бер төрҙәре менән парафилетик . Ырыу бүленеше менән өс классификация тәҡдим итә:
        • † Миниппус Minippus төрө
        • † Сифргиппус Sifrhippus төрө
        • † Аренагиппус Arenahippus төрө
      • † Орогиппус Orohippus төрө
      • † Ксеникогиппус Xenicohippus төрө
    • † Anchitheriinae ярым ғаилә
      • † Анхитерий Anchitherium төрө
        • † ярым төр Парагиппус Parahippus
      • † Археогиппус Archaeohippus төрө
      • † Десматиппус Desmatippus төрө
      • † Гипогиппус Hypohippusтөрө
      • † Калобатиппус Kalobatippus төрө
      • † Мегагиппус Megahippus төрө
      • † Мезогиппус Mesohippus төрө
      • † Миогиппус Miohippus төрө
      • † Синогиппус Sinohippus төрө
    • Equinae ярым ғаиләһе
      • † Мерикгиппус[12] Merychippus төрө
      • † Скафогиппус Scaphohippus төрө
      • † Hipparionini трибаһы
        • † Эвригнатогиппус Eurygnathohippus төрө
        • † Гиппарион Hipparion төрө
        • † Гиппотерий Hippotherium төрө (кормогиппарион, Cormohipparion)
        • † Нанниппус Nannippus төрө
        • † Неогиппарион Neohipparion төрө
        • † Псевд(г)иппарион Pseudhipparion төрө
      • Equini трибаһы
        • † Астрогиппус Astrohippus төрө
        • † Калиппус Calippus төрө
        • † Диногиппус Dinohippus төрө
        • Аттар (Equus яҡынса 9—12 төр хәҙерге заман, юҡҡа сыҡҡандары 7) төрө
        • † Гетероплиогиппус Heteropliohippus төрө
        • † Гиппидион Hippidion төрө
        • † Оногиппидиум Onohippidium төрө
        • † Параплиогиппус Parapliohippus төрө
        • † Плезиппус Plesippus төрө
        • † Плиогиппус Pliohippus төрө
        • † Акритогиппус Acritohippus төрө
        • † Еврогиппус Eurohippus төрө
        • † Гетероплиогиппус Heteropliohippus төрө
        • † Пробоскидиппарион Proboscidipparion төрө
        • † Протогиппус Protohippus төрө

ИҫкәрмәҮҙгәртергә

  1. Аверьянов А. О., Щипанов Н. А. Лошадиные// Большая российская энциклопедия. Том 18. М.:, 2011, стр. 79
  2. Аверьянов А. О., Щипанов Н. А. Лошадиные// Большая российская энциклопедия. Том 18. М.:, 2011, стр. 79
  3. Recalibrating Equus evolution using the genome sequence of an early Middle Pleistocene horse, 26 June 2013
  4. Почему зебры не стали домашними животными
  5. Аверьянов А. О., Щипанов Н. А. Лошадиные// Большая российская энциклопедия. Том 18. М.:, 2011, стр. 79
  6. Млекопитающие Казахстана. Т. 3. Ч. 4. Парнокопытные (оленьи, кабарговые, свиные) и непарнокопытные (лошадиные). Алма-Ата, 1984
  7. Млекопитающие Казахстана. Т. 3. Ч. 4. Парнокопытные (оленьи, кабарговые, свиные) и непарнокопытные (лошадиные). Алма-Ата, 1984
  8. Соколов В. Е. Систематика млекопитающих. Отряды: китообразные, хищные, ластоногие, трубкозубые, хоботные, даманы, сирены, парнокопытные, мозоленогие, непарнокопытные. М., 1979
  9. Млекопитающие Казахстана. Т. 3. Ч. 4. Парнокопытные (оленьи, кабарговые, свиные) и непарнокопытные (лошадиные). Алма-Ата, 1984
  10. Аверьянов А. О., Щипанов Н. А. Лошадиные// Большая российская энциклопедия. Том 18. М.:, 2011, стр. 79
  11. Hay, Oliver P. (1915). Contributions to the Knowledge of the Mammals of the Pleistocene of North America. Proceedings of the United States National Museum, 48 (2086): 535—549. DOI:10.5479/si.00963801.48-2086.515.
  12. Орлов Ю. А. В мире древних животных. Очерки по палеонтологии позвоночных. — 2-е изд. — М. : Наука, 1968. — С. 70. — 254 с. : ил. — 25 000 экз.